Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояш ҡына йылытмай
Ҡояш ҡына йылытмай Өфө саҡ төнгө йоҡонан уянып килә. Урамда машиналар һирәк әле, халыҡ яңы йоҡонан тороп эшкә, уҡырға барырға йыйына. Ә бына ҙур кабинеттағы креслоһына ултырып телефондан һөйләшкән мөһабәт кәүҙәле, үткер ҡарашлы ир күптән үҙ урынында. Берсә ҡаршыһындағы компьютер мониторына текәлә, берсә трубканан кемделер шелтәләп ала, был саҡта уның ҡуйы ҡара мыйыҡтары ла тырпайып ҡуя кеүек. Бына ул таң һарыһынан өйөлгән мәшәҡәттәрҙән арынып, урынынан еңел генә ҡуҙғала ла бөтә стенаға һуҙылған тәҙрә аша таңғы ҡалаға күҙ һирпеп ала. Шул мәлдә һаҡ ҡына кабинет ишеген ҡаҡтылар. Секретарь ҡыҙ икән:
– Рәйес Әхмәтша улы, барыһы ла йыйылды!


Кабинет хужаһы ултырыштар залына йүнәлә. Рес­пуб­ли­каның газ хужалығы эшмәкәрлеге өсөн яуаплы етәкселәр, филиалдар һәм бүлектәр вәкилдәре башҡарылған эштәр, алда торған бурыс­тар хаҡында фекер алыша. Урынһыҙ һүҙ бут­ҡаһына ла, баҙарға ла юл ҡуйылмай бында. Кәңәшмәне алып барыусы Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин һәр кемдән үҙ хеҙмәте буйынса теүәл һәм аныҡ фекерҙәр көтә, кисекмәҫтән хәл итә торған мәсьәлә килеп тыуһа, башта иғтибар менән фекер алышыуҙы тыңлай, һорауҙар бирә, һуңынан ниндәй ҡарар ҡабул ителгәнен белдерә лә артабанғы проблемаға күсәләр. Майланған арба кеүек шығырҙамай ғына, шыма бара кәңәшмә, текә боролоштарҙа ла, үртләс урындарҙа ла тиҙлекте бик кәметмәйҙәр. Идара итеү дилбегәһе ҡатҡыл һәм тәжрибәле ҡулдарҙа шул.
“Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (элек­ке “Газ-сервис”) генераль директоры урынбаҫары, баш инженер Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин инде 17 йыл ошо юғары вазифала эшләй. Газ хужалығы тап ул идара иткән осорҙа йылдам үҫеш кисереүен күрһәткән факттарҙы барлап тормайынса, бер генә һан килтерәйек. Әгәр 1985 йылда рес­публикалағы газ селтәрҙәренең оҙонлоғо 5418 саҡрым тәшкил итһә, әле – 45 мең саҡрымдан ашыу. Үткән бы­уаттың 90-сы йылдарына тиклем ул саҡтағы “Башгаз” берекмәһе барлыҡ табышты Мәс­кәү­гә оҙатып тора. Үҙәк иһә шул аҡсаның 10 проценты са­ма­һын ғына “ярҙам” рәүешендә кире ҡайтара. Шул “хәстәрлек” арҡаһында төп фондтарҙың 75 проценты (автотранспорт, станоктар, ҡорамалдар) иҫкереүҙең сигенә еткән була. Ошондай шарттарҙа уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында “Газ-сервис” асыҡ ак­цио­­нерҙар йәмғиәте төҙөлә, аҡса янда ҡалғас, ныҡлы база булдырыла, ҡорамалдар тулыһынса яңырты-ла, заманса технологиялар индерелә. Бөгөн республиканың газ хужалығы бөтә төп күрһәткестәр буйынса – илдә иң алдынғы өсәү иҫәбендә. Әлбиттә, был ҡаҙаныштарҙа баш инженерҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Оҫта ойоштороусы, булдыҡлы етәксенең тамырҙары ҡайҙан һуң?
