Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәстәрлек солғанышында
Хәстәрлек солғанышында Республикалағы һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн эшләп килгән дүрт реабилитация үҙәгенең береһе Нефтекамала урынлашҡан. 2003 йылда ойошторолған был учреж­дение­ның 17 район һәм дүрт ҡаланы хеҙмәтлән­дергән дүрт филиалы һәм өс бүлексәһе бар, уларҙа 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан үҙәктең көндәлек эш-хәстәрҙәре тураһында уның директоры Зилә ГӘРӘЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Үҙегеҙҙең учреждение менән таныштырып китһәгеҙ ине, Зилә Мөхәмәтнур ҡыҙы...
— Үҙәк эшмәкәрлегенең төп маҡсаты, ябай ғына әйткәндә – яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡәҙимге тормоштан һәм әүәлге көнитмештән мәхрүм кешеләрҙең беҙ күнеккән мөхиткә тулыһынса йә өлөшләтә яраҡ­лашыуына булышлыҡ итеү. Был мөһим эштең йүнә­лештәре, тәғә­йен саралары күп төрлө. Беҙгә килгән һәр баланың социаль статусын тергеҙеү менән бер рәттән, уның тирә-яҡтағы шарттарға ҡулайлашыу мөмкин­лектәрен арттырырға ынтылабыҙ. Һаулыҡ торошо арҡаһында физик мөм­кинлектәре сикләнгәндәр йәмәғәт тормошонан һис тә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Уларҙың һәр береһенең нин­дәйҙер бәләкәй генә булһа ла уңышҡа өлгәшеүе – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Икенсе яҡтан, былай ҙа ҡыйынлыҡ кисергән ата-әсәләрҙең хә­ленә инеүҙе, уларҙың ихтыяждарын өйрәнеп, әсе яҙмышлы балаларын тейешенсә тәрбиәләүгә ярҙамлашыуҙы ла күҙ уңында даими тотабыҙ.
— Был мөһим бурыстарҙы тор­мош­ҡа ашырыу йәһә­тенән ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?
Хәстәрлек солғанышында— Тәү сиратта, ғаиләләрҙә тәрбиә­ләнгән инвалид балалар һәм үҫмерҙәр тураһында тулы мәғлүмәткә эйә булырға тейеш­беҙ. Тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгәнлектән, был йәһәттән ниндәйҙер ҡыйынлыҡ тоймайбыҙ. Күп сараларҙы халыҡты социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа учреждениелар менән тығыҙ бәйләнештә ойошторабыҙ. Шулай ҙа реабилитация эшен тулы күләмдә атҡарыу, ауыр яҙмышлы балаларға һәм үҫмерҙәргә психологик ярҙам күрһәтеү, уларға һөнәри йүнәлеш биреү тулыһынса беҙгә йөкмәтелгән.
— Улар нимәнән ғибәрәт һуң?
— Беҙҙең үҙәктә, шулай уҡ уның барлыҡ филиал һәм бүлексәләрендә реабилитация сараларын тормошҡа ашырыу өсөн тейешле шарттар булдырылған. Бағыусыларҙың даими ярҙамы арҡаһында кәрәкле ҡорамал­дарға, тренажерҙарға мохтажлыҡ кисер­мәйбеҙ. Балалар һәм үҫмерҙәр, медицина күрһәткестәренә ярашлы, физиотерапия дауалауы ала, уларға массаж яһайбыҙ, һауыҡтырыу һәм тирә-йүнгә ҡулайлашыуға бу­лышлыҡ иткән төрлө физик күнегеүҙәр үткәрәбеҙ. Ин­валидтарҙы стационар һәм амбулатор хеҙмәтләндереү ойош­торол­ған, бының өсөн үҙәк буйынса бөтәһе 70 урын булдырылһа, шуларҙың 15-е — Нефтекамала. 2013 йылда 2150 бала реабилитация саралары үтһә, быйылғы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса уларҙың һаны мең ярымға яҡынлашты.
