Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәттең тарихи нигеҙе бар
Әхмәр Аҙнабаев — башҡорт ғалимы, тел белгесе, педагог-методист һәм дәүләт эшмәкәре, педагогия фәндәре докторы. Уға 80 йәш тулды, шул уңайҙан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында “Башҡорт телендәге диалектизмдарҙың тарихи нигеҙе” (авторҙаштары — Р.З. Шәкүров, Р.Т. Аҡбулатова) китабының исем туйы үтте.

Әхмәр Мөхәмәтдин улы башҡорт тел ғилемен бик ҙур мираҫ менән тулыландырҙы. Ул, ниндәй генә вазифаларға үрләмәһен, иң мөһиме — кеше булып ҡала белә, халҡына хеҙмәт итә. Ғалимдың В. Псән­чин менән берлектә “Башҡорт теленең тарихи мор­фологияһы”, “Историческая грамматика башкир­ского языка”, тағы ла “Башҡорт теленең тарихи грам­ма­тикаһы”, “Төрки телдәрҙең сағыштырма граммати­каһы”, “Башҡорт теле. Педагогия училищелары һәм колледждары өсөн дәреслек”, VII класс өсөн “Әсә теле” дәреслектәре һәм башҡа хеҙмәттәре уның ҙур фәнни эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй.
Ә. Аҙнабаевтың хеҙмәт юлын байҡауға арналған кисәне факультет деканының фән эштәре буйынса урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, доцент Лидия Әбүбәкирова башлап ебәрҙе. Ул тел тари­хы хаҡында сығыш яһаны. Кисәне алып ба­рыу­сылар Дилә Ишкилдина менән Азамат Хәй­руллин авторҙарҙың тормошо һәм ғилми эшмә­кәрлектәре тураһында һөйләне. Сараны йәм­лән­дергән йәнә бер мәл – әҙәби композиция. Вуздың төрлө факультеттарынан йыйылған студенттар төрлө телдә ши­ғыр­ҙар уҡыны: Ислам Төхвәтуллин – башҡортса, Дидар Хансейт – ҡаҙаҡса, Анастасия Вәлиәхмәтова – мариса, Зөлфиә Шәйхетдинова – сыуашса, татарса, Айбулат Сәсәнбаев – төрөксә, Артыш Натсак – тыва телендә, иҫке төркисә – Азамат Нурғәлин, алтайса – Вячеслав Чернев, ҡырғыҙ телендә – Ильяс Сагынбеков.
Үҙ нәүбәтендә Әхмәр Аҙнабаев менән Рәшит Шәкүр бай тарихлы башҡорт теле, фән өлкәһендә асыштары тураһында фекерҙәре менән уртаҡ­лаш­ты, тел тарихы менән ҡыҙыҡһынырға һәм уны өйрәнергә саҡырҙы. Рәшит Закир улы: “Был китап – ҙур яңылыҡ! Башҡорт диалектологияһы өсөн һәйбәт күренеш. Топонимдар өсөн ҙур таяныс”, – тип билдәләне. Әхмәр Аҙнабаев: “Бөйөк телсе, ғалим, остазым Жәлил Кейекбаевтың фекеренә таянып, хәҙерге телеңде белеү өсөн уның тарихын да мотлаҡ өйрәнергә кәрәк, тип әйтер инем. Шуға ла фәнни эшемдең төп йүнәлеше башҡорт теленең тарихы үҫешен өйрәнеү булды һәм ғилми хеҙмәт­тәремде остазымдың бөйөк асыштарын аңлатыуға һәм таратыуға бағышланым”, – тине.
Әйткәндәй, башҡорт диалекттарын өйрәнеүҙә байтаҡ ҡына эш башҡарылған, тик тарихи нигеҙе йыш ҡына иғтибарҙан ситтә ҡала. Был ҡулланма авторҙары башҡорт тел ғилеме тарихында тәүге тапҡыр мәғәнәләре асыҡланмаған һәм башҡа диалекттарҙан ҡырҡа айырылып торған ҡайһы бер диалектизмдарҙың тарихи нигеҙен табырға тырыш­ҡан. Әсбап башҡорт теленең диалекттарын һәм тарихи грамматикаһын өйрәнеүҙә файҙалы булыр тип ышана авторҙар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 29

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 40

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 80

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 60

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 144

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 135

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 29