Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ябай кешене ҡайғыртайыҡ
Ябай кешене ҡайғыртайыҡ Бәхетленең ҡунағы ла, байрамы ла бер көндә тигәндәре хаҡтыр. Кисә Рәсәй Конституцияһы көнөндә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Табиптар, ғалимдар, төҙөүселәр, тренерҙар, фән эшмәкәрҙәре, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре... Төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡ белгестәре. Асылда иһә барыһын да фиҙакәр хеҙмәт, яуаплылыҡ, тырышлыҡ һәм сәм бер бөтөн итә.

— Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа субъекттары араһында һәр яҡлап алдынғылар рәтендә килә. Был — беҙҙең бергәләп ең һыҙғанып эшләү һөҙөмтәһе. Залда ултырған һәр кем төбәгебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн хеҙмәт итә, – тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов. — Иҡтисади йәһәттән дә, сәйәси яҡтан да ауырлыҡтар бар, әлбиттә. Әммә хеҙмәт һөҙөмтәһе юғары булғанда бар ҡаршылыҡтарҙы еңергә мөмкин.
Бүләкләнеүселәр араһында таныш йөҙҙәр бихисап. Мәҫәлән, “Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Тәнзилә Үлмәҫбаева “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен алһа, Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
— Юғары награда – тәү сиратта коллективымдың, хәүефһеҙлек, именлек һағында торған һәр хеҙмәткәремдең фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Бүләкте беҙҙең тырышлығыбыҙға баһа тип ҡабул итәм, — тине Динар Заһит улы.
Ябай кешене ҡайғыртайыҡБашҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре исемен алған Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү медицина институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Мәхмүзә Ғәйнуллина медицинаның алға китешен, яңы йыһаздар, яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеү юғары кимәлдә ойошторолоуын, әммә фәнни күҙлектән сығып, медицинаның айырым тармаҡтарына иғтибарҙы көсәйтеү мөһимлеген билдәләп үтте.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа сәнәғәт медицинаһы системаһы юҡҡа сыҡты тиерлек, предприятиеларҙа медик-социаль бүлектәр ябылды. Ә етәкселәрҙе ҙур табыш ҡыҙыҡтыра, кеше сәләмәтлеген ҡайғыртмайҙар. Бының сәбәбен илебеҙҙә хөкөм иткән эшһеҙлектә күрәм. Кеше эш шарттары йә хеҙмәт хаҡы менән риза булмаһа, уны көсләп тотмайҙар. Завод хужаһы белә – уның урынын биләргә теләүселәр күп. Бөгөн ҡул аҫтындағылар тураһында төптән уйлаған етәкселәр аҙ. Ә нәҡ ябай эшселәр илде алға алып бара бит, шуға улар хаҡында ҡайғыртырға бурыслыбыҙ, — тине Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы.
Был көндә “РИА-Медоптик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең катаракта хирургияһы клиникаһы мөдире Дилә Ҡыуандыҡованың хеҙмәте лә юғары баһаланды. 1984 йылдан бирле бар тормошон офтальмология өлкәһенә бағышлаған ханым һөнәренән йәм табып йәшәй.
— Яратҡан эштең ауыры, ҡыйыны булмай. Кешене сабырлыҡ һәм хеҙмәт тәрбиәләй, тигәйне бер остазым. Ғүмерем буйы ошо фатихаға тоғро ҡалырға тырыштым, — ти Дилә Ғарифулла ҡыҙы. — Мине абруйлы наградаға тәҡдим иткән коллективыма, хеҙмәтемде юғары баһалаған республикабыҙ етәкселегенә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Маҡтаулы исем артабан да тырышып эшләргә, яңы үрҙәргә ынтылырға көс-дәрт, этәргес бирҙе.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡында, уларҙың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа хеҙмәт батырҙарын берләштергән бер сифатты билдәләп китмәй мөмкин түгел — ул да булһа профессионаллек. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәң дә, һайлаған һөнәреңә тоғро ҡалып, башҡарған бурыстарыңды халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткәндә генә ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер ул.



Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов һәм Динар Кәлимуллин фотолары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 30

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 44

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 84

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 62

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 148

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 137

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 29