Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалмаясаҡ
“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтай депутаттары, Федерация Советы ағзалары граждандарҙы ҡабул итте. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар халыҡтың тын алышын тойоу, ғөмүмән, уларҙы борсоған мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү һәм хәл итеү өсөн бик кәрәк.

— Кешеләр беҙгә тәҡдимдәр, йыш ҡына хатта ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең ишеге һәр кемгә асыҡ. Законға ярашлы мөрәжәғәттәрҙең береһе лә яуапһыҙ ҡалмай: һәр мәсьәлә ентекле өйрәнелә, тикшерелә, кәрәк тип табылһа, башҡа инстанциялар менән бәйләнеш булдырыла, — ти Раил Мирвай улы.
Рәйес Исмәғилев, мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһынан килгән. Ҡалалағы 4-се башҡорт гимназияһының ябылыу сигендә ҡалыуын ул Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәроваға әсенеп һөйләне.
— Заманында тыуым юҡлыҡҡа һылтанып, балалар баҡсаларын ябып бөткәйнеләр. Хәҙер килеп сабыйҙарҙы ҡайҙа урынлаштырырға белмәй баш ватабыҙ. Бөгөн шул уҡ хаталарҙы ҡабатларға йыйынабыҙ түгелме ни? Гимназиябыҙға ябылыу янай. Беҙҙең, атай-әсәйҙәрҙең, һорауҙарын, теләк-тәҡдимдәрен ишетеүсе лә, тыңлаусы ла юҡ, — тине ул.
Лилиә Салауат ҡыҙы мәсьәләне күҙәтеү аҫтына алырға, министрлыҡ, район хакимиәте менән ошо көндәрҙә үк бәйләнешкә сығырға вәғәҙә бирҙе.
Борай районынан Жанетта Дәүләтханованы торлаҡ мәсьәләһе борсой. Күп балалы ғаилә әле авария хәлендәге йортта йәшәргә мәжбүр. Дөйөм майҙаны — 16 квадрат метр. Иң оло балалары – студент, Өфөлә уҡып йөрөй. Ғаиләнең 50 гектар ере лә бар, әммә йорт төҙөп инеү хәлдәренән килмәй. Лилиә Салауат ҡыҙы мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатынан шунда уҡ бер нисә ведомствоға шылтыратты. Әйткәндәй, һөйләшеү барышында ғаиләлә бер инвалид бала тәрбиәләнеүе лә асыҡланды. Лилиә Ғүмәрова сабыйға тикшереү үткәреү, дауалау тәғәйенләү мәсьәләһен шунда уҡ хәл итте — оҙаҡламай Жанетта балаһы менән Өфөгә дауалау курсына киләсәк.
Ошо уҡ көндө граждандарҙы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ла ҡабул итте. Уға һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар менән килгәйнеләр. Күптәрҙең проблемаһы урында уҡ хәл ителде.
Ғөмүмән, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә Берҙәм ҡабул итеү көнө йылына ике тапҡыр ойошторола. Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары халыҡ менән айына бер осрашһа, бүлексәлә көн һайын тиерлек брифингтар, республиканың төрлө министрлыҡ, ведомство вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелеп тора.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91