2014 йылдың мөһим ваҡиғалары

31-12-2014, 01:05 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
ДОНЪЯЛА
nУкраинала ваҡытынан алда президент һайлау үтте.
nАҠШ һәм ЕС илдәре Рәсәйгә ҡарата санкциялар иғлан итте.
nУкраинаның төньяҡ-көнсығышында террорға ҡаршы операция бара.
nАфриканы Эбола биҙгәге ялманы.
nБразилияла БРИКС саммиты ойошторолдо.

РӘСӘЙҘӘ
nУкраина ҡасаҡтары килде.
nҠырымдың һәм Севастополдең статусы тураһында референдум уҙҙы.
nРәсәй менән Ҡытай араһында газ тармағына ҡағылышлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
nҠышҡы ваҡытҡа күстек.
nРәсәй, Беларусь һәм Ҡаҙағстан Евразия иҡтисади союзын төҙөнө.

БАШҠОРТОСТАНДА
nВаҡытынан алда президент һайлау булды.
nРайон һәм ҡалаларҙа “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны үтте.
nШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек йылдам бара.
nУкраина ҡасаҡтарына ярҙам күрһәтелде.
n«Өфө» футбол клубы Премьер-лигаға сыҡты.

ИҠТИСАД
nҺум осһоҙланды.
nҮҙәк банк төп ставканы күтәрҙе.
nПенсия реформаһы дауам итте.
nКапитал амнистияһы иғлан ителде.
nДонъя баҙарында нефткә хаҡ төштө.

ФАЖИҒӘ
nҺинд океаны өҫтөндә самолет юғалды.
nУкраинала Рәсәй журналистары һәләк булды.
nДонецк янында Малайзия самолеты һәләкәткә осраны.
nМәскәү метроһындағы фажиғәлә 24 кешенең ғүмере өҙөлдө, 190 пассажир ауыр тән йәрәхәттәре алды.
n“Внуково” аэропортында Франция самолеты, ҡар таҙартҡыс менән бәрелешеп, һәләкәткә дусар булды.

ДӘЛИЛДӘР
nСпайс менән ағыуланыу осраҡтары артты.
n“ГТА бандаһы” ҡорбандары булды.
n“Көньяҡ ағым” газ ебәреү проекты ябылды.
nХалыҡ-ара хәлгә бәйле илдең оборона өлкәһенә иғтибар көсәйҙе.

ҠАНУНДАР
nТәмәке тартыуға ҡаршы закон көсәйтелде.
nКонцерттарҙа, спектаклдәрҙә, кино һәм киң мәғлүмәт сараларында норматив булмаған лексика ҡулланыу тыйылды.
nЮл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре ҡатыланды.
nБДИ тапшырыу тәртибе көсәйтелде, талап артты.
nТехник күҙәтеү һәм ОСАГО тураһындағы ҡанундарға төҙәтмәләр индерелде.

СПОРТ
nСочи ҡалаһында Ҡышҡы Олимпия һәм Паралимпия уйындары уҙҙы.
nТарихта тәүге тапҡыр “Формула-1” ярышы — Рәсәйҙә.
nБелоруссияла хоккей буйынса донъя чемпионаты үтте.
nБразилияла — футбол буйынса донъя чемпионаты.
А. Әһлиуллина әҙерләне.