Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шәл байрамы” хайран итте
“Шәл байрамы” хайран итте Көҙҙөң йомарт бер көнөндә Әбйәлил районында ағинәйҙәрҙең “Тула баҫыу” байрамы уҙһа, күптән түгел хәйбуллалар, халҡыбыҙҙың күркәм шөғөлөнә арналған “Шәл байрамы”н үткәреп, йәнә барыһын хайран ҡалдырҙы.

Хәйбулла оҫталары шәл бәйләү буйынса республикала киң билдәле. Элек-электән түңгәүер ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары, кәзә мамығынан төрлө шәл, бейәләй-ойоҡбаш бәйләп, күрше Ырымбурҙағы баҙарға йөрөгән. Тап уларҙың һәм яҡын-тирәләге райондарҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙ нуры түгеп бәйләгән ҡул эштәре бөтә донъяға таралған “Ырымбур шәле” атамаһын барлыҡҡа килтергән дә инде.
Ысынлап та, район мәҙәниәт йортонда ойошторолған күргәҙмәлә кәзә дебетенән бәйләнгән шәлдәрҙең ниндәйе генә юҡ! Биҙәктәрен күр ҙә оҫталарына күҙ һал, йә булмаһа, уларҙың яурындарында ятҡан мамыҡ шәлдәрҙе ҡарап һоҡлан. Кәзә мамығын кемдер иләй, икенселәре ҡа­барта, өсөнсөләре бәйләй. Тотош шәл бәй­ләү технологияһын күрһәткән күргәҙ­мәлә һәр кем үҙ һорауҙарына яуап тапты, ҡатын-ҡыҙҙың элек-электән килгән бо­рон­ғо шөғөлөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныу артты.
“Шәл байрамы” хайран иттеҺәр ауылдың ағинәйҙәр ҡоро тарафынан әҙерләнгән таныштырыу өлөшөндә хәйбуллалар был кәсепкә дан йырланы, үҙҙәрен ашлы ла, эшле лә иткән кәзә мамығына мәҙхиә уҡыны. “Кем шәл бәйләй, шул бай йәшәй” тигән таҡмаҡтар ҙа, шәл менән бейеүҙәр ҙә ябай ғына тойолған шөғөлдөң ни тиклем кәрәкле, табышлы һәм мәҙәни яҡтан да әһәмиәтле икәнлегенә йәнә бер ҡат инандырҙы.
Ағинәйҙәр йыйынын Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибра­һимов асты. Ул үҙенең сығышында, хәй­бул­лаларҙың ҡунаҡсыллығын баҫым яһап, ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған рухи байлыҡты ҡәҙерләп һаҡлап, уны түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткереүҙәрен оло хөрмәткә лайыҡ тип билдәләне.
Райондың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова ла ошо һүҙҙәрҙе ҡеүәтләне.
— Беҙҙең районда ағинәйҙәр хәрәкәтенең башланыуына күп түгел, әммә ул тиҙ арала һәр ауылда тиерлек ойошторолдо. Тап ағинәйҙәр һәр сараның әйҙәүсеһенә әүерелде тиһәм дә хата булмаҫ, — тине ул. — Быйыл һәр ауылда халыҡ күңеленә яҡын, ҡыҙыҡлы байрамдар үтте, шуларҙың күбеһе беҙҙең ошо инәйҙәр башланғысы менән ойошторолдо. Мәҫәлән, Степной ауылында – картуф, Аҡнаҙарҙа — ашҡабаҡ, Һаҡмар- Наҙарғолда — ҡорот, Ҙур Арыҫланғолда – ҡамыр, Әбүбәкерҙә — тәгәрмәс, Подольскиҙа — яулыҡ, Иләстә – ситән, Яңы Ергәндә балсыҡ байрамдары үтте. Был сараларҙың барыһы ла ауыл халҡының көнитмешен яҡшыртыуға, йәш быуын күңелендә хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләүгә, ата-бабаларыбыҙҙың онотола барған шөғөлдәрен тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
“Шәл байрамы” хайран иттеДәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ла хәйбуллаларҙың ихласлығына, тырышлығына, сәмле һәм дәртле булыуҙарына һоҡланыуын белдерҙе һәм райондың иң әүҙем ағинәйҙәренә үҙенең бүләген бирҙе — шәл япты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатовтың бөгөнгө ағинәйҙәрҙе Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге Оло инәй образына оҡшатыуын белдерҙе.
— Оло инәй — Кендек әбейе генә түгел, ә бөтә ауылдың тормошон, һәр кемдең ҡайғы-шатлығын белеп торған оло йөрәкле ҡатын да. Бөгөн ошо вазифаны ауылдарҙа, бигерәк тә башҡорттар күпселекте тәшкил иткән төпкөлдәрендә, ағинәйҙәр башҡара түгелме һуң?! Киләсәктә ошондай йыйынды республика кимәлендә, Өфөлә, үткәреү кәрәк, — тине Хәләф Хәлфетдин улы.
Иң әүҙем ағинәйҙәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Үҙенең йәшәү өлгөһө менән күптәргә үрнәк булған педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның да сығышын йылы ҡабул итте йыйында ҡатнашыусылар. Яҡташтары, бөгөн Өфөлә “Башбланк­издат” ойошмаһының генераль директоры булып эшләгән Гөлсәсәк Әлибаеваның ҡатнашыуы ла байрамға оло мәртәбә өҫтәне. Ул сарала бағыусы булараҡ та сығыш яһаны һәм райондың иң әүҙем ағинәйҙәренә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.



ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Әбүбәкер ауылы ағинәйҙәре Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның күргәҙмәһе янында
Байрамдан күренештәр
Ағинәйҙәр
Менәүәрә Бозарбаева менән Мәрфүға Азаматованың “Әйтеш”е
Әбеш ауылы ағинәйҙәре бейей
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ағинәйҙәре

Автор фотолары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91