Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “АҠБУҘАТ” – шәп бүләк!
“АҠБУҘАТ” – шәп бүләк! Кисә Стәрлебаш ауылында 120 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. Бала-сағаның сыр-сыу килеп уйнап йөрөгәненән дә йәмлерәк күренеш бармы икән ул?!

– Мин, үҫкәс, төҙөүсе булам! Ошон­дай матур баҡсалар төҙө­йә­сәкмен, – ти кескәй Искән­дәр.
– Ә мин – тәрбиәсе апай. Малай-ҡыҙҙарҙы ҡараясаҡмын, – тип Әнисә лә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итергә тырыша. Осраҡ­лы һөйләш­мәй сабый­ҙар был темаға, ана бит, төҙөүсе ағай­ҙары Яңы йылға ниндәй шәп бүләк әҙерләгән – “Аҡбуҙат” исемле балалар баҡсаһында тәрбиәсе апайҙары хәҙер ҡыҙҙар-малайҙар менән бергә туп уйнаясаҡ, китап уҡыясаҡ.
Балалар баҡсаһына бынан теүәл бер йыл элек нигеҙ һа­лына. Әммә бер мәл: “Ишек­тәре тик ике-өс йылдан һуң ғына асылыр”, ­­– тигән хәбәр ишетелә. Бәхеткә күрә, республика Хөкүмәте, район хаки­миәте ты­рышлығы менән кес­­кәй­ҙәр унда бөгөн үк уйнап йөрөй.
– Был ваҡиға – беҙҙең өсөн сикһеҙ ҡыуаныс. Былтыр Мәҡ­сүттә бер нисә ауылды тәьмин итерлек бинаны үҙгәртеп ҡороу юлы менән асылған 85 урын­лыҡ балалар баҡса­һын иҫәпкә алмағанда, районда инде 24 йыл буйына мәк­тәпкәсә йәш­тәгеләр өсөн учреждение тө­ҙөл­­мәгән. Шуға уның төбәге­беҙ өсөн әһәмиәтен үҙегеҙ ҙә самалай ала­һығыҙ инде, – тине, кескәйҙәрҙе һәм ата-әсәләрҙе ҡотлап, район хаки­миәте башлығы Фәнүр Туҡтаров.
– Эш бик тиҙ башҡарылды, тө­ҙөүселәр бурысын яуаплы үтәне. Әйткәндәй, башҡа төбәктәр ике-өстө тырыштырғанда, был балалар баҡ­саһы быйыл беҙҙә – егерме һигеҙен­сеһе, – тип Башҡортостандың Тө­­ҙө­лөш һәм архитектура дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илдар Йәһүҙин кәйефте күтәрҙе.
Бина Стәрлебаш ауылының йәштәр биҫтәһендә урынлашҡан. Алдағы йылда тағы 800-гә яҡын ер участкаһы бүленәсәген иҫәпкә алғанда, тиҙҙән балалар баҡсаһы гөж килеп торор әле!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 19

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 58

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 57

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 65

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 39

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 84

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 45

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 46

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 42

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 55

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 94