Рәйес Әхмәтша улы 1954 йыл­да Ғафури районының Баҡ­раҡ ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Атаһы Әхмәт­ша Хәсән улы – һуғыштан ор­ден-миҙалдар тағып ҡайт­ҡан ҡаһарман һалдат – бер ҡараң­ғынан икенсеһенә тиклем колхоз эшендә була, келәт мөдире, бригадир, хужалыҡ рә­йесе вазифаларында эшләй. Балаларын да, тырышҡан – мораҙына ирешкән, күңел йылыһын һалып тотонһаң ғына, һәр эштең аҙағы хәйерле булыр, үҙегеҙгә лә, баш­ҡаларға ла ҡыуаныс килтерер, тип өйрәтә. Аҡыллы кәңәш­се, ғәҙел кеше булараҡ ауыл­даш­тары хөрмәтен ҡаҙанған Әх­мәт­ша ағайҙың ғүмере иртә өҙөлә, Һуғышта алған яраларынан мандый алмай вафат була. Әсәләре Зөләйха апай һигеҙ балаға матур тәрбиә бирә, уларҙың һәр ҡайһыһы – тормошта үҙ һуҡмағынан ыша­ныслы барған шәхестәр. Күскил­диндарҙың барыһы ла кө­сөнән килгәнсә эшләп, бәләкәйерәктәрҙе ҡурсалауҙы, өлкәне­рәктәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалыуҙы тормош ҡағиҙәһе итә. Ғөмүмән, ҙур шәхестәрҙең биографияһына күҙ ташлаһаң, барыһы ла бала саҡта һалыныуына инанаһың, атай ҙа, әсәй ҙә үҙ урынында. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, аталары янда булмаһа ла аҡыллы башҡорт ҡатындары борондан уның образы менән тәрбиәләгән бит. Яуҙа йәки мал ишәйтеү хәстәре менән йөрөгән ғаилә башлығының абруйын тап ҡатыны үҫтергән. “Атайың ни әйтер бит?” “Атайың алдында оят булмаһын!” – тип үҫтергән. Бындай тәрбиә емештәрен һуңынан бирә. Ата-әсәһенә ихтирамлы шәхес тыуған төйәгенә, халҡына һөйөү менән үҫә, уның күңел йылыһы сикһеҙ була.
2012 йылдың ҡояшлы көндәренең береһендә Баҡраҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға обелиск асылған мәлдә, тап ошо хаҡта уйланып торғайным. Уны асыуға бәйле сығымдарҙы Рәйес Күскилдин туғандары, иптәштәре менән үҙ иңенә алған. Мәрхүм ауылдаштарының, тап шул көндәрҙә тыуыуына 100 йыл тулған Әхмәтша ағайҙың рухтары шатланғандыр. Яҡташтарына ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙыуға намыҫ эше итеп ҡарай ул. Мәктәптәргә компьютерҙар, мебель алып бирешеү булһынмы, ауылдарҙы төҙөкләндереү, шәжәрә байрамдары үткә­реүме – бар эштең уртаһында ҡайнар, сығымдарҙың төп өлөшөн үҙе күтәрер. Былтыр яҡташтары ололап уны “Ғафури районының почетлы гражданы” итте.
