Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илһамлы ғилем юлы
Уҙған быуаттың 50-се йылдар башында, Октябрьскийҙағы нефть техникумында уҡыған осорҙа, күрше Татарстандан килгән студенттарҙың ҡулында геология фәненә арналған ус аяһындай ғына популяр бер китапты күреп, күҙем ҡыҙғайны. Ҡыҙыҡһыныуым шунан: уның авторы Билал Йосопов тигән геолог ине. Шул ваҡытта, их, беҙҙә лә ошо фән буйынса арҙаҡлы белгестәребеҙ булһа ине тип уйлап йөрөүем иҫтә ҡалған.

Һуңынан, армия хеҙмәтен үтеп Өфөгә килгәс, Билал Мәғтәсим улы Йосоповтың Ҡазанда йәшәп фән менән шөғөлләнгән күренекле яҡташыбыҙ, улай ғына ла түгел, ырыуҙашым, өршәк-мең ырыуы башҡорто икәнлеген белеп, айырыуса ҡыуа­ныс кисерҙем. 1968 йылда уны, Ҡазандан саҡыртып ҡайтарып, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан фи­лиалының Геология институтына директор итеп тәғәйенләнеләр. Ошонда ул 70 йәшенә тиклем етәксе, артабан байтаҡ йылдар ғилми консультант, өлкән ғилми хеҙмәткәр, консультант булып эшләне. Бер осор Диҡҡәт Бураҡаев уның ҡул аҫтында институттың ғилми секретары вазифаһын башҡарҙы. Диҡҡәт ағайҙың һөйләүе буйынса, Билал Мәғтәсим улы­ның ғәжәп киң ҡарашлы, оло йөрәкле ысын башҡорт патриоты булғанлығын аңланым. Үҙенең ғәмәли эшмәкәрлеге менән дә, атаҡлы ғалим-геолог, нефть геологияһы, гидрология һәм тектоника өлкәһендә күренекле белгес, Татарстанда тәүге нефть ятҡылығын асҡан етәксе булараҡ та айырыуса ҙур абруй ҡаҙана ул.
Геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Билал Мәғтәсим улы Йосопов 1904 йылдың 25 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хә­ҙер­ге Дәүләкән районы) Мерәҫ ауылын­да донъяға килә.
1926 йылда, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Ҡазан дәүләт университеты эргәһендәге рабфакка уҡырға ебәрелә. 1935 йылда, шул уҡ универси­теттың геология факультетын тамамлап, инженер-геолог һөнәренә эйә була. Йәш белгес “Татарстан геология тресы”на йүнәлтмә ала һәм тулыһынса ғәмәли эшмәкәрлеккә — геология-эҙләнеү эше­нә сума. Был иһә уның ғалим булып формалашыуында, фәндә өр-яңы тео­рия­ларҙы нигеҙләүҙә бик мөһим роль уйнай. “Татгеолтрест”та ул 1935—1946 йылдар эсендә ябай геологтан алып партия начальнигы, идарасыһы вазифаларына тиклем үҫеш юлы үтә.
Йосоповтың эшмәкәрлегенең тәүге осоро гидрогеология өлкәһендәге тикше­ренеүҙәре, төҙөлөш материалдары, һоро күмер, яна торған сланец ят­ҡы­лыҡ­тарын эҙләү менән бәйләнгән. Ошо уҡ осорҙа ул Татарстандың минераль һыу­ҙа­рын комплекслы өйрәнеү менән дә шөғөлләнә. “Татгеолтрест” идарасыһы була­раҡ, Б. Йосопов Татарстандағы Аҡсубай, Нурлат, Ялан, Ромашкин май­ҙан­дарында нефткә разведка эшен ойоштора. Шөгөр районындағы беренсе нефть ятҡылығы, шулай уҡ шифалы минераль һыу сығанағы уның етәкселе­гендә асыла. Билал Мәғтәсим улы, произ­водствола эшләү менән бергә, туҡтауһыҙ белемен камиллаштырырға ынтыла, аспирантура тамамлай.
