Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көтөп алған байрам
Көтөп алған байрам Дүрт йыл барған Бөйөк Ватан һуғышы иле­беҙ­гә күп бәлә-ҡаза килтерҙе, ул юғалтыу­ҙарҙы үҙе­беҙ тойоп, аңлап үҫтек. Һуғыш яландарында ятып ҡалған ҡор­бандар, тылда күргән аслыҡ, ялан­ғаслыҡ хаҡында хәтирәләр әле лә йөрәк түрҙәребеҙҙә һаҡлана.


Атайым Абдрахман Ғәлимулла улы Сәғәҙиев һуғышҡа киткәндә, әсәйем Бибиғәйшә Вәлиәхмәт ҡыҙы ҡара­мағында биш бала тороп ҡал­ғанбыҙ. Ә иң кесе ҡустыбыҙ Ринат, үпкәһенә һыуыҡ тейеп, бәләкәй генә сағында был донъя менән хушлаш­ты. Балаларҙы ашатырға кәрәк. “Ас­лыҡ” тигән нәмә төрлө үләнде лә ризыҡ итә тигәндәй, бөтәһен дә ашап үҫергә тура килде. Яҙ етеп, саҡ ҡына ҡар иреп, ҡара ер асыла башлаһа, серегән картуф менән туҡланыу ғына ла беҙҙе ниндәйҙер бер ләззәт, туҡлыҡ донъяһына алып барған кеүек тойола ине. Кесерткән, дегәнәк тамыры, алабута, балтырған, ҡаҡы һәм башҡа үҫемлектәр ҙә артабан беҙҙең төп рационға инә тор­ғайны. Бынан тыш, кейенергә кәрәк бит әле. Меҫкен әсәйемдең клеенканан ыштан тегеп бир­гәне әле булһа хәтеремдә.
Бала бала инде, сана йәки саңғы шыуғы килә. Нисек инде баш­ҡаларҙан үҙеңде кәм тоймаҡ кәрәк? Беҙҙең Тирмән-Йылға ауылында ҙур ғына ике тау бар. Береһе — Ташлығыр, ә икенсеһе Ҡыҙылтау тип ата­ла. Шул тауҙарҙың икенсеһенә барып, туй­ған­сы тигәндәй сана, саңғы эйеп ҡайтыу үҙе ҙур шат­лыҡ ине. Өшөү-туңыу тигән нәмәне белеү ҡайҙа! Күрәһең, шатлыҡ тойғоһо унан өҫтөнөрәк бул­ғандыр. Шуға күрә хәҙерге Еңеү байрамы — барыбыҙ өсөн дә иң ҙур тантаналарҙың береһе.
Еңеү хәбәрен беҙгә уҡытыусы Мәрхәбә апай еткерҙе. Ул улы Дантис менән мәктәп бинаһының бер бәләкәй генә бүлмә­һендә йәшәй ине. Күрәһең, мәктәптә репродуктор йәки телефон булғандыр. Дантис менән беҙ бер класта уҡыныҡ (ул мәрхүм инде – Р.С.). Мәрхәбә апайҙың “Беҙ еңдек!” тигән шат­лыҡлы хәбәрен иң берен­селәрҙән бу­лып ишеттек, сөнки йортобоҙ мәктәп ҡы­рында ғына ине. Класташым менән өй­­ҙән-өйгә йүге­реп, һөйөнөслө яңылыҡты тараттыҡ. Беҙ әй­лә­неп килгәнсе, мәктәп иха­таһы халыҡ менән тулғайны. Ҡыйыҡ башына ҡыҙыл флаг элеп ҡуйылған. Мин шул ваҡытта ғына беҙҙең ауыл­да тиҫтәләгән оратор бар­лығын белдем. Әлбиттә, иң беренселәрҙән булып иң оло йәштәге уҡытыусыбыҙ Ҡәйникамал апай Сәғәҙиева һүҙ тотто. Микрофон булмаһа ла, “Ура!” тигән тауыштар бөтә Тирмән-Йыл­ғаға яңғырап торҙо. Мәктәп майҙан­сы­ғын­дағы был ҡыуа­ныслы ваҡиға әле лә күҙ алдымда кеүек, ишеткән шатлыҡлы һүҙҙәр әле булһа ҡолағымда яң­ғырағандай.
Ҡыуаныстан урғылған күҙ йәштәре яҡындарҙы юғал­тыу ҡайғыһына, әрнеүҙәргә ҡушылып сыҡты. Әл­биттә, ике төрлө тойғо кисергәндәр араһында кемдәр икәнлеген туғыҙ йәштә генә булһам да, яҡшы аңлай инем. Атаһының йә иренең, улының, ағаһының, баба­һының, ҡустыһының бер ҡасан да тыуған яҡтарына кире ҡайта алмаясағын аңлап йөрәге һыҙлағандар аҙ булманы. Уларҙың араһында беҙҙең ғаилә лә бар ине. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ҙур юғалтыуҙар менән яуланған Еңеү байрамдарҙың иң юғарыһына әйләнде.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфөлә ер убылды

Өфөлә ер убылды 19.11.2018 // Йәмғиәт

Төндә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ер убылып, ике автомобиль зыян күрә. Ваҡиға Һаҙлыҡ...

Тотош уҡырға 8

Ниндәй ҡала иң таҙаһы?

Ниндәй ҡала иң таҙаһы? 19.11.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙәге миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында Өфө таҙалыҡ буйынса бишенсе урынды алды....

Тотош уҡырға 17

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған 19.11.2018 // Йәмғиәт

Барыһына ла Баста исеме аҫтында билдәле булған йырсы Василий Вакуленконың ошо арала “Бэлла исемле...

Тотош уҡырға 24

Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 73

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 82

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 53

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 42

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 43

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 69

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 90

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 52

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 97