Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя көтә белә үҫәргәндәр, баҙар талабынса үҙгәргәндәр
Тергеҙелә төп тармаҡ

Баҙар иҡтисады тигәндәй, Ейәнсура районын башҡа төбәктәрҙән айырып торған йүнәлеш – һарыҡсылыҡ. Районда климатик һәм географик шарттарға ҡарап та, көтөүлек майҙанының ҙурлығы буйынса ла, хужалыҡ итеү тәжрибәһе яғынан да был тармаҡты үҫтереү ҡулай. Заманында бында 110 мең баштан ашыу һарыҡ аҫранылар. Бер данлыҡлы “Ейәнсура” совхозында ғына ла 34 меңләп мал бар ине.
– Тармаҡтың юҡҡа сығыу сигенә етеү сәбәптәрен иҡтисадта күрәм: һарыҡ итенә лә, йөнгә лә ихтыяж ныҡ кәмене, – ти район хакимиәте башлығының беренсе урын­баҫары Самат Йәрмөхәмәтов. – Хәҙер ошо өлкәне тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ, сөнки баҙар талабы арта башланы, шул иҫәптән сит илдәргә лә сығыу мөмкинлеге бар. Был тармаҡты үҫтереү теләген республика Президенты Рөстәм Хәмитов та хупланы.
Башҡортостандың Төбәк тикшеренеүҙәре институты ярҙамында “Ейәнсура районында һарыҡсылыҡты үҫтереү концепцияһы” эшләнгән. Ул ҡалын бер китап рәүешендә, йәғни барлыҡ кәрәкле мәғлүмәт тупланған, иҫәп-хисап яһалған. Уның нигеҙендә бизнес-план да төҙөлгән. Күптән түгел Ставрополдә үткән Рәсәй һарыҡсылары конферен­цияһында ҡатнашыу ҙа район белгестәрен ошо эшкә дәртләндергән. Былтыр районға 12 миллион һумлыҡ беренсе транш күсерелгән, был аҡсаға 1 800 баш һарыҡ һатып алынған, уларҙың байтағы бәрәс­ләгән дә инде. Алған саҡта тоҡомдо оҙаҡ ҡына һайлағандар, ахырҙа Волгоград өлкәһендәге тоҡомсолоҡ хужалығы менән килешкәндәр.
Бүтән йүнәлештәге фермер хужалыҡ­тарына ла ярҙам тос Ейәнсурала. Улар мәнфәғәтендә булған һәр программаға ҡушылып китергә, үҙ йүнселдәрен яҡларға ынтылалар төбәктә, сөнки ҡоролоҡ булған йылдар хужалыҡтарға үҫергә бик ирек бирмәгән. Төп маҡсат – фермерҙарға һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға продукцияны һатырға ярҙам итеү. Тауар һатыла икән, тимәк, халыҡ та хәлләнә, район ҡаҙнаһына ла бынан файҙа ғына.

Аҡтан да аҡса килә

– Магнитогорск һөт комбинаты менән берлектә ауылдарҙа һөт йыйыуҙы әүҙемләштерҙек, – ти район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм эшҡы­уарлыҡ бүлеге етәксеһе Аҙнабай Бәҙәмшин. – Ни өсөн ошо йыраҡтағы предприятие менән эшләйбеҙме? Баҙар иҡтисады үҙ-ара ышаныстың ныҡлы булыуын да талап итә. Ә ул һәр саҡта ла һынауҙы уңышлы үтә алмай. Башҡа һөт комбинаттары менән эшләп ҡараныҡ. Ләкин йәйге мул һөт осоро етә башлағас та, ҡабул итеү хаҡын кәметәләр. Ә бит хаҡ алдан килешелгән – килограмы 8 һум! Ләкин бер тапҡыр 50 тингә төшөрәләр, тора биргәс – тағы 50 тингә, “объектив” сәбәптәр табыла килә. Был хәлдән иҡтисади файҙа кәмеп кенә ҡалмай, уның халыҡты ошо эштән биҙҙереүе, ауылда ла аҡса эшләп була икәненә ышаныс­ты юғалтыуы ихтимал бит! Ә ышанысты юҡҡа сығарыуы ғына еңел, ҡабат тергеҙеп ҡара...
Йыл башынан алып районда шәхси хужалыҡтарҙан 816 мең тонна һөт йыйып алынған. Икенсе төрлө әйткәндә, быйыл ғына ла халыҡҡа һөт тапшырыуҙан килгән биш миллион һум аҡса түләнгән. Был эште башлар алдынан ауыл хакимиәттәрен зоналарға бүлеп, ҡайҙа нисә һөт ташыусы машина бар, ҡайҙа һөт һыуытҡыстар ҡуйырға була – алдан иҫәпләп сыҡҡандар. Яңы һөт ташыу машиналары ла алынған, уларын алыҫ ауылдарға беркеткәндәр, сөнки төпкөлдән ташыу ауырға тура килә. Планда тағы бер һөт ташыу машинаһы һәм бер һөт һыуытҡыс алыу ҡаралған.

