Көтөү-көтөү ҡуйҙары...

31-12-2014, 01:10 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Көтөү-көтөү ҡуйҙары... Бөгөн һарыҡсылыҡ тармағы ҡайтанан үҫеш кисерә, бигерәк тә шәхси ихаталарҙа. Ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн малсылыҡ — төп кәсеп, улай ғына ла түгел, йәшәү рәүеше, табыш сығанағы. Йылайыр районының Сидоровка ауылынан Гөлнара менән Айрат Ҡотоевтар ҙа ошондай фекерҙә.

Ҡасандыр гөрләп торған фермалар ябылып, колхоз-совхоздар юҡҡа сығып, эшһеҙгә әйләнгән Айрат Ҡотоев тәүҙә баҙап ҡала. “Ни йәш түгел, ни ҡарт булмай тороп ҡалдым”, — тип көлә үҙе лә. Тыуған ауылына ҡайтып төпләнгәс, бала саҡтан күңеленә яҡын шөғөл – малсылыҡты үҫтерергә тотона. Егәрле хужаның ҡураһында әле 16 баш һыйыр малы, йөҙгә яҡын ҡуй эркелешеп йөрөй.
— Һарыҡ аҫрау еңелерәк тә, отош­ло ла, — ти Айрат Ҡотоев. — Уны яҡшы ашатһаң, шул етә. Кәртәлә бөтәһен бергә йөрөтөргә була, талашмайҙар. Бәрәсләгән осорҙа бер аҙ иғтибар бүлгәндә, бесәнең етерлек, һолоң бар икән, аптырайһы түгел.
Әлбиттә, бер эш тә еңел бирелмәй. Йәй буйы етерлек бесән әҙерләү талап ителһә, ҡыш буйы уларҙы яҡшылап ҡарау ҙа кәрәк. Дөрөҫ, һарыҡты һатып алыусылар табылып тора, бигерәк тә көндәр йылытҡас. Кемдер ҡунаҡҡа, кемдер ҡорбанға ала, икенселәре шашлыҡҡа һорай. Йәйен генә хужа 40-ҡа яҡын һарығын һатып ебәреп, ярайһы табыш алған.
Әйткәндәй, ғаилә мал көсө менән генә йәшәй. Хужабикәгә лә көн һайын тиҫтәнән ашыу һәүкәште һауыу еңелдән түгел. Көндәлек һөттө йыйыусы­ларға тапшырып, йылына 10 тоннанан ашыу аҡ оҙатып, “тере” аҡса эшләүҙең йәнә бер юлын тапҡандар.
Шуныһы маҡтауға лайыҡ: Айрат Ҡотоев бер юлы шәхси хужа­лыҡтарҙан да һөт йыйып тапшыра. Әлбиттә, барлыҡ эштәрҙе көйләүгә ихатала ялтырап ултырған өр-яңы техника ярҙамға килә. “Беларусь” тракторы, яҡшы маркалы сит ил машинаһы, һөттө күрше ауылға илтеү өсөн махсус “тимер ат” — быларҙың барыһы ла хәләл көс менән һатып алынған.
Әйткәндәй, ауылда һарыҡ­сылыҡ менән шөғөллән­гәндәр байтаҡ. Кемдер иллеләп баш һарыҡ үрсетә икән, уларҙың малы аҙ тип иҫәпләнә. Көтөүҙе лә алмашлап көтә ауыл халҡы. Тәүҙә ябай ауыл һарығын үрсетеү менән булышһалар, тәжрибә туплау маҡсатында әле хужалар “курдюк” тип аталған ҡуйҙы ла һынап ҡарамаҡсылар.
Һәр эштең үҙ әтнәкәһе тигәндәй, һарыҡсылыҡ тәү ҡарауға еңел кеүек күренһә лә, мәшәҡәте етерлек. Күптәр уны “ваҡ аҡса кеүек” тиҙ генә әйләнешкә сығарып була, йәғни һарыҡты һаттың да ебәрҙең, тип уйлаһа, тәрән яңылыша. Уларҙы йыл әйләнәһенә һатыу мөмкин түгел, сөнки ҡыш, яҙ айҙарында – һарыҡтарҙың бәрәсләү осоро. Шуға күрә һатыуға тигәндәрен махсус айырып, бикләп тәрбиәләү талап ителә. Икенсенән, йөнөн, тиреһен тапшырыу — үҙе бер михнәт. Уларҙы йыйыусы ла, һораусы ла юҡ. Шуға күрә һирәкләп урам буйлап йөн йыйыусылар йөрөгәндә, бик арзан хаҡҡа биреп ебәрергә тура килә. Тиреһе лә бөтөнләй үҙен аҡламай. Был мәсьәлә күптән инде ауыл халҡын борсой, әммә ошоғаса хәл итеү юлдары табылмай ҙа, өйрәнелмәй ҙә. Ниңә элекке кеүек йөн, тире ҡабул итеү пункттарын асмаҫҡа?
Бына шулай иркен ерҙә көтөү-көтөү ҡуй үрсетеп, әллә күпме һыйыр мөңрәтеп, йылҡы кешнәтеп йәшәп ята Ҡотоевтар. Бар уңайлыҡтары булған бына тигән күркәм йорт, “текә” машина, ҡура тулы мал. Йәшәйем тигәндәр ауыл ерендә лә гөрләтеп донъя көтә ала, тик теләк, дәрт кенә булһын. Иң мөһиме – ҡалын елкә. Тап минең геройҙарым Гөлнара менән Айрат Ҡотоевтар кеүек.