Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фларис Шакиров: “Шәхестәр тәрбиәләйбеҙ”
Фларис Шакиров:  “Шәхестәр тәрбиәләйбеҙ” Мәсәғүт ауылында урынлашҡан Республика лицей-интернатында танылған яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың уҡыусылар менән осрашыуында матбуғат тураһында ла һүҙ булды. Мәҫәлән, уҡытыусылар гәзиттәге мәҡәләләрҙе дәрестә ҡулланыуы хаҡында һөйләне, ә ҡыҙҙар һәм малайҙар, әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыу менән бер рәттән, төрлө баҫмала донъя күргән шиғырҙарҙан өҙөктәр ятланы. Форсаты сыҡҡанда Республика лицей-интернаты директоры Фларис ШАКИРОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Тиҙҙән Яңы йыл етә, шуға һәр кемдең, айырыуса балаларҙың, дәрт-дарманы ташып тора. Үҙегеҙҙең, уҡытыусыларҙың кәйефе нисек һуң?
– Ҡуй йылына аяҡ баҫабыҙ бит. Миндә ваҡ малға ҡарата һәр саҡ ғәжәпләнеү тойғоһо бар. Миҫал итеп, кәзәне генә алайыҡ. Уның дебетенән бәйләнгән бейәләй йылы, шифалы һөт тә бирә, ите тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе муллыҡ көтәлер, тим. Йөрәк шундай хистәр менән типкәндә, һүҙ ҙә юҡ, ҡулға эш бара, һәр көн иртән оло маҡсаттар менән лицейға ашығабыҙ. Шуға ҡыуанам: бында ҙур ғына түгел, берҙәм дә коллектив тупланған. 324 бала – беҙҙең ҡарамаҡта. Нисек итеп улар алдында насар кәйеф менән күренәһең?!
– Йәшерен-батырын түгел, бөгөн матбуғат баҫмаларының тиражы бигүк ҡыуандырмай. Ә бына һеҙҙең уҡыу йорто гәзит-журналдарҙың ҡайһыһы менән дуҫ?
– Әҙәм балаһы шундай зат – уға һайланыу хас. Шулай икән, беҙ ҙә күңел һөйгәнгә генә яҙылабыҙ. Бөтә баҫмаларҙы ла алдырыу мөмкин түгел, шулай ҙа башҡортсаларына өҫтөнлөк бирәбеҙ, бая телгә алыуымса, федераль журнал-гәзиттәрҙе лә ҡараш­тырабыҙ. Бигерәк тә “Башҡортостан” гәзитен тотош коллектив менән яҙҙырыуҙы нәҡ ошондай уҡыу йорттарынан башлауығыҙ отошло. Әлбиттә, ни тиһәң дә, белем усағы һәр йәһәттән күптәргә өлгө булып тора. Идеология төшөнсәһен мин беренсе планға ҡуям. Ә гәзит-журналдар – ысын мәғәнәһендә идеологик ҡорал.
Фларис Шакиров:  “Шәхестәр тәрбиәләйбеҙ”– Бөгөн ниндәй уй-ниәттәр менән янаһығыҙ?
– Ике йылдан лицей эшләй башлауға 20 йыл туласаҡ. Уны асҡанда Хөкүмәт матди яҡтан етешһеҙ, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән малай һәм ҡыҙҙарҙы уҡырға алыуҙы тәү­маҡсат иткән, бынан тыш һәләтлеләрҙе тағы ла үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан. Беҙҙә респуб­ликабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбә­генән генә түгел, бүтән райондарҙан, хатта Силәбе, Свердловск, Төмән өлкәләренән дә үҫмерҙәр уҡый. Шул иғтибарға лайыҡ: бында килергә теләүселәр йылдан-йыл арта. Педагогтарыбыҙ, өлгәшкән ошо ҡаҙаныштар менән сикләнмәйенсә, артабан да өр-яңы идеялар менән яна, үҫешкә ҡоролған эш алымдары тураһында уйлана. Уҡыу сифатын яҡшыртыу, өлгәш баҫҡысынан түбән төшмәү, балаларға күркәм тәрбиә биреү, ғөмүмән, Ватаныбыҙға ысын шәхестәр тәрбиәләү – төп бурысыбыҙ.
Республика лицей-интернаты ошо төбәктең уҡытыусылары өсөн методик үҙәк иҫәпләнә. Беҙгә килеп курс үтәләр, төрлө конференциялар уҙғарыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91