1947 йылда, СССР Фәндәр академия­һы Ҡазан филиалының Геология институтына күсеү менән, Билал Мәғтәсим улы артабанғы ғүмерен тулыһынса фәнгә арнай. Нәҡ шул осорҙа, 1948 йылда, Татарстанда нефть запасы бик ҙур тип күҙалланған “Ромашкин” ятҡы­­лығы­ның асылыуы был йүнәлештә ғилми-тик­шеренеү эшенең әһәмиәтен бер­мә-бер арттырып ебәрә. Татарстанда девон һәм ташкүмер дәүерҙәре ҡат­ламдарының нефткә бай булыуын асыҡлау, “ҡара ал­тын”­ға эҙләнеү-разведка эштәренең алымдарын һәм методикаһын нигеҙләү көнүҙәк мәсьә­ләләрҙең береһенә әй­ләнә.
Билал Мәғтәсим улы ҙур дәрт, илһам менән күп йылдар буйы производствола туплаған тәжрибәһен, күҙәтеүҙәрен дө­йөм­ләштереп, нефть геологияһы өлкә­һендә ғилми хеҙмәткә тотона. 1958 йыл­да ул “Татарстандың геологик төҙөлөшө һәм нефть ятҡылыҡтары” ти­гән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Татарстандың нефть ятҡылыҡ­тары формалашыуы мәсьәләһендә ул өр-яңы теоретик положениеларҙы нигеҙ­ләй. Нефть ятҡылыҡтары бында көн­сығыш тарафтан, тәрәндәге төпкөл ҡат­ламдарҙан миграция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тигән һығымта яһай ул. Тора-бара беҙ нефтте ерҙең кристаллы нигеҙендә лә эҙләйәсәкбеҙ әле, тип белдерә ғалим. Был идея ул дәүер өсөн фәндә ысын мәғәнәһендә сенсация була, әлбиттә. Ләкин тормош уның ғилми эҙләнеүҙәренең хаҡлы булғанын күр­һәтә. 1960 йылда Б. Йосопов “Крис­таллы нигеҙҙе өйрәнеү мәсьәләһе тураһында” тигән монографияһын тамамлай. Был иһә донъя фәне ҡаҙаныштарын дөйөм­ләштереп, Татарстанда быраулау эштә­ре һөҙөмтәләренә таянып, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләүҙә яңы теорияны эшләүгә алып килә. Уның етәкселегендә ер ҡабығының кристаллы нигеҙендә эҙләнеү перспективаһыҙ тигән ҡараш кире ҡағылып, тәрән ҡатламдарҙа нефт­тең булыуына ышаныс тыуа. Яңы теория буйынса, Татарстанда һәм Башҡорт­останда нефть ятҡылыҡтарын артабан кристаллы нигеҙҙән эҙләү мәсьәләһе алға килеп баҫа. Шул маҡсат менән ул Татарстанда тәрәнгә скважиналар быраулау һәм кристаллы нигеҙҙең төҙөлө­шөн, составын, үҙенсәлектәрен өйрәнеү эшен юлға һалыуға өлгәшә. Был тикше­ренеүҙәрҙә үҙе етәкселек иткән нефть геологияһы лабораторияһына танылған белгестәрҙе йәлеп итә.
1967 йылда яҡташыбыҙ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының эксперты сифатында Һиндостанға нефть һәм газ буйынса кәңәшсе итеп тәғәйенләнә. 1968 – 1974 йылдарҙа, алда әйтелгәнсә, СССР Фәндәр академияһы Башҡорт­остан фи­ли­алының Геология институты директоры, бер үк ваҡытта институттың нефть һәм газ лабораторияһы мөдире булып эшләй.
Бер төркөм Башҡортостан геологта­рының тектоника һәм ер ҡабығы төҙө­лөшө өлкәһендәге үҙ ваҡытында бик күп бәхәс тыуҙырған эштәрен хуплап ҡаршы ала, яңы йүнәлештәге эҙләнеүҙәрҙең ғилми йәмәғәтселек араһында танылыу табыуына булышлыҡ итә. Тәрән әҙер­лекле, киң ҡарашлы ғалим һәм етәксе булараҡ ҙур абруй ҡаҙана. Геология инсти­тутының Ғилми советы рәйесе, Баш­ҡорт дәүләт университетының, Баш­ҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтының (БашНИПИнефть) ғилми советтары ағзаһы, Геология һәм геофизика буйынса рес­пуб­лика координацион советы рә­йесе була.