Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өҙә баҫа баймаҡтар!
Өҙә баҫа баймаҡтар! Бер осрашыу ваҡытында йәштәрсә өҙҙөрөп баҫып йөрөгән инәй минең хайран ҡалыуымды күреп: “Бейей белмәгән башҡорт буламы ни? Етмәһә, Баймаҡ ерендә йәшәп! Беҙҙең барыбыҙ ҙа йөрәгендә милләт дәртен һаҡлай бит”, – тигәйне.


Эйе, башҡорт халҡының йыр-моңо ла, өҙҙөрә баҫып йә ойотоп ҡына бейеүе лә йөрәгенә уйып яҙылған. Дәртле көй ағылғанда, үҙенән-үҙе аяҡтар тыпырлап, күңелдәр елкенеп китә. Шуға күрәлер инде беҙҙең яҡҡа килгән һәр бейеү ансамбле ихлас ҡаршы алына, тамаша залы шығырым тулы була.
Баймаҡта нисәмә йыл уңышлы эшләгән, иң һәләтле бейеүселәрҙе туплаған “Ирәндек” ансамбле менән дә хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Ул 1983 йылда ойошторола. Унан алда ла баймаҡтар төрлө конкурстарҙа оҫта бейеүсе булып танылған була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә киң танылыу алған коллективҡа 1989 йылда “халыҡ ансамбле” исеме бирелә. “Ирәндек”тәрҙең “Беләҙегем-йөҙөгөм”, “Дуҫтар осрашҡанда”, “Зарифа”, “Ҡара юрға” башҡорт халыҡ бейеүҙәре, “Каруанһарай”, “Сонайым” хореографик картиналары, “Ҡайтыу”, “Күңелле тыпылдау”, “Болон һыҙғыртҡысы” жанр бейеүҙәре республиканың алтын фондында һаҡланасағына ышанысым ҙур. Баймаҡ бейеүселәре республика, Бөтә Рәсәй һәм сит илдәрҙә уҙғарылған халыҡ-ара йыр һәм бейеү фестивалдәрендә еңеүҙәр яуланы. Ансамбль – Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты ла.
Заманында художество етәкселәре булып эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Д. Исҡужин, В. Баймырҙин, бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусылар Й. Бикбирҙин, Р. Низаметдинов, И. Мөхәмәтйәновты “Ирәндек”тең яңы, йәш составы оло ғорурлыҡ менән телгә ала. Йәштәр үҙҙәре, Өфөлә Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата ойошторолған VI төбәк-ара фестивалендә ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөргәйне. Улар тамашасы хөкөмөнә “Каруанһарай”, “Тарпандар” бейеүҙәрен тәҡдим итте. Гала-концертта “Колхоз йәштәре” менән сығыш яһанылар. Һөҙөмтәлә ансамбль I дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде.
Билдәле хореограф, бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙин — беҙҙең айырым ғорурлығыбыҙ. Хореографтың ижады, шул иҫәптән “Сонайым”, “Ҡара тауыҡ”, “Кәкүк”, “Күсей зимагорҙары” кеүек шаян бейеүҙәре “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репертуарына нигеҙ һалды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үткәргән “Байыҡ” республика конкурсында ла Йәүҙәт Бикбирҙиндың бейеүҙәре йыш сәхнәгә сыға. Ошондай исемле тәүге бейеү конкурсы Йәүҙәт Зәйнулла улының тырышлығы менән 1996 йылда Баймаҡ ҡалаһында ойошторолғайны.
Ошо көндәрҙә үткәрелгән мәртәбәле “Байыҡ” телевизион конкурсында “Ирәндек” ансамбленең (етәксеһе – Радик Бакиров, балетмейстер – Алина Вәлинурова) гран-при яулауы Баймаҡ ерен йәнә оло шатлыҡҡа сорнаны. Ансамбль Йәүҙәт Бикбирҙин һалған “Ҡара юрға”ны башҡарҙы. Илшат Ғүмәров, Рәил Санъяров, Айнур Әминев, Радмир Байбулов, Ғәлинур Хәлитов, Фәиз Усманов, Наил Шәйәхмәтов, Инсаф Ҡолмөхәмәтов, Гөлкәй Рахманғолова, Гөлфиә Йәрмөхәмәтова, Гүзәл Шакирова, Алина Вәлинурова, Ләйсән Муҡаева, Регина Иҫәнбаева, Яҙгөл Зөбәйҙуллина, Нәркәс Туйсинаның шул тиклем оҫта, йөрәктәргә үтеп инерлек итеп бейеүе күңелдәрҙе елкендерҙе, милләтебеҙ менән һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уятты. Уларҙың сығышына тәрән мәғәнә, тарихи сағылыш, башҡорт рухы һалынған.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында гран-при яулаған Рәмзиә Солтанова — Темәс ауылынан. Ул һәр ваҡыттағыса тыйнаҡ ҡына йылмайып: “Конкурста ҡатнашҡан һәр бейеүсе иғтибарға лайыҡ, сөнки улар күңелендә милли мәҙәниәтебеҙҙе, халҡыбыҙ тарихын йөрөтә”, – тине.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: “Ирәндек”тең балалар сос­тавы ла еңеү артынан еңеү яулай. Улар “Байыҡ” конкурсында “Иң оҫта коллектив” исеменә лайыҡ булды. Балалар бәйгеһендә тағы бер уңыштары булды: малайҙар араһында гран-при “Рекрут” бейеүе өсөн Рәил Рәхмәтуллинға тапшырылғайны.
Һуңғы көндәрҙә Баймағыбыҙ һауаһын тик һөйөнөслө яңылыҡтар ғына сорнап алғандай. Шулай булмай ни, “Сулпылар” телевизион конкурсында ла Буранбай ауылынан Ильяс Ҡотоев гран-при яуланы! Һәләтле малай бының өсөн етәксеһе Фәттәх Аралбаевҡа рәхмәтле булыуын белдерҙе.
Мәҙәниәт йылында баймаҡтар бына шундай тос та, татлы ла, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ аша өлгәшелгән уңыштарына һөйөнә. Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов “Ирәндек” ансамбле, Рәмзиә Солтанова һәм Ильяс Ҡотоев менән осрашты. Илшат Хәмит улы еңеүселәрҙең ҡулын ҡыҫып: “Һеҙҙең талантығыҙ, ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланғанға сикһеҙ шатмын. Киләсәктә лә тыуған еребеҙҙең данын арттырыу өсөн көсөгөҙҙө йәлләмәҫһегеҙ, тип ышанам”, – тине. Ышанабыҙ, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105