Күҙ ҡурҡа,
ҡул эшләй, тиҙәр...


Теплица хужалыҡтарын үҫтереү буйынса ла эш әүҙемләшкән. Район белгестәре ошо йүнәлештә алға киткән Туймазы районына барып ҡайтҡан, ундағы тәжрибәне үҙҙәрендә ҡулланыу буйынса эш төркөмө төҙөлгән. Бер нисә теплица хужалығы ҡыяр үҫтереп һата башлаған да инде. Күләме әлегә бик ҙур түгел, әммә эштең урынынан ҡуҙғалыуы шарт. Һәм, әлеге лә баяғы, был тармаҡты Ейәнсура яҡтарында уңышлы үҫтереп була икәненә ышаныс тыуһын, ул нығый барһын.
Ауылдар янындағы һыу ятҡылыҡтарын ҡоротмау, төҙөкләндереп тороу хәстәрлеге лә күрелә, сөнки мал аҫрау, айырыуса һарыҡсылыҡты алға ебәреү өсөн һыулау урындарының күп булыуы мөһим.
Ейәнсура яғы умартасылыҡ буйынса ла дан тота. Күстәр һаны йылдан-йыл арта. Йөҙәр баш тотҡан уңғандар ҙа бар хәҙер төбәктә. Үҙҙәренең ассоциацияһын ойошторғандар. Бөгөнгә районда бал запасы күп. Ошо ризыҡты һауыттарға тултырыу эшен дә үҙләштереп, бал һатыуҙы еңеләйтеүҙе һәм тиҙләтеүҙе ассоциация ярҙамында башҡарып сығырға ниәтләйҙәр.
Ҡабат тергеҙелгән һәм үҫеш ала баш­лаған эшҡыуарлыҡ йүнәлештәре ара­һында быйма баҫыу кәсебе лә бар. Быймасылар хәҙер һәр ауылда тиерлек. Сәғиттә, мәҫә­лән, улар хатта бер нисәү. Башҡа боронғо һөнәрҙәр ҙә юғалмай. Миҫалға данлыҡлы Ейәнсура шәлдәрен килтерергә була.
Үҙ эшен асыусыларға Эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы нигеҙендә аҡсалата ярҙам да күрһәтелә. Был йәһәттән яҙылған ғаризаларҙы йылына ике тапҡыр ҡарайҙар.

Беҙҙең иткә кем хужа?

Барыһы ла ал да гөл түгел, әлбиттә. Бөгөн иң ауыр проблемаларҙың береһе – ит һатыу. Законға ярашлы, 1 ғинуарҙан алып һатырға тәғәйенләнгән малды ихаталарҙа түгел, ә махсус цехтарҙа ғына һуйырға рөхсәт ителә. Быныһы бер проблема булһа, икенсеһе – һуйылған итте һатыуҙың ҡыйынлығы. Ауыл халҡы һимерткән малын алыпһатарҙарға килограмын тереләй ауырлыҡта 60-65-әр һумдан ғына биреп ебәрергә мәжбүр. Ә бит Өфөләге йә башҡа урындағы баҙарға инеп ҡарағыҙ: иттең хаҡы 200 һумдан да түбән түгел. Шулай булғас, ауыл кешеһенең ни саҡлы отолоуы аңлашылып тора.
Мәсьәләне хәл итеү юлын махсус муниципаль предприятие ойоштороуҙа күрә ейәнсуралар. Ул ошондай принцип менән эшләй: предприятие вәкиле кемдең мал һуйырға әҙерләнгәнен белешә һәм улар менән бәйләнештә тора. Заказ булһа (әйтәйек, кемдер туй үткәрә һәм уға 30 килограмлап ит кәрәк), мал хужаһына шунда уҡ хәбәр итеп, унан алынған тауарҙы һатып алыусыға биреп тә ебәрә. Әгәр ҙә итте хужаһы, мәҫәлән, килограмын 180-шәр һумдан тапшырырға риза икән, был ике яҡ өсөн дә отошло: һатып алыусы байтаҡ аҡсаһын янда ҡалдыра, ә крәҫтиән малын тиҙ генә аҡсаға әйләндерә ала, сөнки, транспорт булған хәлдә лә, баҙарҙа 200-300 һумдан һатып тороу мәшәҡәтлерәк, уның тулыһынса һатып бөтөлөрөнә берәү ҙә гарантия бирмәй.