Бала саҡтан уҡ инженер һөнәрен һайларға хыялланмағайны Рәйес Күскилдин. Әлбиттә, һәр малай кеүек уны ла техника үҙенә тартты, ябай ғына электр сымдарының йорттарға яҡтылыҡ таратыуына ғәжәп итә торғайны. Алты саҡрым алыҫлыҡтағы Еҙем-Ҡаран мәктәбенә таң һарыһынан тороп көн дә йөрөп уҡыу, спорт менән ихлас мауығыу тәнен сыныҡтырҙы, характерын формалаш­тырҙы. Комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләп тир түгеп алған икмәк тәмен дә иртә тойҙо ул. Мәктәптән һуң баш ҡалалағы 11-се техник училищела нефтсе-химик һөнәренә уҡып сыҡҡас, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып эш башлай. Өс ай үтеүгә, армия сафына баҫты. 19 йәштә генә булыуға ҡарамаҫтан, һөнәр, хеҙмәт сынығыуы алырға өлгөргән егет тиҙ абруй яулай, химик-инструктор булараҡ хеҙмәттәштәренең остазына әүерелә. Ҡыр­ғыҙстан, Латвия, Тажикстан тарафтарында донъя күреп, ир ҡорона инеп, һөнәрҙе уңышлы һайлауына инанып ҡайта ул. Заводта йәнә бер аҙ эшләгәс, белем етмәүен тойған, һөнәренең бөтә нескә­лектәрен үҙләштерергә ынтылған егет артабан уҡырға ҡарар итә. Әллә ни аҡыл да, көс тә талап итмәгән шөғөлөнән тәм тапмай башлай ул. Ғүмер буйы станок артында торғоһо килмәй, яңы бейек­лектәр яулау теләге күңелен ашҡындыра. Әмәлгә ҡалғандай, ул саҡтағы завод директоры Тәлғәт Закир улы Хурамшин энергияһы ташып торған, лидерлыҡ сифаттары менән айырылған йәш егетте шәйләп, Өфө нефть институтының әҙерлек курсына инергә үҙе тәҡдим итә, технология факультетына ҡоҙалай. Әммә Рәйестең биш йыл буйы химия өйрәнгеһе килмәй, торба үткәргестәр транспорты факультетына барасағын белдерә. Бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән директорҙың, икенсе факультетҡа инһәң, завод стипендия түләй алмаясаҡ, тиеүе лә туҡтатмай егетте.
Күңелле лә, мәшәҡәтле лә студент йылдары тиҙ үтә. Ҡулына инженер-механик дипломы алған йәш белгесте “Стәрлетамаҡгаз” идаралығына мастер итеп саҡыралар. Идаралыҡ начальнигы вазифаһында эшләгән Николай Крюков уны эшкә ҡабул итә, инде 32 йылға һуҙылған ирҙәрсә ныҡлы дуҫлыҡ тап ошонда башлана. Баш белгестең һәр эшкә белеп тотоноуын, дөйөм мәнфәғәт өсөн яныуын тиҙ күрә Николай Иванович. Ғәҙәттә, студент эскәмйәһенән килеүселәргә эш айышына төшөнөп китеү өсөн бер-ике йыл ваҡыт талап ителә. Ә инде байтаҡ эш һәм тормош тәжрибәһе лә булған Күскилдин тиҙ арала алыштырғыһыҙ белгескә әүерелә. Бер йылдан уны идаралыҡтағы ер аҫты газ үткәргестәре хеҙмәте начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем газ үткәргестәр төҙөү, хеҙмәтләндереү, кадрҙар әҙерләү буйынса мәшәҡәттәр менән янып йөрөй йәш етәксе. Күп тә үтмәй, “Дыуангаз” идаралығына баш инженер вазифаһына вакансия бушай. 28 йәшлек белгестең үҙаллы эшкә өлгөрөп етеүен асыҡ тойған Николай Крюков тәҡдиме менән был юғары вазифаға Күскилдинды тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, күптәр ун-ун биш йыл һуҙымында үрләгән карьера баҫҡыстарын Күскилдин ике йылда үтә.
Әлбиттә, бөгөнгө заманда 25 йәштә лә банк директоры йәки министр урынбаҫары вазифаһын биләгән ғәжәйеп талантлы йәштәр бар. Тик шуныһы ҡыҙыҡ: был генийҙарҙың барыһының да (!) аталары ил күләмендә юғары вазифа биләй йәки Форбстың мил­лиардерҙар исемлегендә тора. Ә бына ябай ауыл малайының хәҙер торғонлоҡ осоро тип аталған йылдарҙа үҙ тырышлығы менән карьера баҫҡыстарынан үрләүе ғәҙәти хәл ине.
Рәйес Әхмәтша улы теүәл ун йыл “Дыуангаз” идаралығында эшләп, үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдыра. Идаралыҡ хеҙмәтләндергән Салауат, Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы райондарында тап ошо йылдарҙа күпләп газ үткәргестәр һуҙыла башлай, ныҡлы база төҙөлә, белгестәр әҙер­ләнә. Тәүге мәлдә ҡулланыусыларҙы газ баллондары менән тәьмин итеү ҙә ҙур проблема һаналған, юғары белемле бер белгес тә булмаған идаралыҡтың байтаҡ күрһәткестәр буйынса республикала алдынғылар рәтенә сығыуында баш инженерҙың хеҙмәте ҙур, әлбиттә.
