Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояшлы Ташкент ҡалаһы Һыйындырған башҡорт балаһын!..
Ҡояшлы Ташкент ҡалаһы Һыйындырған башҡорт балаһын!.. Милләт рухы һағына баҫҡас

Һаумыһығыҙ, Вәлидиҙе ҙурлап,
Башҡорт ҡотон һаҡлар башҡорттар!
Сәләм һеҙгә милләт мәркәзенән,
Сәләм һеҙгә ғәзиз баш йорттан!
­
Тыуған ерҙән бигерәк алыҫ икән
Бөгөн төйәк иткән йортоғоҙ,
Әммә нурҙай балҡып саҡырғандай,
Ҡарашығыҙ, йөрәк утығыҙ.

Үҙ күргәнгә бына килеп еттек,
Ялҡын өҫтәйек, тип усаҡҡа.
Ҡайһы тауға ҡарап йырлайһығыҙ
Йәнегеҙҙә терәк юҡ саҡта?

Ниндәй көйҙәр һеҙгә ҡеүәт бирә,
Ниндәй һүҙҙәр һеҙгә дәрт өҫтәй?
Ситтәр араһында үҙең булыу –
Һәр көн ҡамап килгән көрәштәй.

Һеҙҙең ялҡын беҙгә килеп етә,
Бигерәк сағыу Шәреҡ ҡояшы.
Рәхмәт инде үзбәк ҡәрҙәштәргә –
Туҙмаған бит башҡорт ояһы.

Һеҙҙең йөҙҙә милләт ҡото арта,
Бар итәбеҙ бергә баш йортто.
Милләт ҡотон һаҡлап йәшәй ерҙә
Үзбәкстан ере башҡорто! –
тип өндәштем милләттәштәргә кисен Ташкент дәүләт музыкаль комедия театры сәхнәһенән. Эйе, бәлки, телмәремдең башы бер ни тиклем пафослы ла тойолғандыр, әммә сит ерҙәрҙә үҙҙәренә хыянат итмәй йәшәп ятҡан милләт­тәштәреңә мәҙхиә йырлау йөрәктәренә им генә булыр. Ә инде уларҙы һыйындырған үзбәк халҡына рәхмәт әйтмәһәм, белекһеҙ бер әҙәм кеүек тойор инем үҙемде. Әйткәндәй, халыҡҡа шиғри һүҙ танһыҡ икән. Бер ниндәй тәрже­мәсеһеҙ ҙә үзбәктәр һәр һөйләмде аңлаған. Илдәрҙең, дәүләттәрҙең тыныслығы өсөн беҙгә аралашыу етмәй. Элекке СССР-ҙы ғына иҫкә алайыҡ: милли авторҙар, китаптар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ябай уҡыусыға барып етә ине. Мостай ағайҙың әсенеп һөйләгән бер һүҙе иҫтә ҡалған. Ҙур дәүләт тарҡалғас, ул мәшһүр үзбәк шағирәһе Зөлфиәнең үлеме хаҡында гәзит­тәрҙән уҡып белеп ҡала. “Илебеҙҙе юғалтҡас, бәйләнештәр ҙә өҙөлгән, бик әрнеп ҡабул иттем ул хәбәрҙе”, – ти. Ә бөгөн Ташкентта Зөлфиә-шағирәгә һәйкәл ҡуйылған, уның исемендәге премия бар, бүләкте талантлы йәш ҡыҙҙарға тапшыралар.
Байрам кисәһенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Юғары кимәлдә ойошторолған сарала Рәсәйҙең Үзбәк­стандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Тюрденев, Рәсәй мәҙәниәт һәм фән үҙәге директоры, кәңәшсе, тарих фәндәре докторы Виктор Шулика, Рәсәйҙең Үзбәкстандағы илселеге кәңәшсеһе Сергей Соколов, Үзбәкстандың интернациональ мәҙәни үҙәге директоры Насриддин Мөхәммәдиев, Ташкент ижтимағи-сәйәси-мәҙәни үҙәгенең Аҡһа­ҡал­дар советы рәйесе Рим