Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡ шағиры булды халҡының
Хаҡ шағиры булды халҡының Тышта бурап-бурап ҡар яуа. Әле кисә генә көн шундай сыуаҡ, ҡояш нурҙары аҫтында эре ҡар бөртөктәре, киләсәккә ниндәйҙер аҡ өмөттәр тыуҙырып, ем-ем килә ине. Ә бөгөн, әйтерһең дә, сабый бала һымаҡ, көн кемгәлер үпкәләгән, холоҡһоҙланып, ауыҙын бүлтәйтеп, борхотоп ҡар туҙҙыра. Бөгөн – Рифтең вафат булған көнө.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялары лауреаты, шағир, прозаик, публицист Риф Ғәлим улы Тойғоновтың вафатына бер йыл уҙып та киткән. Иҫән-һауҙар өсөн бер йыл – күҙ асып йомған ара ғына...


1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Аҡсура ауылында яҡты донъяға килгән ул. Күренекле прозаигы­быҙ, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәев үҙенең “Ер һәм йыр” китабында Риф Тойғонов хаҡында бына нимәләр яҙғайны:
“...Риф Тойғоновтың тыуған ауылы Аҡсураны күргәнем булмаһа ла, күҙ алдына килтерә алам. Һаҡмар буйындағы ҙур ғына башҡорт ауылы. Ул саҡ телевизор, радио тигән нәмә юҡ. Ә әҙә­биәткә, мәҙәниәткә ихтыяж ҙур. Бына шул замандарҙа Рифтең атаһы Ғәлим ағай (белеме арыу ғына булғандыр) урыҫса, башҡортса китаптар уҡый ҙа, кистәрен йәштәрҙе йыйып, уларға уҡы­ғандарының йөкмәткеһен һөйләй. Ҡы­ҙыҡ итеп, арттырып-арттырып һөйләй. Был да – үҙенә күрә ижад. Шуға ла әҙә­биәт һөйөүселәр уның янына йыйыла. Билдәле, атаһы һөйләгәнде бәләкәй малай ҙа тыңлай. Ҡыҙыҡ күреп, ышанып тыңлай. Әҙәбиәткә, матур һүҙгә мөхәб­бәт уяна...”
Риф мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт университетында уҡый, унан һуң 1987 – 1989 йыл­дарҙа Мәскәүҙә юғары әҙәби курс­тарҙа белемен камиллаштыра. “Совет Башҡортостаны”, “Ағиҙел” кеүек баҫма­ларҙа, “Башҡортостан” телерадио­тап­шырыуҙар компанияһында, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ла байтаҡ йылдар эшләй, аҙаҡ килеп Башҡортостан Яҙыу­сылар идараһында 13 йыл рәйес урын­баҫары вазифаһын башҡарҙы, ике йыл­ға яҡын идара рәйесе булды.
Ул – үҙенсәлекле сағыу шағир, прозаик һәм драматург. Оҙаҡ йылдар Башҡорт академия драма театрында эшләүенең һөҙөмтәһе булып “Актриса” повесы башҡорт һәм рус телдәрендә (Гүзәл Хамматова тәржемәһендә) сыҡ­ты. Риф Тойғоновты 20 йылдан ашыу бе­ләм. Ул Кү­мер­тау ҡалаһына Миңлегөл Хисамова, Әхмәр Үтәбаев, Нажиә Игеҙйәнова ме­нән бергә ижад кисәмә килгәйне. Мө­һабәт кәүҙәһе, ялҡынлы сығышы менән тамашасыларҙың мөхәббәтен яуланы ул, уға бик оҙаҡ алҡышланылар, уҡыған ижад емешенең береһе яңы ғына асыл­ған башҡорт мәктәбе уҡыусыларының иң яратҡан шиғырына әүерелеп китте. Кисәнән һуң өлкәнерәк класс уҡыусы­лары бик оҙаҡ уның шиғри юлдарын уңайы тура килгән һайын ҡабатлап йөрөр булды:
...Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Халҡың өсөн янһаң, шул етә...
...Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Һатмаһаң һин намыҫ, шул етә…
Риф үҙе лә, ошо шиғыр юлдарында әйтелгәнсә, намыҫын һатманы, антына тоғро булды. Был һүҙҙәрҙе мин бушҡа ғына әйтмәйем, Яҙыусылар союзы ида­ра­һында ете йылдан ашыу бергә эшлә­гәнгә күрә уның хаҡында үҙ фекерем бар.
