Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илдәр гиҙә Артур
Илдәр гиҙә Артур Башҡортостанда тыуған сәхнә оҫталары әленән-әле донъя кимәлендә билдәлелек яулап тора. Беҙҙең яҡташыбыҙ, йәш кларнетист Артур Нәзиуллин – шундай­ҙарҙың береһе. Уның концерттары бер йыл алдан планлаш­тырылған. Мәҫәлән, Мәскәү филармония­һында яңы миҙгелдә уның 80 сығышы көтөлә. Әйткәндәй, музыкант баш ҡаланың төп йыр-моң мәҙәни усағының эксклюзив солисы һанала. Шулай уҡ донъялағы яңы быуындың ун иң яҡшы кларнетистары иҫәбенә инә.

– Һайлаған юлыңа хыянат итмәй, фанатиктарса бирелеп эшләмәйенсә, лайыҡлы һөҙөмтәгә ирешеп булмайҙыр, тип уйлайым, — ти Артур. — Бала саҡта мин кларнетта ун сәғәт шө­ғөлләнә торғайным. Хәҙер ваҡыт яғы наҡыҫыраҡ булғас, һирәгерәк.
Сәнғәтте үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың данын арттырыуға күп көс һалған егеттең хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһа­лана. Бөгөн музыкант — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәй Президенты грантына эйә, И. Дунаевский исемен­дәге мәҙәни программалар фондының арт-директоры.
Артурҙың музыкант булыуына кем тәьҫир итә? Әлбиттә, ғаиләһе. Бала саҡтан ижади мөхиттә үҫкән егет үҙен башҡа һөнәр вәкиле тип күҙ алдына ла килтерә алмай. Атаһы Искәндәр Әзғәр улы — Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеү­ҙәре ансамблендә кларнетист, әсәһе республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Гөлнара Ғәбделхәй ҡыҙы — Заһир Исмә­ғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты, альтист, Башҡорт­остандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрында сығыш яһай.
Музыка менән Артур биш йәштән шөғөлләнә башлай. Уның беренсе ҡулына алған ҡоралы – виолончель. Тәүге махсус белемде Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбендә ала, артабан йыр-моң серҙәрен урта махсус музыка мәктәбендә аса. Тап ошо белем усағында уның алдына артабан сығыш яһау өсөн музыка ҡоралын һайлау ихтыяжы баҫа. Һәм Артур кларнетты һайлай. “Был һоҡланғыс музыка ҡоралы менән яҙмы­шым­ды бәйләүемә сикһеҙ бәхетлемен”, — ти ул.
Артур, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, донъя сәхнәләрендә сығыш яһап өлгөргән. Европа, Азия тамашасыһын кларнет моңона күмә ул. “Ҡайһы илдә ниндәй гастролдәр хәтерегеҙҙә уйылып ҡалды?” тигән һорауға ул, һис шикһеҙ, Рәсәй тамаша­сыһы, тип яуап бирҙе. “Туған халҡыбыҙ музыканы йөрәге аша үткәрә белә, башҡарыусының моң аша нимә әйтергә теләгәнен аңлау һәләтенә эйә”, – ти ул.
Тап ошо талантлы яҡташыбыҙҙың концерты менән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филар­мония­һының Орган залындағы быйылғы яңы ижад миҙгеле асылды. Концерт Артур Нәзиуллин исемендәге премияға лайыҡ булған дүрт йәш музыканттың сығышы менән башланды. Ғөмүмән, был проект йәш таланттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгәйне. Башҡортостанда һәләтле музыканттарҙы үҫтереү, уларҙы донъя кимәленә сығарыу теләге менән янып йәшәй Артур. Музыкант үҙе лә “Яңы исемдәр” фонды аша ҙур сәхнәгә юл һалған.
Артур Нәзиуллин хәйриә эше менән дә әүҙем шөғөлләнә. Республика ҡалалары буйлап шәфҡәтлелек концерттары ойоштороп, ватандаштарыбыҙҙы ҡыуандырыуҙы дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бәхәс  (Юмореска)

Бәхәс (Юмореска) 20.02.2019 // Йәмғиәт

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр? Ике аҙналап “егет” булып йөрөгән Хәйрүштең бөгөн эшкә килгәс тәүге...

Тотош уҡырға 0

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!”

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!” 20.02.2019 // Йәмғиәт

Тап шундай уйҙар менән ҡайтты Ишембай районында ял иткән Сибай балалары....

Тотош уҡырға 24

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк 20.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн иртән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларында ял итеү өсөн Магнитогорск...

Тотош уҡырға 33

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар 20.02.2019 // Йәмғиәт

Иглин районы халҡы быйыл 1 ғинуарға 64 796 кешене тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса улар бер йыл...

Тотош уҡырға 26

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала!

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала! 20.02.2019 // Йәмғиәт

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “2018 йылда Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль ер...

Тотош уҡырға 16

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 113

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 80

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 71

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 83

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 52

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 43

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 95