Ғиниәтуллин, З. Вә­лиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге рәйесе Илшат Хәсәнов ҡатнашты. Владимир Львович үҙ телмәрендә Башҡорт­остандың Рәсәй дәүләтендә тотҡан урыны, ШОС һәм БРИКС саммиттары тап башҡорт ерендә үтәсәге хаҡында һөйләне. Виктор Николаевич мәҙәни бәйләнештәр аша халыҡтар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре нығыуы тураһында фекер әйтте. Эйе, тап шулай – Башҡорт мәҙәниәте фестивале быға асыҡ миҫал булды: башҡорт, татар, үзбәк, рус, чечен йыр-бейеүҙәре аша залдағылар күңеленә рухи күперҙәр һалынды. Үзбәкстанда 140-тан ашыу милләт йәшәй. Уларҙы берләштергән интернациональ мәҙәни үҙәк директоры Насриддин Мөхәммәдиев башҡорт ҡәрҙәштәрен байрам менән тәбрикләп, компьютер бүләк итте.
Ҡояшлы Ташкент ҡалаһы Һыйындырған башҡорт балаһын!..Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитетының Рәхмәт хаты В. Тюрде­нев­ҡа, С. Соколовҡа, Н. Мөхәммәдиевкә, Ғ. За­­риповҡа тапшырылды. Ҙур кинәнес менән атҡарҙым был миссияны, шундай оло ышаныс менән милләттәштәремә илсе итеп ебәргән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына, мөмкинлек тапҡан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына рәхмәт. Яҡшы хәбәр, кәйеф күтәренкелеге өләшеүе бик күңелле ул, араларҙы һәр саҡ ана шулай яҡты ғәмәлдәр бәйләһен! Маҡтау ҡағыҙҙары менән “Ағиҙел” фольклор коллективы, Альбина Солтанова бүләкләнде. Феруза Халдарова, Илшат Яҡшығолов, Ғәләүетдин Сәфәрғәлиев, Рәмзиә Бикбулатова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһына – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына – лайыҡ булды. Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы – Миңһылыу Кулиева, Наилә Ғибайҙуллина һәм Эмма Маһияроваға, Мәғариф министрлы­ғыныҡы Зөлфиә Хәсиловаға тапшырылды.
Үзбәкстан башҡорттары киләсәктә респуб­лика­быҙҙың төп баҫмаһы “Башҡортостан” гәзите менән бәйләнешен нығытыр тигән өмөттәбеҙ. Тыуған ерҙәренән алыҫта йәшәп тә, милли тойғоно һаҡлап ҡала алған, уны йәштәрҙә тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән Илшат Хәсәнов, Альбина Солтанова, Феруза Халдарова, Наил Сөләймәновтарға “Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хаты бирелде. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, “Башҡортостан” гәзитенән әҙәби китаптар, әсбаптар, гәзиттәр, башҡортса йыр дисктары, сувенирҙар Үзбәкстан башҡорттарының З. Вәлиди исемендәге баш­ҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенә тапшырылды.
Сәнғәт оҫталарының балҡышлы сығышы