Рәйес булараҡ үҙенең вазифаһын бик тырышып атҡарҙы, эшкә һәр саҡ ваҡытында килеп, төнгә тиклем ултыра торғайны. Идара ултырыштарында ҡа­бул ителгән пландың һәр пункты теүәл үтәлә барҙы. Ниндәй генә мәсьәлә килеп сыҡһа ла, уларҙы үҙе ныҡ ихтирам иткән ышаныслы дуҫтары менән кәңәшләшеп, шунан ғына идара хөкөмөнә сығарҙы. Бигерәк тә Йыһат Солтанов, Азат Маға­зов, Ғәлим Хисамов менән кәңәшлә­шер­гә яратты. Һуңғыһы хаҡында: “Министр булып эшләне бит, закондарҙы шәп белә!” – тип һүҙен раҫлап та ҡуя торғайны.
Яҙыусылар идараһында эшләгәндәр­гә ҡарата бик талапсан булды. “Әгәр йәштәр шиғри кисәләргә йөрөмәй икән, тимәк, идара һәм минең урынбаҫарым бик насар эшләй!” Шуға күрә, кемдең генә ижад кисәһе уҙғарылһа ла, барлыҡ уҡыу йорттары, училищелар, колледждар менән тығыҙ бәйләнештә булдым, күпләп электрон почта аша хат, хәбәр ебәрҙем, рәсми хаттар менән йүгерҙем. Яҙыусыларҙың шәп ижадсы ғына түгел, сәнғәт өлкәһендәге лә маһирлыҡтарын күреп, Республика көнөнә “Бер ҡанатым – шиғыр, икенсеһе – моңло йыр” тигән кисә ойошторорға тәҡдим иттем. Тәүҙә Риф ҡәтғи ҡаршы төштө. “Килеп сыҡмай ул!” – тине. Ләкин, тырышлыҡ һалғас, килеп сыҡты бит – зал да тулы булды, яҙыусыларыбыҙ бынамын итеп шиғыр ҙа уҡыны, йыр сәнғәтендә лә маһирлыҡ­тарын күрһәтте, бейеп тә таң ҡалдыр­ҙылар.
Ул йылды Хөкүмәтебеҙ тарафынан Мәскәүҙә Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙғарылды, ләкин был сараға бер генә яҙыусы ла саҡырылмағайны. Шуға күрә лә Риф сәмләнеп, булмаған аҡсаны бар итеп, 20 әҙипкә Мәскәүгә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап, экскурсия ойошторҙо. Яҙыусы­лар исемлеген төҙөгәндә: “Бер ваҡытта ла ундай сараларҙа ҡатнашмағандарҙы алырға кәрәк”, – тигән талабын ҡуйҙы. Ихлас кешеләр бит донъяны ла үҙе кеүек күрә, шулай бөтәһе лә ғәҙел, дөрөҫ булырға тейеш, тип фекер йөрө­тә. Барыһын да күңеле аша үткәрә. Риф Ғәлим улы бөтә нәмәне йөрәгенә яҡын ҡабул итте шул. Тап Мәскәүгә барырға йыйынған мәлдә уны телевидениеға “тура эфир”ға саҡырҙылар һәм шул тапшырыуҙан һуң идараға ҡайтып, бүл­мә­һенә килеп ултырғас, “ашығыс ярҙам” ма­шина­һын саҡыртырға мәжбүр бул­дыҡ. Һөйләшеү уның йөрәгенә бәр­гән. Тәүҙә кардиологияла, аҙаҡ республика дауа­ха­наһында бер ай самаһы ятты.
Дауахананан сыҡҡас та Учалы, Белорет, Стәрлетамаҡ яҙыусылары ойошмаларына барып, хәлдәрен белеп, йы­йы­лыш уҙғарып ҡайтты.
...Мөхәббәтте ерҙә ҙурлап йәшәр
Мин һуңғыһы түгел замандың.
Ҙурлаһам да,
Үҙе өрккән тайҙай,
Ҡуйғыланы ҡай саҡ ҡолатып.
Ҡайғыларым көлөп килде миңә,
Бәхеттәрем килде илатып...
Ҡайғылар уны урап үтмәне шул. Бынан байтаҡ йыл элек ейәнсәре Сәй­ҙәне ерләне, ә бына килеп...
...Сибай тарафтарында ла эштәр нисек барғанын күреп-белешергә тигән ниәттә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев менән юлға сыҡҡайны, Мәскәүҙә Патрис Лумумба исемендәге Дуҫлыҡ университетын, бакалавр һәм магистратура буйынса академияны тамамлап, Йәмәндә Рәсәй Федерацияһы вәкиллегендә пресс-атташе вазифа­һында эшләгән ғәзиз улы Айҙарҙың һәләк булыу хәбәрен ишетеп, кире ҡайтырға мәжбүр булды. Эйе, ирмен тигән ирҙәрҙе лә аяҡтан йыға торған ҡайғы ине шул был. Шулай ҙа ул бирешмәҫкә тырышты, барлыҡ ваҡытын Яҙыусылар союзына арнаны.
