Урамға сығыуы ҡурҡыныс

30-12-2014, 01:08 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
(Кәримә Усманова, “Эт кешегә дуҫмы, дошманмы?”,
2014 йыл, 29 октябрь)
Ветеринар булып 30 йылдан ашыу эшләнем. Бына инде 15 йыл пенсияламын. Шуға күрә эт-бесәй, ҡырағай төлкө, бүре, айыуҙың, шулай уҡ һәр малдың ыңғай һәм кире яҡтарын яҡшы беләм.


Үҙ ғүмеремдә эт тотманым. Бала саҡта ошо хайуан теш­ләү­ҙән йәрәхәтләнеүем әле лә күҙ алдым­да. Мин йәшәгән Һамар Хәй­булла районында иң ҙур ауылдарҙың береһе булып һа­нала. Оҙонлоғо – 3,5 саҡрым. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғ­лүмәттәре буйынса 305 өй һәм 1006 кеше бар бында. Хәй­бул­ла районының АТП-һы (автопарк), урман хужалығы һәм сорт­ҡа айырыу ойошмалары, шулай уҡ “Быҙаулыҡ” совхозы үҙәге Һамар ауылында булды.
Бөгөн шәхси хужалыҡтар мал, ҡош-ҡорт үрсетә. Шуға күрә лә эт тотоусыларҙы һанап бөтөр­лөк тү­гел. Хатта бер генә түгел, ике-өс эт аҫраған кешеләр ҙә бар.
Пенсияға сыҡҡас та иртән­сәк 4-5 саҡрым йүгереп, гим­нас­тика ме­нән шөғөлләнәм. Кис­тә­рен саф һауала йөрөп киләм, әммә урамда ҡурҡыныс хәҙер. Ҡулыма таяҡ то­топ йүге­рергә тура килә.
Һуңғы йылдарҙа элекке ху­жа­лыҡ­тың фермаһы, бесән-һа­лам аҙ­бар­ҙа­ры, силос соҡор­ҙары янынан үт­кә­нем бар. Күңелдә ауыр тойғо ҡала. Емтек кү­мел­гән ер ҙә кәртә­ләнмәгән, таш­ландыҡ хәлдә. Шуға ла мал аҙығы ташыған юлдарҙа төрлө хайуандың баш-тояҡ һөйә­генә эләгеп йығы­лыр­һың...
Гәзиттә авторҙың яҙмаһын уҡы­ғас, фотолағы эттәрен һәм ке­ше­ләрен күргәс, күңелде шом би­ләй тағы ла... Бөгөн берәҙәк эттәргә ҡаршы бер ниндәй ҙә за­кон юҡ. Ниңә эт тотоуҙың ки­ре яғы файҙа­һына ҡарағанда күбе­рәк?
Элек һәр ауыл Советы айырым комиссия төҙөй торғайны. Уның соста­вы­на депутат, мал врачы, милициянан вәкил, һу­нарсы, бе­рәй әүҙем кеше инде­релә ине. Комиссия ағзалары айына бер тапҡыр ауыл буйлап йөрөп сығыр булды. Һунарсы­быҙ берәҙәк эттәрҙе атып йыҡ­һа, кәүҙәләрен емтек ер­ләнгән урынға ебәрер инек. Бик бул­маһа, яндырып, бил­дәле урын­ға күмә торғайныҡ.
Бөгөн берәҙәк эттәрҙән бо­ҫоп йәшәү яраған эш түгел. Ул һине тешләмәһә лә, башҡа бе­рәүҙе йә уның малын, ҡош-ҡор­тон ҡотҡа­рыр­ға тырышығыҙ. Әгәр ул эт ҡо­торған булһа?! Се­бер язваһын, туберкулез кеүек ауырыу­ҙарҙы ла онотмағыҙ. Эт­тәр йыш ҡына йоғош­ло сир­ҙәрҙе лә таратып йөрөй бит.
Эт тотоу мәсьәләһе һеҙҙең яҡ­тарҙа нисек? Бер шофер юл ҡағи­ҙәһен боҙһа, тиҙлеген арт­тырһа, унан штраф түләтәләр. Ә ниңә бур­ҙайын бәйләмәгән кешеләргә ҡарата сара күрел­мәй?