Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике яҡҡа ла файҙа кәрәк
Ике яҡҡа ла файҙа кәрәк Беҙ “райпо” тип атап өйрәнгән ҡулланыусылар йәмғиәте бында икегә бүленгән: “Радуга” һәм “Общепит”. Тәүгеһенең төп йүнәлеше сауҙа булһа, икенсеһенең исеме үк есемен күрһәтә — дөйөм туҡланыу, йәғни халыҡты ошо йәһәттән хеҙмәтләндереү. Шуныһы мөһим: ике йәмғиәт тә шәхси хужалыҡтарҙа үҫтерелгән йәшелсәне, аҫралған малдың итен йыйыу менән дә мәшғүл. Мәҫәлән, районда 30 магазин булһа, һатыусылар бер үк ваҡытта әҙерләүсе, йәғни халыҡтан аҙыҡ-түлек, тире, макулатура, йөн йыйыусы ла булып эшләй.


Район үҙәгендә “Балтас” кафеһы, ҡап­ҡы­лап сығыу урындары эшләй. Бын­дағы ике магазинға өҫтәп, тағы ку­линария цехын асҡандар. Шулай уҡ кондитер, иттән котлет, билмән яһау яйға һалынған. Ҡулдан эш­лән­гән билмән бик тиҙ таралып бөтә. Бар аҙыҡ бер ниндәй ҡушымтаһыҙ таҙа иттән яһала. Әйтәйек, бил­мәндең килограмы 150-160 һум тора. Сусҡа ите ҡушылмай, йомшартыу, бер аҙ осһоҙлатыу маҡсатында һы­йыр малыныҡына тауыҡтыҡы өҫтәлә.
Халыҡтан тәү сиратта картуф йыйыла. Көндәр йылы торған саҡта Өфөгә йәрминкәгә лә алып бар­ғандар. Бынан тыш, йәшелсә һаҡ­ла­ғыс баҙҙарына 300 центнерға яҡын бәрәңге үҙҙәренең кафе, ашханалары өсөн һаҡлауға ҡуйылған. Шулай уҡ 250 центнер башҡа төр йәшелсә һалынған. Итте лә башлыса үҙҙәренең цехтары өсөн йыялар.
– Беҙҙе мал һуйыу цехтары ту­раһындағы закон борсоуға һала, — ти ҡулланыусылар советы рәйесе Гөлфиҙә Хәмәтйәнова. — Бынан би­ге­рәк тә халыҡ зыян күрә. Беҙҙең өсөн дә ҡулай түгел, сөнки өсөнсө аралашсы барлыҡҡа килә, тимәк, был үҙенән-үҙе хаҡ артыуына кил­терә. Шунан һуң, әле йәш үгеҙ-тана ите һатып алабыҙ. Иттең сифаты сығарылған продукцияныҡына йо­ғонто яһай. Ә һуйыу цехтарында барыһы бергә ҡушыла. Былай иһә, бер баш кәрәкһә, алдан яҙылған ке­шеләргә сират буйынса шыл­тыратабыҙ. Туранан-тура өҫтәлгә килтереп һалмайҙар бит, ә малын салып, эшкәртеп, ветеринария станцияһы аша үткәреп килтерәләр.
Белеүебеҙсә, мал салыу, эшкәр­теү цехтары тураһында ҡарар тәүҙә йыл башынан үҙ көсөнә инергә те­йеш ине. Һуңынан майға ҡал­дыр­ҙылар. Документ, белешмәләр ойош­маларға ебәрелде. Шулай ҙа Яңы йылға тиклем тағы кисектереп тор­ҙолар. Халыҡ унан һуң да ҡа­рарҙың тормошҡа ашмаҫына өмөт­ләнеп йәшәй. Үҙ малын һатыр өсөн кеше әлегәсә лә ауыл Советынан, ветеринарҙан белешмә ҡағыҙҙары юллап, баҙарҙа йәнә иткә тик­шеренеү үтергә, келәймә һуҡтырырға тейеш ине. Хәҙер иһә малды салдырыу, өҫтәмә анализ өсөн райондарҙа асыласаҡ берҙән-бер цехҡа алып барырға кәрәк буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләйбеҙме-юҡмы, шулай итә­сәктәр, сөнки Таможня союзына ингәндәге талаптарҙың береһе — ошо.
– Картуфтан тыш, беҙ ҡыҙыл сө­гөлдөр, кишер, һарымһаҡ, һуған һа­тып алабыҙ. Бөгөн 250 центнерға яҡыны һаҡлауға ҡуйылды. Йөн әҙер­ләү менән дә шөғөлләнәбеҙ, — ти Гөлфиҙә Ғәли ҡыҙы. — Уныһы 40 центнер йыйылған, тик тапшырыуы, ай-һай, ауырға төшә. Беҙ күберәк тә йыйыр инек, ләкин Башҡортостанда йөн эшкәртеү цехы юҡ. Элек Туймазыла комбинат бар ине... Әле Екатеринбургта кемдер эшләй, унда илтеп була, ләкин аҡсаһын ике ай эсендә генә ҡайтарып бирәсәктәр. Аныҡ ваҡыты билдәле түгел... Бөгөн быйма баҫыр өсөн йөндө Татарстандан килеп алалар. Ҡариҙел районында баҫа башланылар, тик уларға сеймал аҙыраҡ кәрәк...
Әҙерләү контораһы булмаһа ла, район ҡулланыусылар йәмғиәте һа­рыҡ менән һыйыр малы тиреһен йы­йыу­ҙы ла ойошторған. Әйткәндәй, һа­рыҡ тиреһен йөнө һымаҡ бик алып бармайҙар. Әлегә ҙур ауырлыҡ менән һыйыр малыныҡын ғына тапшырып була, тик уныһы ла ҡайһы бер йылда үтеп бармай. Тағы шуны­һын әйтергә кәрәк: тирене ҡайҙалыр ҡабул итһәләр, кем етте шул йыйыу менән шөғөлләнә башлай, тапшырыр урын булмаһа, был эш тағы ҡулланыусылар йәмғиәтенә тороп ҡала. Ә бит тире йыйыу эше махсус ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәүҙе талап итә. Осраҡлы кешеләрҙең сеймалды һаҡлау урындары булмай. Быларҙың барыһы ла ауыл еренән ситтә йыйылырға тейеш. Юғиһә үҙ белдеге менән тотоноусылар йыш ҡына санитария ҡағиҙәләрен боҙа.
Ҡулланыусылар йәмғиәте быйыл халыҡтан 50 центнер макулатура, 40 центнер быяла ватығы, 4 центнер пластмасса шешә, 4060 килограмм дарыу үләне, 125 мең дана йомортҡа һатып алған.
– Һәр йүнәлештә эшләргә тыры­ша­быҙ, — ти Гөлфиҙә Хәмәтйәнова. — Бал да йыйыр инек — тапшырыр урын юҡ. Ә бит хәҙер умарта тотоусылар күп. Ғөмүмән, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу ике яҡҡа ла файҙаға булыр ине...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 54

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең вафат булған көнөндә...

Тотош уҡырға 39

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 51

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 45

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 56

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 66

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 57

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 55

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 52

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 46

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 52