1994 йылда Күскилдинды Башҡортостан Дәүләт контроль комитетының Дыуан идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Бөтөнләй яңы һәм үтә ҡатмарлы эшкә өйрәнелгән ғәҙәт буйынса төптән егелә ул. Идаралыҡ һигеҙ ра­йонды хеҙмәтлән­де­рә. Райондар, рес­публи­ка бюдже­тының эш­ләү серҙә­рен, төрлө тар­маҡ­тарҙы, закон­дарҙы өйрәнергә фор­сат тыуа. Рәйес Әхмәтша улының закондарҙың теүәл үтәлешен тәьмин итеүҙә талапсан­лы­ғы, халыҡ байлығын үҙләштерергә ҡырсыныу­сыларға ҡатылығы байтаҡ ҡомһоҙ түрәләргә ел-ямғыр тейҙерә. Эше уңышлы барһа ла, һайлаған һөнәре, газ хужалығы үҙенә тарта уны. Шуға күрә 1996 йылда “Үҙәк­газ” ида­ралығына баш инженер итеп саҡырғас, ҙур теләк менән риза була. Өфө, Архангел, Благовещен, Иглин, Ҡыр­мыҫ­ҡалы, Кушнаренко һәм Нуриман ра­йон­дары халҡын хеҙмәтләндергән иң ҙур республика идаралығында йыл ярым эшләгәс, 1997 йылдың декаб­рен­дә «Газ-сервис” асыҡ акцио­нер­ҙар йәмғиәтенең баш инженеры вазифаһына тәғә­йенләнә.
Хеҙмәт юлын ябай эшсенән башлап газ хужалығы тарма­ғындағы вазифа баҫҡыстарын берәмтекләп үткән, һәр кемдең эшен энәһенән-ебенә тиклем белгән Рәйес Әхмәтша улы йәмғиәттә әүҙем техник сәйәсәт үткәрә башлай. Диагностика, телемеханизация, кадрҙар әҙерләү, газ хужалығын сифатлы хеҙмәтләндереү, уны компьютерлаштырыу мәсьәләләрен иғтибар үҙәгенә ала. Эйе, замана техно­ло­гияларҙы яңыр­тып тороуҙы, һәр яңы­лыҡты тота бе­леүҙе һәм иң камилдарын ҡулла­ныуға индереүҙе талап итә. Йәмғиәттең инженер хеҙмәте – бөтә яңылыҡтарҙы башлап йөрөүсе һәм индереүсе. Шуныһы ҡыуаныслы: республикала газ үткәр­гестәр төҙөү күләме, “зәңгәр яғыулыҡ” индерелгән йорттар һаны йылдан-йыл арта бара – тимәк, хужалыҡ хеҙмәткәр­ҙәренә эш күләме лә өҫтәлә. Шул уҡ ва­ҡытта уларҙың эше һәр ваҡыт юғары сифатлы булып ҡала, ҡулланыусы йылы­лыҡ һәм яҡтылыҡ ме­нән тотҡар­лыҡһыҙ тәьмин ителә. Ғөмүмән, һуңғы егерме йылда газ үткәргес­тәрҙе Башҡортостан кеүек төҙөгән төбәк Рәсәйҙә бүтән юҡ тиергә мөмкин. Республикабыҙ тарихында ҡалыр ошо изге эш менән туранан-тура шөғөлләнеүенә ғорурлана Рәйес Әхмәтша улы.