Эш көрәк менән башланғайны...

Төбәктә иң беренсе һалынған юлдар уҙған быуаттың 30-сы йылдарына тура килә. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тигән боронғолар. Оҙаҡ йылдар Ейәнсура юлдары үтеп сыҡҡыһыҙ ине. Таш япма, аҫылмалы ағас күперҙәр, Эйек йылғаһын паром аша сығыу... Төбәктә хатта ошо тармаҡты хеҙмәтләндергән айырым бүлексә лә булмаған.
1965 йылда районда 1366-сы етештереү участкаһы ойошторола. Шул саҡтан тимер-бетон конструкциялы баҫмалар, ҡаты япмалы юлдар һала башлайҙар. Бер йылдан был участкаға Өфө автомобиль һәм юл төҙөлөшө техникумын тамамлап килгән йәш белгес, инженер Зөлфиә Биктимерова етәксе итеп тәғәйенләнә.
– Иҫәнғолға тәү киле­үем­де әле булһа хәтер­ләйем, – ти Зөлфиә Ха­жи­вәли ҡыҙы. – Бүлек­сәлә етәксе һәм бухгалтер менән бергә ете кеше, өс ат бар. Бөтә нәмә ҡул көсө менән атҡарыла. Юл һалырға әҙерлек эштәрен башҡарғанда үҙем үлсә­йем, үҙем тамғалайым. Соҡорло урындарҙы тигеҙ­ләйбеҙ, емерелеп барған ағас күперҙәрҙе төҙәтәбеҙ. Ауылдарға юл юҡ. Ямғыр яуһа, үтерлек тә булмай. Көрәк, балта тотоп, ат үткән ерҙә ат менән юл һалабыҙ. Аҙаҡ яйлап кәрәкле техника һатып ала башланыҡ, ләкин юл төҙө­лөшөндә эш бер ҡасан да еңелдән булманы. Иртән иртүк килә инек, төн еткәс кенә ҡайтабыҙ. Шулай ҙа заманалар яҡшыра барҙы, техника артты.
Әле Зөлфиә Хаживәли ҡыҙы хаҡлы ялда. Бөгөн Ейәнсура юл ремонтлау-төҙөү идаралығы – «Баш­кир­автодор» асыҡ акционерҙар йәм­ғиәтенең филиалы. Коллектив инновация технологияларын ҡул­ланыуҙа әүҙемлек күрһәтә. Улар тармаҡта тәүгеләрҙән булып юл төҙөлөшөндә ваҡ ташлы һәм мастикалы асфальт-бетон ҡулланыуға күскән. Яңы технология юл төҙөлөшөн күпкә сифатлыраҡ итә, уның файҙаланыу ваҡытын оҙайта.
Коллективта бө­гөн йөҙгә яҡын кеше эшләй. Эш хаҡы тотороҡло, хеҙмәт­кәр­ҙәр кейем, йылы аш менән тәьмин ителә. Торлаҡ төҙө­гәндә, фатир һатып алғанда ярҙам күр­һәтелә. Шифахана­ларҙа ял итеү мөм­кинлеге лә бар.
Эйе, һауа шарттары ниндәй генә булыуға ҡарамаҫ­тан, юл төҙөүселәр көндө төнгә ялғап эшләй. Был төбәктә юлдарҙың тигеҙле­генә, һәр саҡ таҙа тотолоуына, ғөмүмән, бар ерҙә тәртип булыуына халыҡ өйрәнеп тә бөткән инде. Уңған коллективҡа хәҙер тәжрибәле белгес Геннадий Ерофеев етәкселек итә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 17

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 18

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 48

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 27

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 37

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 43

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 63

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 44

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 36

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 58

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 83

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 58