Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил ҡеүәте ҡайҙан башлана?
Ил ҡеүәте ҡайҙан башлана? Стәрлетамаҡҡа “химиктар ҡалаһы” мөһөрө бынан теүәл 50 йыл элек йәбешә — тап шул осор каустик содаһын етештереү буйынса химия заводы эш башлай. Билдәле, яңы хеҙмәт урындары махсус белемле һөнәр эйәләрен талап итә. Шуға, ике аҙна ла үтмәй, завод ҡарамағында уҡыу йорто барлыҡҡа килә. Химия-технология техникумының тәүге студенттары киске бүлектәрҙә белем ала. Ә бөгөн белем усағы бер Стәрлетамаҡ өсөн генә түгел, республика, хатта ил кимәлендә химиктар һәм техниктар әҙерләй. Күптән түгел ул ҡаланың 60-сы лицейы менән берләште.
Стәрлетамаҡ химия-технология колледжының үткәнен барлау, бөгөнгөһөн аңлау һәм киләсәген күҙаллау маҡсатында уның директоры Ғирфан ҒӨБӘЙҘУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек.

— Ғирфан Абдулла улы, техник белем биреү мәғариф өлкәһе өсөн генә түгел, барлыҡ йәмғиәт кимә­лен­дә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә ҡалды, әле лә шулай. Был йәһәттән кол­ледж­дың ролен билдәләп үтһә­геҙсе…
— Илдең үҫешен, ҡеүәтен химия, нефттән тыш күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Әлеге көндә бурысы­быҙҙы еренә еткереп атҡарып киләбеҙ тип уйлайым. Әгәр ҙә завод бөгөн беҙҙән 15 – 20-шәр белгес әҙерләүҙе һорай икән, тимәк, уҡыу йортона ихтыяж бар. Был иһә яҡшы тарих­ҡа, традицияларға, ышаныслы һәм өмөтлө киләсәккә лә ишара.
Иң мөһиме — йәмғиәткә лайыҡлы шәхестәр әҙерләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар: быуындан быуынға оҫталыҡ­тарын тапшырып килгән берҙәм һәм тәжрибәле коллективты алайыҡмы, уҡыу буйынса мөмкинлектәргә туҡтала­йыҡмы, махсус тәжрибә үткәреү бүлмә­ләренән, йылы һәм яҡты ятаҡтан, уҡыу кабинеттарынан торған матди-техник базаны күҙаллайыҡмы – һәммәһе лә юғары кимәлдә! Әммә бөгөнгө заманда уҡыу йортоноң төп маҡсаты тик яҡшы белем биреп, йәштәрҙең ҡулына диплом тоттороп сығарыу менән генә сикләнергә тейеш түгеллеге һәр кемгә аңлашыла. Был йәһәттән күптән шундай тәр­тип бул­дырылған: беҙ республи­каның төрлө предприятиелары менән хеҙмәт­тәшлек итәбеҙ. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводын, икмәк комбинатын, “Салауат нефтехим Газпром” ком­панияһын билдәләргә мөмкин.
Ил ҡеүәте ҡайҙан башлана?Баш­ҡортостан сода компанияһына айырым туҡ­тал­ғым килә. Эшселәренең 65 проценты ошо уҡыу йортон тамам­лаған магнат менән тығыҙ мөнәсәбәт булдырылған. Хәйер, учреж­де­ниеның тарихы ла ошо заводҡа ба­рып бәйләнә. Атап әйткәндә, пред­прия­­тиеға алдағы йылда ниндәй һөнәр эйәләре кәрәген быйыл уҡ бе­ләбеҙ. Күп ваҡыт шәхсән үҙем ком­па­ния­ның цехтарына сәйәхәт ҡылып, ҡай­һы студент ҡайһы станокта эшлә­йәсәгенә тиклем күҙал­лайым. Шуныһы ла мөһим: кол­ледждың артабан ниндәй йүнәлештә эшләргә, ҡайһы һөнәрҙәргә баҫым яһарға кәрәклеген дә билдәләйбеҙ. Әйткәндәй, студент­тары­быҙ практика­һын ошо предприятиела үтә. Бынан тыш, колледждың финанс хәле лә Башҡортостан сода ком­па­нияһына бәйле. Ай һайын улар тарафынан бүленгән 180 мең һум аҡса, материалдар уҡыу йорто үҫешендә роль уйнамай ҡалмай. Ғөмүмән, үҙ ҡаҙа­ныңда ҡайнап ҡына, яҡшы студент тәрбиәләп тә, уға лайыҡлы киләсәк әҙерләп тә булмай.
Бынан тыш, һәр студент та станок артына баҫмай бит әле. Теләгәндәр (эшләп йөрөп тә) артабан юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Был йәһәттән Өфө дәүләт нефть техник универси­тетының Стәрлетамаҡ филиалы менән эш алып барабыҙ. Ҡануниәттә урта һөнәри уҡыу йортон тамамлағандар университетҡа хәҙер тик беренсе курсҡа ғына килергә хоҡуҡлы булһалар, беҙҙекеләр махсус килешеү нигеҙендә әлеге филиалдың өсөнсө курсына бара.
— Бөгөн эшсе һөнәрҙәр кәрәк, тибеҙ. Шул уҡ ваҡытта колледж быйыл ҡаланың 60-сы һөнәрселек лицейы менән бергә ҡушылды. Һүҙ ҙә юҡ, илдә барған сәйәсәттән ситтә ҡалыу мөмкин түгел, шулай ҙа был аҙым йүнәлештәрҙе, бюджет урындарын ҡыҫҡартыуға килтермәнеме?
