Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихатала һуйырға ярамай. Ә ҡайҙа?
Яңы йылға ишек ҡағырға оҙаҡ ваҡыт ҡалманы. Ул беҙҙең тормош-көнкүрешебеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар менән бергә яңы мәшәҡәттәр, проблемалар ҙа алып килә. Шуларҙың береһе – малды махсус урындарҙа ғына һуйып һатыу талабының ғәмәлгә инеүе.

Был техник регламент, дөрөҫөн әйткәндә, быйыл 1 майҙан үтәлә башларға тейеш ине, ләкин ул депутаттар уйлағанса килеп сыҡманы, сөнки мал һуйыу цехтары күпселек райондарҙа юҡ йә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә уларҙы төҙөү бер-ике көнлөк эш түгел.
Был йәһәттән Көйөргәҙе районының ху­жалыҡтары ла байтаҡ ҡаршылыҡтарға осраны. “Ватан” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Ғәйнетдин Мөхәмәтов ике йыл элек мал һуйыу цехы төҙөгәйне. Фермаға терәтеп эшләнгәс, нормативтарға тап килмәй тип, уны рәсми теркәүҙән баш тарттылар. Ысынлап та, ветеринария-санитария талаптары буйынса мал һуйыу цехы ауылдан – кәмендә 300 метр, ә ферманан бер ки­лометр алыҫлыҡта булырға тейеш. Уның шулай уҡ йылға, күл һәм быуаларҙан мөмкин тиклем алыҫыраҡ урынлашыуы хәйерле.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Айҙар Әкбәров, алдағы йылдан халыҡҡа мал һуйыу цехының ни тиклем кәрәк буласағын ныҡлы аңлап, был эшкә күңел биреп, ең һыҙғанып тотондо. Әлеге көнгә ул тейешле документтарҙы Өфөгә алып барып тапшырған. Коллегалары менән Бүздәктән алыҫ булмаған урында мал һуйыу майҙансығы асҡан Р.Ә. Туҡтамышевтың эш алымдарын өйрәнеп ҡайтҡан.
— Үҙемдең цехты Бахмуттан ситтә, йәғни бөтөн ветеринария-санитария талаптарына ярашлы асырға уйлайым. Минең өсөн Туҡтамышевтың эш тәжрибәһе һәйбәт өлгө булып тора, — ти Айҙар Закир улы. Ул коллегалары — райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, баш зоотехник Рәүеф Намаҙғолов, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев, зоотехник Сабит Хәсәнов, эшҡыуар Таһир Ибраһимов — менән бергәләп Стәрлетамаҡ районының Бугуруслановка ауылына барып, Ф.И. Машкин исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең тәжрибәһен уртаҡлашып ҡайтты.
— Был ауыл хужалығы предприятиеһының фермаһы янында мал һуйыу цехы өс йыл элек төҙөлгән. Санитария талаптарына бик тап килеп бөтмәһә лә, цех сертификат алыуға өлгәшкән, Таможня союзына ингән. Предприятие кәрәкле ҡорамал һатып алыу өсөн 3 миллион һум самаһы аҡса тотонған. Цех әлегә яҡындағы ферма өсөн генә эшләй, үҙҙәренең ветврачы, лабораторияһы, бер тоннаға яҡын продукция һыйҙырышлы һыуытҡысы, махсус контейнеры бар. Киләсәктә халыҡтың малын да һуйып эшкәртергә ниәтләйҙәр. Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн хаҡ 1,5 мең һумдан кәм булмаясаҡ, — ти А. Әкбәров.
Малсылыҡ өлкәһендәге яңы регламентҡа бәйле республикала унға яҡын мал һуйыу цехы асылған. Тағы күпмеһелер төҙөлөп бөтөп бара. Һәр районда кәмендә ике цех хеҙмәтләндерергә тейеш, тип иҫәпләй аграрийҙар. Ә уларҙы булдырыу анһат түгел. Ҡоролмалар һатып алыу өсөн генә лә кәмендә 5 миллион һум кәрәк.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 24

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 20

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 35

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 43

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 39

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 34

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 46

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 43

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 40

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 38

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 54

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 45