Яҙыусылар ойошмаһының Мөхәмәт­ша Буранғолов һәм Муса Гәрәев исе­мендәге премиялары булдырылыуында ла Рифтең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Премияға дәғүәселәрҙе тик­шергәндә ҡыҫылманы, “комиссия ағза­лары хәл итһен”, тине.
Төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға ла ҙур көс һалды Риф Ғәлим улы.
Уйым камил: күңелдәрҙә дуҫлыҡ
Бер үк биҙәк менән туҡылған.
Ләкин ул бит таныш китап түгел
Кисә генә тотоп уҡылған.
Теләмәйем хатта дошманымдың
Ҡалыуын мин дуҫһыҙ-терәкһеҙ.
...Дуҫһыҙ булыу өсөн бер минутҡа
Йәшәү кәрәк ерҙә йөрәкһеҙ,
– тип Татарстан, Сыуашстан яҡтарында ла, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә лә, Магнитогорск ҡалаһында ла әҙәбиәт көндәре ойошторҙо, бәйләнеште нығыт­ты. Тик һәр саҡ әйтә килде: ”Бер үк кешеләр йөрөмәһен, яҙыусы исемен күтәр­гән икән, һәр береһе халыҡҡа сығырға хаҡлы!” Татар яҙыусыларының бер нисәүһен саҡырып, Баймаҡ, Сибай, Әбйәлил, Белорет райондарын күрһә­теп, халыҡ менән осрашып ҡайттылар. Күршелә генә йәшәгән ижадташта­ры­быҙҙың беҙҙең яҡ тәбиғәтенең иҫ китмәле матур булыуына һоҡланып, ғашиҡ булыуы, “Ни өсөн һеҙҙең шундай гүзәл урындар булыуы хаҡында реклама юҡ? Туризм ойошторор өсөн ниндәй шәп ерҙәр!” тиеүҙәре йөрәгенә май булып яғылғандыр. Гел шул турала ғорурланып һөйләр булды.
Сирләп ятҡан яҙыусыларҙы ла онотманы ул, иғтибар үҙәгендә тотто. Рәйес итеп һайланғас та, Сафуан Әлибаевтың хәлен белешергә Аҡманайға киттек әҙәби фондтан Вәсилә менә Нәсимә, Риф һәм мин. Сафуан ағай, һөйләшә алмаһа ла, Рифтең ҡулын хәлһеҙ генә ҡулдары менән ҡотлап ҡыҫҡандай итте. Берәй яҡҡа командировкала булһа, мине киҫәтер булды: “Ҡара һин уны, эштән сығып китмә, бер-бер хәл була күрһә, беҙ яуаплы”. Үткән яңы йылды ҡаршылағанда: “Сафуан ғына китә күрмә­һен инде!” – тип хафаланды, Марс Әхмәтшин бер нисә операция яһатҡас, уның өсөн дә борсолдо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәһлеүәндәй ир үҙе ҡапылда китте лә барҙы шул.
Риф Тойғонов бар нәмәне йөрәгенә яҡын алды, ғәҙелһеҙлекте ауыр кисерҙе. Шуға ла ундайҙарҙың йөрәге иртә туҙа. Хөкүмәт тарафынан ярҙамдың аҙ бүле­неүе, Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ яҙыу­сылар ойош­маһының аҡса юҡлыҡтан штаттарын ҡыҫҡартыуы, әле минең, әле үҙенең, әле әҙәби консультанттарҙың түләүһеҙ ялда булыуы (шулай ҙа бер генә көн дә ҡалдырмай эшкә йөрөнөк), Мостай Кәримдең һәйкәлен асҡанда ситтән килгән халыҡ шағирҙарына һүҙ бирелеп тә, үҙ яҙыусыларыбыҙ араһы­нан бер кемгә лә ундай мөмкинлек булмауы уны бик рәнйетте. “Ярай инде, мине һанға һуҡмаһындар ҙа ти, ләкин унда бит беҙҙең абруйлы өлкән быуын яҙыусыларыбыҙ Ноғман Мусин, Абдул­хаҡ Игебаев, Рауил Бикба­ев,Ҡәҙим Аралбаевтар бар ине. Улар барыһы ла халыҡ шағирҙары, яҙыусылары, Мостай менән иңгә-иң терәп ижад иттеләр, уларҙың һүҙ әйтергә хаҡы юҡмы ни?! – тип әсенде.
...Көнсөллөктән сирләп
Йәшәмәйем,
Ләззәт алып ялған, буш дандан...
