Уңышҡа үҙем юл ярам

31-12-2014, 01:05 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Уңышҡа үҙем юл ярам Гәзиттә баҫылған йондоҙнамәне көтөп алғандар бар, төрлө ырым-юрауҙарға ышанғандар бихисап. Ә бына Ләйсән Аҡмуллина быларҙың барыһын да үҙ итә, ләкин һәр нәмәгә үҙенең шәхси ҡарашы бар.

– Ҙур булмаған Андреевка тигән ауылда тыуып үҫтем, – тип башланы һүҙен Ләйсән Фирҙүс ҡыҙы. – Мәктәптә саҡта, юғары уҡыу йортонда уҡытыусыларымдың һәр һүҙен, һәр әйткән фекерен күңелемә һеңдереп ултырҙым. Барыһы ла аҡ юлды һайларға өйрәтте, яҡшылыҡҡа өндәне – шуның өсөн һәммәһенә лә рәхмәтем сикһеҙ. Ҡыҫҡаһы, Аҡмулла әйткәнсә, белемгә ынтылдым. Кемдә нисектер, миндә атайым менән әсәйемдән отоп алған тырышлыҡ, сәмселлек ярылып ята. Күптәр, һин үҙеңә үҙең юл яраһың, ти икән, әлбиттә, бында хаҡлыҡ бар. Минеңсә, һәр кем бәхетен үҙе табырға тейеш. Төшөнкөлөккә бирелеү – минең өсөн ят сифат, киреһенсә, һәр ваҡиғаның уртаһында ҡайнарға яратам. “Юл йәшел­ләндереү хеҙмәте” муниципаль унитар предприятиеһында секретарь вазифаһын биләйем. Бынан тыш, профсоюз эше лә минең өҫтә, мәҙәни сараларҙы ла ойошторам, кадрҙар буйынса белгесмен.
Ҡуй өҫтөнә турғай эйәләй тигән­дәй, киләһе йылдың шәхсән үҙем һәм ғаиләм өсөн уңышлы булырына бөтә күңелем менән ышанам. Ирем менән бер-бе­ребеҙҙе ярты ҡараштан аңлап торабыҙ, береһенән-береһе аҡыллы ике ҡыҙыбыҙ бар. Ошо бәхет түгелме ни?!
Бер әхирәтем, йондоҙнамәлә киләһе аҙна минең өсөн бигүк яҡшы булмаясаҡ, юғалтыуҙар көтөгөҙ тиелгән, нимә эшләйем икән, тип кәңәш һорап килде. “Ҡуй, теләһә нәмәгә ышанма, барыһы ла ал да гөл булыр”, – тип тынысландырҙым. Ысынлап та, бер ниндәй ҙә насар күренешкә тарыманы. Хәҙер миңә рәхмәт әйтеп бөтә алмай.



Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.