Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмыш ауырлыҡҡа һынаған
Яҙмыш ауырлыҡҡа һынаған 1941 йылдың йәйге салт аяҙ көнө. Бәләкәй ҡыҙҙар йәшел үләндә сыр-сыу килеп уйнап йөрөй. Улар бөгөн шат: әсәйҙәре матур күлдәк, уйын­сыҡтар алып ҡайтасаҡ. Тимер юл станцияһына һөт, май, йомортҡа алып киттеләр, шуларҙы кейем-һалымға алмаш­тырасаҡтар...

Зифа ла шул ҡыҙ­ҙар араһында уйнап йөрөй, тик атаһы әл­лә ҡайҙан ҡайтып килде лә ҡыҙын са­ҡырып алып:
– Әсәйеңә әйтер­һең, мине воен­коматҡа са­ҡырта­лар, бәлки, ҡайтып тора алмаҫ­мын, – тине. Алты йәше саҡ тулған ҡыҙ әсәһе ҡайтҡас ҡына илгә ниндәй ҙур бәлә килгәнен бел­де...
Ошо мәлдән алып бөтә халыҡ өсөн еңел булмаған көндәр башлана. Ас­лыҡ, төрлө сир­ҙәр, ҡатын-ҡыҙ, ба­ла-саға иңенә төш­­кән ауыр эш шулай ҙа еңеүгә ышанысты һындыра алмай.
Зифа ике апаһы, ағаһы менән һуғыш афәттәрен күп кисерә. Йәй мәлендә йәшел үләнде күп ашау­ҙан саҡ үлемдән ҡотолоп ҡала. Иң өлкән апаһын Молотов ҡалаһына ағас ҡырҡырға ебәрәләр, ағаһы колхозда йылҡы ҡараша. Әсәһенең тырышлығы, эшкә тилберлеге арҡаһында, шөкөр, барыһы ла Еңеү яҙын иҫән-һау ҡаршылай.
Ауылға һалдаттар ҡайта башлай. Һалҡын ноя­брҙең бер көнөндә ике һалдат ҡайтып төшә. Икеһе лә Зифалар йәшәгән өйгә йүнәлә. “Ҡайһыһы минең атайым икән?” – тип уйларға ла өлгөрмәй, атаһы үҙе ҡыҙын ҡосағына ала... Һалдаттарҙың икенсеһе ата­һының ике туған ағаһы була.
“Беҙҙе яҙмыш бәләкәй генә саҡтан сабырлыҡҡа һынаны, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәтте. Тыуған ауылым Баҡраҡтан биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Еҙем-Ҡаран ауылына көн дә йә­йәүләп уҡырға йөрөнөк. Еүешләнеп бөткән сабата­ларыбыҙҙы мейес өҫтөнә теҙеп киптерәбеҙ, туңған ҡара һауыттарын өрөп йылытабыҙ, – тип хәтерләй әсәйем. – Уҡыуҙан ҡайтышлай, баҫыу өҫтөндә көҙ­ҙән ятып ҡалған шытҡан иген бөртөк­тәрен услап ашай­быҙ, ҡайһы берҙәребеҙ шуның арҡаһында хатта сирләп һәләк булды. Һуғыштағы атайҙа­рыбыҙҙы көт­төк, Еңеү өсөн көсөн йәлләмәгән әсәй­ҙәребеҙгә ярҙам иттек. Атайым иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, шат­лығыбыҙҙың иге-сиге булманы”.
Әсәйем, Зифа Мөхәммәт ҡыҙы Резбаева, етенсе класты тамамлағас, Өфө медицина училищеһына уҡырғ­а инә. Аҙаҡ Бөрйән районының Әтек ауылына эшкә ебәрелә. Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауыл­да эшләүе еңелдән булмай йәш белгескә: һыбай йөрөп дарыу алып ҡайтыуҙар, көн-төн тип тормай ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеүҙәр... Ике йылдан һуң Ғафури районының Сәйетбаба ауылында эшен дауам итә.
Һигеҙ ауылды хеҙмәтләндерә Сәйетбаба участ­ка дауаханаһы. Зифа Мөхәммәт ҡыҙы бала тапҡан ҡатын-ҡыҙ­ҙың һаулығы һағында тора, участка акушеры вазифаһын башҡара.
Уның ял иткән сағын хәтерләмәйем дә. Йылдың миҙге­ленә, көн торошона, юлдарҙың ниндәй хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, ауырыуҙарҙы район үҙәгенә илтә, ашығыс ярҙам кәрәккәндә бөтә мәшәҡәтен ташлап, шунда йүгерә. Ул осорҙа өйҙә бала табыу осраҡтары күп булыуына ҡарамаҫтан, акушерҙың өл­гөр­лөгө, белеме һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары күҙәтелмәгән. 40 йылға яҡын хеҙмәт стажына эйә медицина хеҙмәткәренең тырышлығы батырлыҡҡа тиң түгелме ни?! Хәйер, уның бик ауыр, көсөргә­нешле ваҡытта ла юғалып ҡалмай, ауырыуҙарҙы үлемдән алып ҡалған осраҡтары аҙ булмаған.
...Буранлы ҡышҡы төн. “Ашығыс ярҙам” машина­һы көрт һалған юлды ярып әкрен генә бара. Ауы­рыуҙың хәле үтә лә ауыр. Күп ҡан юғалтыуҙан уның һәләк булыуы ла ихтимал. Әсәйемдең ҡан төркөмө уныҡы менән бер. Күп уйлап торорға ваҡыт та, ярҙам көтөрҙәй кеше лә юҡ. Ул ауырыу ҡатынға туранан-тура үҙ ҡанын тапшыра. Әсә лә, ­ сабый ҙа иҫән ҡала.
“Шул саҡтарҙы иҫкә алам да аптырайым: әлеге кеүек телефондар ҙа, асфальт юлдар ҙа, дауалау сис­темалары ла юҡ. Нисек эшләнем икән? Бер яң­ғыҙым ҡаты сир, үлем менән осрашҡанымда Хоҙай ярҙамы, үҙемдең тәүәккәллегем, эште бе­леүем ярҙам иткәндер инде”, – тип хәтерләй әсәйем.
Өс бала әсәһе, ир ҡатыны, туған-тыумасаһының ныҡлы терәге лә ул. Кешеләргә игелекле, талапсан, намыҫлы булды, шуға күрә ауыл халҡы араһында абруй ҡаҙанды.
Әсәйем ғүмер буйы йыр-моңға, сәнғәткә табынып йәшәне. Спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе уйнап, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарып, тамашасы һөйө­үен яуланы. Республика, район кимәлендәге кон­курс­тарҙа күп тапҡыр сығыш яһарға тура килде уға.
Былтыр районда йырсылар араһында үткәрел­гән Зәки Мәхмүтов исемендәге конкурста лауреат исеменә лайыҡ булды. Сәйетбаба ағинәйҙәренең “Мөнәжәт” ансамблендә шөғөлләнә, һәр төрлө мәҙә­ни сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Иман йорто булған мәсеткә йөрөй, доғалар уҡый, йәш­тәрҙе тәүфиҡҡа, тормошто яратырға өйрәтә.
Тыуған йортобоҙға ҡайтҡанда, әсәйем беҙҙе тәмле аш-һыуы менән ҡаршы алып, изге теләктәре менән оҙатып ҡала. Рәхмәт һиңә, әсәй, барлығың өсөн мең-мең рәхмәт!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91