— Алдан уҡ шуны билдәләп китәйек: ике белем усағы ла — абруйлы, тәрән тарихлы уҡыу йорттары, “осорған ҡоштары” буйынса ла иғтибарға лайыҡ. Үҙем 60-сы лицейҙы етәкләп килгән кеше булараҡ, уның мөмкинлектәрен яҡшы беләм. Әммә төп сәбәп мөмкин­лектәрҙән ситтәрәк ята – сығымдар. Тик был студенттарҙың һаны ҡыҫҡара, бюджет урындары, төркөмдәр кәмей тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, ике уҡыу йорто берләшеп, матди-техник база яғынан да, педагогик күҙлектән дә колледждың ҡеүәте бермә-бер артты. Шуныһы би­герәк тә иғтибарға лайыҡ: программаға яңы һөнәрҙәр ҙә өҫтәлде. Хәҙер сту­дент­тарға “өс кимәлле” белем алыу мөм­кинлеге буласаҡ: башланғыс һөнә­ри, урта һөнәри һәм юғары (ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы менән килешеү нигеҙендә).
Ил ҡеүәте ҡайҙан башлана?— Ғирфан Абдулла улы, шуныһы хаҡында ла һорағым килә: техник уҡыу йорто булараҡ, йәштәр донъя­һының башҡа йүнәлештәре иғти­барҙан ситтә ҡалмаймы?
— Бер генә миҫал: күптән түгел милли көрәш буйынса секция эшен башланыҡ. Был күренештә рух та, эске ныҡлыҡ та, сәләмәтлек торошо ла са­ғылмай ҡалмайҙыр. Бынан тыш студент­тарыбыҙҙың башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа еңеүе лә күпте һөйләй. Колледжда башҡорт КВН-ын үҫтерергә торабыҙ. Ғөмүмән, уҡыу йорто әле техникум сағында уҡ ҡаланың рухлы белем усаҡтарының береһе булараҡ билдәле ине. Хәйер, беҙ бит роботтар етеш­тер­мәйбеҙ, ә ил ҡеүәтенең техник нигеҙе менән бер рәттән уның киләсәген алға әйҙәүсе, тарихын белгән, телен хөрмәт иткән рухлы шәхестәр тәрбиәләйбеҙ!
— Киләсәккә пландар ниндәй?
— Әлбиттә, тәү сиратта студенттарға белем биреүҙе камиллаштырыу, яңы һөнәрҙәр, төркөмдәр асыу. Бынан тыш, лабораториялар булдырыу, ғөмүмән, матди-техник базаны яҡшыртыу. Шул уҡ ваҡытта бөгөн юғары белемле булып та эшһеҙ интеккән йәштәр бихисап. Шундай егет-ҡыҙҙарҙы ла иғтибарҙан ысҡындырмайбыҙ – уларға колледжда яңы эшсе һөнәре биреп, завод-пред­прия­тиеларға урынлаштырырға тыры­шабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был йәһәттән боҙ күптән ҡуҙғалды, тик мөмкин­лек­тәрҙе тағы ла киңәйтергә иҫәп бар. Йәмғиәттә икешәр-өсәр (хатта — ҡыҙыл) дипломлы булып та хеҙмәт урыны таба алмай йөрөгән йәштәр байтаҡ – бигерәк аяныслы күренеш. Ошо айҡанлы хеҙмәт кешеһенең баһаһын, урта һөнәри белем биреү учреждениеларының бәҫен күтәрергә лә күтәрергә әле беҙгә.
Бынан тыш, Башҡортостан сода ком­пания­һы менән берлектә күп функциялы үҙәк булдырырға план­лаш­­ты- рабыҙ. Унда завод инженерҙары белемен камил­лаштырасаҡ. Ғөмүмән, конкуренцияға торошло, үҙ һөнәренең оҫталары булған, заман талаптарына яуап биргән эшсе кадрҙар әҙерләү зарур киләсәктә!

Рәмил МАНСУРОВ
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бәхәс  (Юмореска)

Бәхәс (Юмореска) 20.02.2019 // Йәмғиәт

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр? Ике аҙналап “егет” булып йөрөгән Хәйрүштең бөгөн эшкә килгәс тәүге...

Тотош уҡырға 0

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!”

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!” 20.02.2019 // Йәмғиәт

Тап шундай уйҙар менән ҡайтты Ишембай районында ял иткән Сибай балалары....

Тотош уҡырға 24

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк 20.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн иртән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларында ял итеү өсөн Магнитогорск...

Тотош уҡырға 33

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар 20.02.2019 // Йәмғиәт

Иглин районы халҡы быйыл 1 ғинуарға 64 796 кешене тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса улар бер йыл...

Тотош уҡырға 26

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала!

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала! 20.02.2019 // Йәмғиәт

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “2018 йылда Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль ер...

Тотош уҡырға 16

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 113

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 80

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 71

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 83

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 52

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 43

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 95