Беҙҙең лауреаттар

31-12-2014, 01:10 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Беҙҙең лауреаттар Түбәндәге ижади хеҙмәткәрҙәребеҙ һәм авторҙарыбыҙ “Башҡортостан” гәзитенең 2014 йылғы лауреаттары тип билдәләнде:

АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрә­хим ҡыҙы, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе – “Туғанлыҡты кәрәк яңыртыуҙар...” (11 апрель); “Ауырыуҙарҙың ышанысын ҡайтарып булырмы?” (13 июнь), “Донъя ҡырыҫлана, күңел ҡата барғанда” (19 сентябрь); “Ер кешеһе ихтирамға лайыҡ йәки Бөрйәндәрҙең ниңә кәйефе юҡ?” (28 ноябрь) тигән мәҡәләләре һәм әңгәмәләре, төрлө райондарҙан ойошторолған махсус биттәре өсөн;

Беҙҙең лауреаттарҒАБДРАХМАНОВА Минзилә Харис ҡыҙы, «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире – “Эшсе һөнәренә һөйөү тәрбиәләйбеҙ” (13 июнь), “Алло! Тыңлайбыҙ һеҙҙе. Тилмереп почтальонды көтәбеҙ” (4 июль), “Эшләһәң, эш ҡарышмай” (23 август), “Ауыл кешеһе ерҙә тапһын бәхетен” (17 октябрь) тигән яҙмалары һәм матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн;

Беҙҙең лауреаттарТАЖЕТДИНОВ Азамат Әғзәм улы, хеҙмәт ветераны, Сибайҙа йәшәй – “Рәмиевтәр тураһында нимә беләбеҙ?” (4-5, 8, 11-12 февраль), “Атайымдың һуңғы төйәге” (21 июнь), “Беҙҙең атайҙарҙы һуғыш урланы” (2 август) тигән публицис­тик яҙмалары өсөн;




Беҙҙең лауреаттарГодбодь (Ҡолмөхә­мәто­ва) Миләү­шә Мөтиғулла ҡыҙы, хеҙмәт ветераны, Чехияла йә­шәй – “Баш­ҡортостан”дан айырылмайыҡ!” (31 октябрь), “Ҡай­ҙа ла бер үк тормош. Шулай ҙа...” (18-19 ноябрь) тигән аналитик мәҡәләләре өсөн;





Беҙҙең лауреаттарҒӘЛИУЛЛИН Самат Менәүәр улы, Ғафури районы “Табын” гәзитенең бүлек мөдире – “Ижтимағи мөнбәр” рубрика­һын даими алып барғаны өсөн.