Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көс, дарман, сәләмәтлек сығанағы
Көс, дарман, сәләмәтлек сығанағы “Асы” шифаханаһында миңә икенсе тапҡыр ял итергә тура килде. Тәүге килеүҙә үк был яҡтың тәбиғәте ныҡ оҡшаны. Биләмәһе гөл-сәскәгә төрөнгән, үҫемлектәрҙең төрлөһө бар. Бында республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән дә ял итергә, дауаланырға киләләр. Мәскәү, Санкт-Петербург, Урта Азия кешеләрен дә осратырға насип булды.

Оҙайлы көндө лә күңелле, файҙалы үткәреү өсөн бөтә шарттар етерлек. Спорт майҙансығы, тәбиғәт ҡомартҡылары, Асы ауылындағы СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков музейы, Уҫманғәле­ләге бейек манаралы мәсет, Инйәр йыл­ғаһы буйлап ойошторолған экскурсиялар күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡал­дырҙы. Шифахана директоры Буранбай Нәсим улы Ямалов һауыҡтырыу учреж­дениеһы хаҡын­да түбәндәгеләрҙе һөйлә­не:
— “Асы” шифаханаһында 2010 йылдан бирле эшләйем. Ошо дәүерҙә байтаҡ эш башҡарылды: яңы корпустар төҙөлдө, ял урындары, дауалау биналары төҙөклән­де­релеп йыһазландырылды. Иң мөһиме — халыҡҡа эш урындары артты. Хеҙмәт­кәр­ҙәрҙең күбеһе яҡын ауылдарҙан. Уларҙы көн дә үҙебеҙҙең автобус иртәнсәк эшкә алып килә, кисен илтеп ҡуя, — тине ул.
Көс, дарман, сәләмәтлек сығанағыШифахананың тарихы урындағы ха­лыҡҡа күптән билдәле. Составында төрлө химик һәм биологик элементтар булған минераль һыуҙарҙы ашҡаҙан-эсәк, тире сир­ҙәре һәм башҡа ауырыуҙарҙы да­уалағанда файҙалан­ғандар.
ХIХ быуат аҙағында тәүге тапҡыр Петербург Тау институты тарафынан һыуға анализ үткәрелә, һәм уның дауалау өсөн фай­ҙалы икәнлеге асыҡлана. 1999 йыл­дың 14 апрелендә Башҡортостан Хөкү­мә­те та­ра­фынан тәбиғи минераль һыуҙар сыға­нағы нигеҙендә шифахана төҙөү ту­ра­һында ҡарар ҡабул ителә. Төҙөлөш эш­тә­ре башлана, һәм 2001 йылдың 6 сен­тябрендә шифахана ял итеүселәргә ишеген аса. Бында хәҙер төрлө бүлектәр эшләй. Төп йүнәлеше — һөйәк-мус­кул, нервы системалары, тире ауырыу­ҙарын дауалау.
Шифахананың киләсәге өмөтлө. Ял итеү­селәргә һәр яҡлап уңайлы шарттар бул­дырырға тырышалар. Буранбай Нәсим улы яҡшы ойоштороусы икәнен күптән раҫланы, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, барлыҡ ваҡытын, көсөн, иғтибарын кешеләрҙең һау­лығын, ялын хәстәрләүгә йүнәлткән етәк­сене хөрмәтләмәү мөмкин түгел. Тәжри­бәле директор шифахананы матди-техник яҡтан нығытыуға, белемле кадрҙар менән тәьмин итеүгә күп көс һала. Яҡшы хужа булған ерҙә тәртип тә бар. Шифахана биләмәһе йәйен күҙҙең яуын алыр­ҙай төрлө гөл-сәскәгә күмелә. Рәсәй кимәлендә үткәрелгән кон­курстарҙа тәбиғи дауалау факторҙарын тулы ҡулланыу бу­йын­са бер нисә тапҡыр алтын миҙал яулауы, тиҫтәләгән маҡтау грамотаһына ла­йыҡ булыуы – шифаха­наның ҡаҙаныш­та­рына асыҡ миҫал.
Көс, дарман, сәләмәтлек сығанағыТәбиғәттең гүзәл ерендә урынлашҡан “Асы”ның һәр кемгә көс, дарман, сәлә­мәтлек сығанағы булып күп йылдар хеҙмәт итеренә ышаныс ҙур.
Урта быуаттарҙа көнсығыш меди­ци­наһына нигеҙ һалған Әбүғалисина: “Һәр табиптың төп өс ҡоралы бар: һүҙ, үлән һәм бысаҡ”, — тип яҙған. Йәғни һәр ауырыуҙы һүҙ менән дауалап була. Әгәр һүҙ ярҙам итмәһә, үлән менән, уның да шифаһы теймәһә, һуңғы ысул – бысаҡ ҡала. Шифахана хеҙмәткәрҙәре “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, насар һүҙ – баш ҡаҙығы” тигән халыҡ мәҡәленең тапҡырлығын аңлап эш итә.
Һүҙ көсөнә бәйле Ерәнсә сәсән ха­ҡын­дағы бер риүәйәт иҫкә төштө. Имеш, бер ир күршеһенең үҙенә яман һүҙҙәр әйтеүенә зарланып, Ерәнсә сәсәнгә кә­ңәшкә килгән, ти. “Таҡта ал да насар һүҙ ишеткән һайын шунда берәр ҡаҙаҡ ҡағып бар”, — тигән те­геһе. Ир аҡһаҡал әйткән кәңәште үтәгән. Таҡтала ҡаҙаҡ ҡағырлыҡ урын ҡалмағас, ул йәнә сәсән янына кәңәшкә килгән. “Ә хәҙер әйтелгән һәр яҡшы һүҙ һайын берәр ҡа­ҙаҡ­ты һурып ал”, – тигән аҡыл эйәһе. Ҡаҙаҡтар һуры­лып бөткәс, ир кеше ҡыуана-ҡыуана Ерәнсә сәсәнгә килгән. Аҡһаҡал: “Бына һин ҡаҙаҡтарҙы һурып алып бөттөң, әммә таҡ­тала уларҙың эҙе ҡалды. Шуның һы­маҡ, кешеләргә ҡасандыр әйтелгән яман һүҙҙәр, йылдар үтһә лә, юйылмай”, – тигән.
Шифахана хеҙмәткәрҙәре лә йылы һүҙҙә­рен йәлләмәй. Улар менән арала­шыуҙан көс-дәрт кенә алаһың.


Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф ветераны.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 17

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 18

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 48

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 27

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 37

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 43

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 63

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 44

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 36

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 58

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 83

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 58