Газ хужалығының бөгөнгө торошо хаҡында фекер йөрөткәндә, ирекһеҙҙән, Виктор Черномырдинды хәтергә төшөрәһең. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында йылғыр олигархтар ҡоралайға ташланған бүреләр кеүек нефть, металлургия, телекоммуникация һ.б. тармаҡтарҙы бүлешкән, өҙгөсләгән мәлдә, ул “Газпром”ды бер бөтөн итеп ҡалдыра алды. Тап “Газпром” байтаҡ йылдар ил ҡаҙнаһын тулыландырыуға иң ҙур өлөш индереүсе булып тора ла инде. Башҡортостанда ла был тармаҡ етәкселәрҙән уңды. Шуныһы ҡыҙыҡ: 1963 йылда “Башгаз” тресы барлыҡҡа килгәс, Ишбулды Мусин 25 йыл һуҙымында уны етәкләһә, Николай Крюков та тап сирек быуат ошо вазифаны биләй. Тотороҡлолоҡ газ хужалығының йылдам үҫешен тәьмин итеүсе шарт булғандыр ҙа. Крюков менән Күскилдиндың уртаҡ һыҙаттары байтаҡ. Икеһе лә талапсан һәм ғәҙел, тәүәккәл һәм тынғыһыҙ. Һигеҙ мең кешенән торған коллективтың кадрҙар әҙерләү сәйәсәте айырым иғтибарға лайыҡ. Ябай слесарь йәки иретеп йәбештереүсегә лә карьера баҫҡыс­тарынан үрләргә мөмкинлек бирелә бында.
***
Өфө төнгө йоҡоға әҙерләнә. Күскилдиндарҙың иркен фатирында яҡты бар әле. Йорт хужаһы өйгә эйәреп ҡайтҡан мәшәҡәттәрҙән саҡ арынып, балкон аша төнгө ҡалаға күҙ һала ла ҡәнәғәт йылмайып ҡуя. Ошо ҡала, ул ғынамы, тотош респуб­ликаның йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағы булған газ хужалығы өсөн яуап биреүсенең күңеле тыныс, барыһы ла тәртиптә бит. Ул иркен залға үтеп, бер йәшлек кенә ейәне Кәримде ҡосағына ҡыҫа. Олатайым ҙур түрә тип тормай сабый, мыйығынан тарта, өҫкә һикертеүен көтә. Иртә һайын яратҡан эшенә, кисен йортона ашыҡҡан олатаһы өсөн үҙенең ниндәй ҡәҙерле йыуаныс икәнен аңламай әле.
Алтмышҡа артылғанда кеше тормош юлына күҙ һала, бер генә бирелгән фани донъяла ниндәй эҙ ҡалдырыуы хаҡында уйлана башлай. Ғаиләһенән дә уңды Рәйес Әхмәтша улы. Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылы сибәре Хәлиҙә Камил ҡыҙы менән матур ғаилә ҡорҙолар. Ҡатыны яҙмыш һынауҙарын ире менән бер ҡатарҙан күтәрҙе, оҙаҡ йылдар Мәсәғүт педагогия колледжында белем бирҙе. Өлкәндәре Раил Өфө нефть техник университетын тамамлап, ҙур предприятиела цех начальнигы вази­фаһын башҡара, ҡатыны Альбина менән ике ул тәрбиәләй. Гөлназ ҡыҙы иһә юрист, тормош иптәше Ришат менән ул һәм ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Бәләкәй ҡыҙҙары Айгөл данлыҡлы МГИМО-ла уҡый. Уның ил башлыҡтары, дипломаттар балалары белем эстәгән мәшһүр уҡыу йортона инеүенә ифрат ҡыуана атай кеше. Ә был еңелдән булманы, тәүге имтихан – инглиз теленән тест тапшырғанда уҡ 12 меңдән ни бары 400 егет һәм ҡыҙ тороп ҡалғайны бит. Халыҡ-ара аралашыу телен һыу һымаҡ эсергә кәрәк шул бында. Уҡыу ҙа бик ауыр, иртәнән алып киске сәғәт биштәргә тиклем береһенән-береһе ҡатмарлыраҡ фәндәрҙе өйрәнергә тура килә.
– Тырышып уҡы, ҡыҙым, тырышҡан мораҙына етә, күңел йы­лыһын һалып тотонһаң, тормошта ҡуйған маҡсаттарыңа ире­шер­һең, – ти уға атаһы, техник фәндәр докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре, Баш­ҡортостандың бер нисә саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ҡояш ҡына йылытмай бит. Күңел йылыһын һалһаң, эшмәкәрлегең, шөғөлөң үҙ ғүмереңде лайыҡлы ҡорорға ғына түгел, тыуған төйәгеңдең, халҡыңдың тормошон да йылы һәм яҡты итә ала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105