Ташкенттың музыкаль комедия театры бина­һындағы концерт тәрән кисерешле, тул­ҡынландырғыс булыуы менән унда ҡат­наш­­ҡандарҙың һәр береһенең хәтерендә ҡалыр. “Ағиҙел” фольклор ансамбле, Кәрим Джураев, Рәмзиә Бикбулатова, Руслан Ғәй­нанов, Рәйсә Баймырҙина, Райхан Маннапова, Римма һәм Рәмзил Ғиззәтуллин, Нәргизә Лотфрахманова, Сабина һәм Гүзәл Гаса­нова­ларҙың моңло йырҙары, “Дуҫлыҡ” ансамбле башҡарыуындағы дәртле бейеү көслө ал­ҡыштарға күмелде. Комедия театры йырсылары, Үзбәкстандың атҡа­ҙанған артистары Динара Миняева, Сурат Артыков, Мансур Таш­метовтың операларҙан ариялар башҡары­уы кисәгә үҙе бер йәм өҫтәне.
Ә инде сәхнәгә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары күтәрелгәс, зал тынып ҡалғандай булды. Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙары “Таштуғай”, “Көйөлдө”, “Элмәлек”, “Мирфәйзә”, шулай уҡ “Зәңгәр күл” күңелдәрҙе тетрәтте. Аяғүрә баҫып ҡул саптылар. Тамашасы Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыровтың “Ильяс”, “Ҡара юрға” халыҡ, “Үҙ яғыма ҡайтһам”, “Башҡортостан” йырҙарын да күҙ йәштәре аша тыңланы. Дөрөҫөн әйткәндә, залдағылар менән бер тулҡында йөҙөп, беҙҙең дә күңел нескәрҙе, сит ерҙәрҙә милли моң бөтөнләй башҡаса яңғыраш алды, берсә йөрәктәрҙе имләне, берсә милләттәштәрҙең һағышын көсәйткәндәй итте.
Бейеүсе Ильяс Ҡарабулатовты сәхнәнән ебәрергә теләмәнеләр. Ҡайһылай үҙебеҙҙең бейеүҙәр аҫыл, башҡарыусыларыбыҙ ҙа оҫта! “Форт Перовский”, “Һунарсы”, Кавказ халыҡтары бейеүе менән әсир итте йәш егет тамашасыны. “Беҙҙә ҡалһын. Яңы бейеүҙәр һалһын!” – тинеләр хатта урындағы ансамбль ағзалары.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, виртуоз ҡурайсы Азат Биксурин башҡорт көйҙәре аша тамашасыны тәүҙә ҡурай моңо менән арбаны ла, артабан донъя халыҡтары музыкаһын тәҡдим итте. Үзбәк халыҡ көйө “Ҡара тун”ды ишетеп, залда бейергә төшөп китеүселәр ҙә аҙ булманы. Дәртле, шул уҡ ваҡытта һиҙгер күңелле тамашасы йыйылғайны бында. Кисә тамамланғас та улар битараф түгеллеген белдереп: “Башҡортостан артистарына ла тағырға кәрәк ”Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын!”– тинеләр. Үҙен Фәнүзә тип таныштырған өлкән йәштәге апай:
– Һеңлем, беҙ шаярта тип уйлама. Илшат Хәсән улы аша һорашып торасаҡбыҙ, беҙгә илһам-көс биргән сәнғәт әһелдәренә йәлләмәгеҙ миҙалдарығыҙҙы! – тип ҡуйҙы. Әлбиттә, еткер­ҙем сәләмегеҙҙе, апай! Мәҙәниәт министрлы­ғына ла рәхмәтен әйтте тамашасылар.
Ысынлап та, бик лайыҡлы байрам булды Ташкентта. З. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Илшат Хә­сәнов, Үзбәкстандағы милләттәштәре исеме­нән рәхмәтен еткереп: “Бөгөн һеҙ беҙҙе башҡалар алдында бер башҡа үҫтерҙегеҙ. Туған яғыңдан килгән һәр яҡшы һүҙ, йылы мөнәсәбәт беҙҙең арҡаларҙы турайтып ебәрә, көнөбөҙҙө нурлы итә!”– тине.
Кисә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Феруза Халдарова башҡарыуында “Баш­ҡорт­остан” йыры менән тамамланды. Тик бының менән генә туҡтаманы әле аралашыу. Мил­ләттәштәребеҙ һәр беребеҙҙе ҡосағына алып, әйтерһең, Башҡортостанының бер өлөшөн тойоп ҡалырға тырышты. Яҙыусы Рәшит ағай Шәкүргә яҡташтары сәләм әйтеп ҡалды. Ейәнсура районының Абҙан ауылынан Наилә апай: “Үзбәкстанда үзбәктәр үҙ телендә һөйләшкән кеүек, беҙҙе лә Башҡортостанға ҡайтыу менән аэропорттан уҡ үҙ телебеҙ ҡаршы алһа ине ул!..”– тигән теләген еткерҙе. Ташкентта Башҡорт мәҙәниәте фестивален ойоштороуға күп көс һалған шәхес, Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы Илселегенең 1-се секретары, яҡташыбыҙ Ғаяз Зариповҡа беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа рәхмәт еткерәбеҙ. Һәр сараның уҙғарылыу кимәле ойоштороу­сыларҙың мәртәбәһенә лә бәйле.
Бына шулай һиҙелмәй ҙә үтеп китте Үзбәкстан ерендәге бер тәүлек. Ай күрҙе, ҡояш алды тигән халҡыбыҙ әйтеме тап килгәндәй әлеге байрамға. Әммә был фестиваль яҡтылығы тағы оҙаҡ ваҡыт йылытып торор әле милләттәштәребеҙ күңелен. Ташкентта ни тиклем генә ҡояш сағыу, көндәр эҫе булһа ла, йөрәк йылыһы, милли аралашыу менән кеше үҙенә был донъяла күберәк йәм таба.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91