Медицина ярҙамы менән бер рәттән инвалид балаларҙың һәләттәрен үҫ­тереү буйынса ла маҡсатҡа ярашлы эш алып барабыҙ. Әйтергә кәрәк, улар араһында төрлө шөғөлгә әүәҫтәр бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре яңғыҙ әсә тәрбиәһенә генә ҡалғанлыҡтан, был йүнәлештә артабан үҫештән мәхрүмдәр. Шуға ла үҙәктә балаларҙың ижади һәләттәрен арттырыу өсөн оҫтаханалар, төрлө түңәрәктәр ойошторолған. Уларҙа беҙҙең тәрбиәләнеүселәр ҡул эштәренә, һүрәт төшөрөргә өйрәнә, театр сту­дияһында үҙҙәрен һынап ҡарай. Бы­ларҙан тыш, беҙҙә төрлө байрам һәм даталарға арнап бай йөкмәткеле саралар ойошторола, уларҙа балалары менән бергә ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ бергәләп концерттарға, төрлө осрашыу­ҙарға, спорт сараларына барабыҙ. Үҙ сиратында, китапхана, музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, балалар ижадын үҫтереү үҙәктәре, ҡайһы бер башҡа учреждение һәм ойошма вәкилдәре, мәҫәлән, спортсылар, үҙҙәре беҙгә килә. Форсаттан файҙаланып, үҙенсәлекле яҙмышлы балаларҙы төрлө сараларға саҡырыуҙа, уларҙы беҙҙә ойоштороуҙа шәфҡәт­лелек, үҙәккә даими рәүештә һиҙелерлек хәйриә ярҙамы күрһәткәндәрҙең барыһына ла гәзит аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Ул ғына түгел, үҙәк белгестәре тырышлығы менән беҙгә йөрөгән балалар район һәм ҡалаларҙа, шулай уҡ республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади конкурс һәм бәйгеләрҙә, күргәҙ­мәләрҙә ҡатнаша. Был бигерәк тә социаль реабилитация йәһәтенән бик мөһим: үҙҙәренең йәмғиәт өсөн кәрәклеген күреү балаларҙа ғорурлыҡ тойғоһо уята, уларҙың ата-әсәһе лә үҙ яҙмышына икенсерәк күҙлектән ҡарай башлай. Быларға тағы ла беҙҙең белгестәр үткәргән оҫталыҡ һәм психологик бушаныу дәрестәрен, махсус тренингтарҙы ла өҫтәһәң, яҙмыш тарафынан рәнйе­телгәндәрҙең үҙ тормошона ҡарашы яҡшы яҡҡа ғына үҙгәреүен самаларға була.
— Был эштәрҙе кемдәр ойоштора?
— Балалар менән эшләү еңелдән түгел, үҙәктең барлыҡ медицина хеҙмәт­кәрҙәре һәм педагогтары маҡтауға ғына лайыҡ. Улар – үҙ һөнәренең ысын оҫталары, йөрәктәре балаларға сикһеҙ һөйөү һәм ихтирам менән тулы. Төрлө кимәлдәге етәкселектең тиҫтәләгән маҡтау ҡағыҙына, дипломға лайыҡ булыуыбыҙ – тырыш һәм татыу кол­лективыбыҙҙың дөйөм хеҙмәт һөҙөм­тәһе. Нефтекамалағы үҙәкте алғанда, тәү сиратта юғары категориялы уҡытыусы-логопед Эльмира Хәсәнова­ны, физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Инна Шмакованы, хеҙмәткә өйрәтеү буйынса инструктор Гөлсирен Вәлиәхмәтова­ны айырым билдәләр инем. Етәксе булараҡ, коллективты дөйөм маҡсатҡа туплауҙа урынбаҫарым Альбина Мөнированың даими һәм эшлекле ярҙамын тоям.
— Һәр хеҙмәт коллективының уңыштары күп дәрәжәлә етәксегә бәйләнгән. Оҙаҡ йылдар был өлкәлә эшләп, ҙур тәжрибә туплаған белгес булараҡ, үҙегеҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙсе, Зилә Мөхәмәт­нур ҡыҙы.
— Сығышым менән Яңауыл райо­нының Бәҙрәш ауылынанмын. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, “Ҡарман” ГРЭС-ын төҙөү сәбәпле, ауылыбыҙ күсерелде. Йәшлек йылдарымда Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең комсомол ойошмаһында ярайһы ғына тәжрибә тупланым, һуңы­нан партия һәм совет органдарында, төрлө учреждениеларҙа эшләнем. Дан-шөһрәт артынан ҡыуманым. Хеҙмәт­тәштәрем мине аңлай, һәр башланғыста уларға таянам. Киләсәктә лә шулай булыр, тип уйлайым. Башҡарған изге эштәребеҙҙе уңышлы дауам итергә яҙһын.

Ансар НУРЕТДИНОВ
әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 0

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 0

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52