Миллионер һарыҡ

31-12-2014, 01:05 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Миллионер һарыҡ – Нимә һарыҡ һымаҡ ҡатып тораһың?
– Эй, һин һарыҡ менән баш ҡатырғансы!..
– Кит, һинең кеүек һарыҡ та университетта уҡып йөрөгәс...
Ғәҙәттә, белеме һайыраҡ булған кешене кәмһетеү өсөн һарыҡ менән сағыштыралар. Әкиәттәрҙә лә нәҡ ошо йорт хайуаны бер нәмәне лә аңламай, аңралығы арҡаһында бүтәндәрҙе лә төрлө бәләгә тарыта. Ысынлап та, был йән эйәләре шул тиклем аңһыҙмы икән? Улай тиһәң, Яңы Зелан­дияның Шрек ҡушаматлы легендар һарығы киреһен иҫбатлай.


Был хәл 1998 йылда була. Фермерҙың көтөүенән тиктомалдан бер һарығы юғала. Уны эҙләп арманһыҙ булалар, ләкин осона сыға алмайҙар. Ахырҙа берәйһе тамаҡ­лағандыр инде тип тынысланалар.
Шулай был турала онотоп, имен-аман йәшәп ятҡанда, теге һарыҡ табыла! Баҡти­һәң, ул, йөнөн ҡырҡтырыуҙан ҡасып, алты йыл буйына иректә йәшәй. 2004 йылда уны кире фермаға алып ҡайтҡанда, был йән эйәһе танымаҫлыҡ була. Йылдар буйы йөнө киҫелмәү сәбәпле, ул туп кеүек йомроланған. Хатта тәгәрәп китһә, аяғына ла баҫа алмаған.
Кинәнеп иркенлектә йәшәгән “сәйәхәтсе” хаҡында шунда уҡ белеп ҡалалар. Ә журналистарға шул ғына кәрәк! Ҡыҫҡаһы, Шрек тиҙ арала Яңы Зеландияла легендар хайуанға әйләнә. Хатта илдең премьер-министры Хелен Кларк килеп, уның хәлен белешә.
Шректың өлгәшкән уңыштары бик күп сәхнә йондоҙҙарын да көн­ләштерерлек була! Уның ҡуйы йө­нөн ҡырҡыуҙарын телевидение аша тура эфирҙа күрһә­тәләр. Ә инде 27 килограмлыҡ сифатлы йөндө (уның менән ҙур үлсәмле 20 кос­тюм тегеп була!) аукционда һаталар. Шректың “тунын” күпмегә баһалағандар тип уйлайһығыҙ? 150 мең дол­ларға! Беҙҙең аҡсаға әйлән­дергәндә, 8 мил­лион һум самаһы була. Аукциондан килгән табышты етем һәм ауырыу балаларға ярҙам итеү өсөн тапшыралар. Бына, исмаһам, һарыҡ!
Ҙур уңышынан һуң Шрек илдәге бик күп осрашыуҙарҙа, мәртәбәле сараларҙа ҡатнаша. Уның көнкүреш шарттары ла иң яҡшыларҙан була. Бүтән тиңдәш­тәре кеүек һарайҙа йәшәмәй, ә үҙе өсөн төҙөлгән махсус йортта көн итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, легендар Шрек 2011 йылда 16 йәшендә йөрәге сирләп, яҡты донъя менән хушлаша. Илдең бөтөн йәмәғәтселеге был йән эйәһен хөрмәтләп, уның яҡты рухына сиркәүҙә доға ҡылып, һуңғы юлға оҙата.