Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе

31-12-2014, 01:08 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
 Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе Был байрам – халҡыбыҙҙың элек-электән һаҡланып килгән йолаларының береһе. Байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ, тәүге ҡар, яҡты көн хаҡына үткәрелә.

Өфө ҡалаһының дөйөм үҫеш төрөндәге 221-се балалар баҡсаһында өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре ҡатнаш­лы­ғын­да “Ҡаҙ өмәһе” сәхнәләштерелде. Бай­рамға ҡунаҡҡа филология фәндәре кан­дидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы, шағирә Рәсимә Ураҡсина, шулай уҡ башҡа балалар баҡсаларынан тәрбиәселәр саҡырылғайны.
Милли кейемдәге тәрбиәселәр, музыка уҡытыусыһы Мәҙинә Сәхәпова менән фи­зик культура инструкторы Рәзилә Аслаева ярҙамында бик матур тамаша ойошторол­до. Балалар йоланы еренә еткереп баш­ҡарҙы, сара йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.
– Һоҡланғыс тамаша: ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡа, йырлап малайҙар килә, түшкәләр һыуҙа сай­ҡатыла… Барыһы ла ысын һымаҡ. Би­ге­рәк тә ҡала шарттарында балаларҙың саф башҡортса, матур һөйләшеүе күңелде иретте, – тип тәьҫораттары менән уртаҡ­лашты Рәсимә Ураҡсина.
Эйе, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге балаларҙы бәләкәйҙән тарихты, йолаларҙы өйрәтеп үҫтереүгә, рухи тәрбиә биреүгә бәйле.