Риф, әлбиттә, үҙен-үҙе аяманы, үҙенә ҡарата талапсан булды. Бер ваҡыт “Башҡортостан” киностудияһынан хат килеп төштө: “Абруйлы яҙыусылар ха­ҡында фильмдар төшөрә башлаясаҡ­тар, шуларҙың исемлеген тиҙ арала киностудияға килтерергә”. Унда Риф Тойғонов үҙен дә индерә алыр ине, ләкин был юлға барманы. “Кәрәкмәй, ана Мәрйәм Бураҡаеванан башлайбыҙ. Ул халыҡ өсөн күп эшләне, эшләй, эшләйәсәк тә”, – тине, һәм исемлеккә егермеләгән яҙыусы теркәлде. Уны үҙем киностудия директорына алып барып тапшырҙым.
Үҙ-үҙен аяманы Риф, хатта шәмбе көндәрендә лә Союзға килеп, төрлө ойошмаларға хаттар яҙып, әҙәби берек­мәнең финанс хәлен яҡшыртырға тырышты.
Ҡайһы саҡ уның күгәргән ирендәрен күреп: ”Риф Ғәлимович, Союзды бер кем дә алып китмәй, нишләп әҙерәк ял итмәйһегеҙ? Бер-ике аҙнаға булһа ла ял йортона барһағыҙ була бит!”– тим. “Юҡ, әлегә булмай! Бына аҡса табып, ойош­маның 80 йыллығын үткәргәс, шунда ял итербеҙ. Төндәрен уянып йоҡлай алмай ятам: нисегерәк Союздың хәлен яҡшыр­тырға?!” – тигән яуап ишетәм.
Тағы ла Рәшит Солтангәрәевтең Риф хаҡында яҙғандарына әйләнеп ҡайтам:
“Минең өсөн Тойғондоң булмышын­дағы иң оҡшаған яҡ – ихласлыҡ, тоғ­ролоҡ, әйткәнендә тороу. Уға ыша­нырға була. Әҙәми заттағы был сифаттарҙы мин юғары баһалайым. Бер юлы шуны­һын да әйтәйем: “Беҙ йәшәгән ер” тигән романымда “һөс!” тигәндә сабып сығып китергә әҙер торған дыуамал, әммә ихлас, бер ҡатлы Батыргәрәй образын тыуҙыр­ғанда Риф һәм уның кеүек кешеләрҙе күҙ алдында тоттом да инде”, – тип яҙҙы Рәшит Солтангәрәев.
Риф Тойғонов көтмәгәндә йөрәктән китте. Ул 9 ғинуарҙа “Яҡтыкүл” шифаха­наһына ял итергә китергә тейеш ине. 7 ғинуарҙа, түҙмәйенсә, Союзға ашыҡҡан. Ул көндө мин дә яуаплылыҡ тойоп (сөнки йылытыу торбалары бик шәптән түгел ине) килдем. Рифтең йөҙө ныҡ һу­рылған, биттәре ағарып, ирендәре күгә­реберәк тора ине, ә икенсе көн таң менән...
Рифте һуңғы юлға оҙатырға Хөкүмәт вәкилдәре, республикабыҙҙың бар төбә­генән хакимиәт башлыҡтары, хатта күр­ше республикаларҙан яҙыусылар, ябай уҡыусылар – барыһы ла үҙҙәренең ихтирамын белдерергә килгәйне.
“Ерләгәндә мине нисәү килер?” тип яҙғайны шаярыу ҡатыш. Шишмә райо­нының Урта Хәжәт ауылы ҡәберлеге хушлашырға килгәндәр менән шығырым тулды. Улы Айҙар менән ейәнсәре Сәй­ҙә эргәһендә тапты һуңғы төйәген “ырымбурҙарҙың береһе” – башҡорт хал­­ҡының арҙаҡлы улы, оло шәхес һәм, һис шикһеҙ, талантлы яҙыусы Риф Ғәлим улы Тойғонов.
Елеп кенә барған толпар күреп,
Ымһынып та ҡалған ирҙәр бар.
Эҫелектән таштар сатнаһа ла,
Ҡарҙар һаҡлап ятыр үрҙәр бар.
Ирмен тигән ирҙәр толпар күрһә,
Эләктерер уны ҡороҡҡа,
Түбәләрҙә ҡарҙар ята икән,
Шишмә булып ағыр йыраҡҡа.
Донъя ҡото –
Толпар тотоп менер ирҙәрҙә.
Донъя йәме –
Шишмә һыуы аҡҡан ерҙәрҙә,
–тип яҙғайны Риф үҙенең бер шиғы­рында.
Ысынлап та, ул үҙе лә толпар тотоп менер ирҙәрҙең береһе булды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 10.01.2015, 20:21
    Ҡайһы бер яҙыусылар шикелле ҡойроҡ болғап, исем юллап йөрөгән кеше түгел ине. Таҙа күңелле Риф Тойғондоң урыны Ожмахта булһын,тип теләйек .Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина матур мәҡәлә яҙған.






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985