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да Билал Мәғтәсим улы ғилми эштәрен дауам итә, ер ҡабығында, тәрәндә метан сфераһы булыуы тураһындағы теорияны камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Илдең нефть һәм газ потенциалын һиҙелерлек арт­тырасаҡ был ғилми концепцияны тәү башлап нәҡ ул нигеҙләй. Ниһайәт, 90-сы йылдар башында шул темаға арналған ҙур күләмле “Метаносфера” тигән моно­графияһын баҫтырып сығара. Ерҙең крис­таллы нигеҙендә нефть ятҡы­лыҡ­тары­ның урынлашыу законлы­лыҡтарын бил­дәләүҙә профессор Билал Йосопов­тың ғилми идеялары Татарстанда һәм Баш­ҡортостанда хәҙер ҙә көнүҙәк булып ҡала.
Заманында Билал Йосопов менән бергә эшләгән күренекле ғалим, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр ака­де­мия­һы академигы Морат Камалетдинов менән осрашып, үҙенең өлкән дуҫы, арҙаҡлы ғилем эйәһе тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуын һорағайным.
– Ул бик аҡыллы кеше ине, — тип башланы һүҙен Морат Абдулхаҡ улы. — 1969 йылдан бергә эшләнек. Уның менән күп тапҡыр Уралға экспедицияларға сыҡтыҡ. Институтҡа килгәс, докторлыҡ диссертацияһы яҙып бөттөм. Ә ул хеҙ­мәт Урал тауҙарының шарьяж ти­бын­дағы төҙөлөшө тураһында яңы кон­­цеп­цияны нигеҙләүгә арналғайны. Шулай икән, Уралда нефть ятҡы­лыҡ­тарын эҙләү перспективалы булып сыға. Был концепцияны кире ҡағыусы бик күп булды. Ошо мәлдә Билал Мәғтәсим улы мәсьәләне бик үҙенсәлекле хәл итеү юлын тапты. Ул миңә: “Әйҙә диссер­тацияңды бын­дағы ғилми советта тикшереп тормайыҡ. Ҡаршы сығыусылар күп буласаҡ. Туп-тура Мәскәүгә бар ҙа яҡла. Мин шылтыратып һөйләштем”, — тине. СССР Фәндәр академияһы директоры Александр Владимирович Пейве шарь­яж теорияһын хуплап ҡаршы алды. 1969 йылда шарьяждарҙы үҙ күҙҙәре менән күреү өсөн Башҡортостанға махсус кил­де ул. Шулай итеп, Билал Мәғтәсим улы­ның кәңәше һәм хәстәрлеге арҡаһында диссертациямды бер ниндәй ҡаршы­лыҡ­ҡа юлыҡмайынса яҡлау насип булды.
Геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Билал Йосопов — 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән алты монография авторы. Геология фә­нен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн ул “Почет Билдәһе”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. Уға “Татарстан АССР-ының атҡа­ҙанған фән һәм техника эшмәкәре”, “Өфө ҡалаһының маҡтаулы гражданы” тигән исемдәр бирелә.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында профессор Билал Йосопов Ҡазанда йәшәй. 1999 йылдың 26 февралендә, бер быуатҡа яҡын оҙон ғүмер юлы үтеп, 94 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 19

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 58

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 57

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 65

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 39

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 84

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 45

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 46

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 42

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 55

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 94