Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сит илгә сыға алмаҫ инек...”
Өфө тимер юл вокзалында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре “Үҙ бурысыңды бел” акцияһына ярашлы граждандарҙы ҡабул итте. Өс сәғәт эсендә улар 60-тан ашыу пассажирҙың һәм тимер юл хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе.
Сит илгә сығыуҙы тыйыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һалған штраф, кредит, эш хаҡы буйынса бурыстар, алимент түләттереү кеүек һорауҙарға ентекле яуап бирҙеләр. Акция барышында пассажирҙарға һәм хеҙмәткәрҙәргә листовкалар таратылды. Шулай уҡ суд приставтары “Башҡарыу эштәре хаҡында мәғлүмәт банкы” сайтының мөмкинлектәрен күрһәттеләр. Интернетҡа инә алған һәр кеше үҙенең башҡарыу эштәре буйынса бурыстары тураһында мәғлүмәт юллай ала. Уның өсөн күрһәтелгән урынға үҙеңдең исем-шәрифеңде һәм тыуған йылыңды индерергә генә кәрәк. Бурыс тураһында мәғлүмәт алғас, уны бер ниндәй комиссияһыҙ терминал аша түләргә була.
“Бик файҙалы сара ойошторған суд приставтары. Әгәр ҙә мине сит илгә сығып барғанда сик буйы һаҡсылары туҡтатһа, күңелһеҙ хәл булыр ине, – тип ҡыуанды Салауат ҡалаһынан эшҡыуар Владимир. – Шуға күрә үҙеңдең һәм туғандарыңдың бурыстары тураһында белеп ҡуйыу бик мөһим".
Акция барышында суд приставтары мобиль телефондар өсөн "Android", "iPhone" һәм "WindowsPhone" ҡушымталарын күрһәтте. "Улар ярҙамында шунда уҡ бурыстарыңды белергә була", – тип аңлатты тимер юл хеҙмәткәре Елена.
– "Үҙ бурысыңды бел" тигән иҫкәртеү акциялары даими үткәрелеп тора. Шуны әйтеп китергә кәрәк: пассажирҙар бик яҡшы яҡтан баһаланы был сараны. Уны киләһе йылда ла үткәрергә ниәт бар, – тине тимер юл вокзалы начальнигы Олег Алексеевич Мигунов. – Бындай социаль акциялар суд приставтары тарафынан “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, “Үҙәк” сауҙа-сервис комплексында электән үткәрелеп килә. Был аҙнала уны “МЕГА” ғаилә сауҙа үҙәгендә лә ойоштороу ҡаралған.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең
Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бәхәс  (Юмореска)

Бәхәс (Юмореска) 20.02.2019 // Йәмғиәт

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр? Ике аҙналап “егет” булып йөрөгән Хәйрүштең бөгөн эшкә килгәс тәүге...

Тотош уҡырға 0

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!”

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!” 20.02.2019 // Йәмғиәт

Тап шундай уйҙар менән ҡайтты Ишембай районында ял иткән Сибай балалары....

Тотош уҡырға 24

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк 20.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн иртән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларында ял итеү өсөн Магнитогорск...

Тотош уҡырға 33

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар 20.02.2019 // Йәмғиәт

Иглин районы халҡы быйыл 1 ғинуарға 64 796 кешене тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса улар бер йыл...

Тотош уҡырға 26

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала!

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала! 20.02.2019 // Йәмғиәт

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “2018 йылда Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль ер...

Тотош уҡырға 16

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 113

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 80

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 71

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 83

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 52

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 43

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 95