Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡмулла шишмәһе
Аҡмулла шишмәһе Ябалаҡлап ҡарҙар яуған мәлдә ап-аҡ юлдан бөйөк мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың табан эҙҙәре һеңеп ҡалған Миәкә еренә китеп барабыҙ. Юлдаштарым – Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов, ғалим һәм шағир Рәшит Шәкүр, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа ла, йәйрәп ятҡан аҡлыҡҡа текләп, уйға сумған...

Аҡмулла һәм Аҡ донъя!.. Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла – башҡорт халҡының алдынғы фекер эйәһе, әҙә­биә­тебеҙҙең классигы. Уның шиғриәте XIX быуат башҡорт әҙәбиәте үҫешендә үҙәк урындарҙың береһен алып тора. Талант­лы шағирҙың ижады иле­беҙҙең төрки телле әҙәбиәттәренә, бигерәк тә ҡаҙаҡ, татар шиғриәтенә ғәйәт ҙур йоғонто яһай. Ғүмерен халыҡ менән бәйләгән был ил­гиҙәр шағир илдән-илгә, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсә йөрөп ижад итә. Аҡмулла үҙенә генә хас шиғри мәктәп тыуҙыра, һәм уның мираҫы башҡорт әҙә­биәтенең үҫеше өсөн мөһим баҫҡыс була.
Һа-ай, ҡунаҡсыл да инде беҙҙең ха­лыҡ! Миәкәләр район сигендә үк икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡолас йәйеп ҡар­шы­ланы. Артабан район мәҙәниәт һарайына юллан­дыҡ. Бында Миәкә балалар һынлы сәнғәт мәктәбенең, һөнәр оҫталарының күргәҙмәһен һоҡланып ҡарап сыҡҡандан һуң, район хакимиәте Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторған сәсәндәр бәйгеһе башланып китте. Төрлө райондарҙан йыйылған Аҡмулла вариҫ­тарына Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева Баш­ҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов­тың ҡайнар сәләмен еткерҙе.
“Аҡмулла вариҫтары” республика сә­сәндәр бәйге­һенең беренсе тап­ҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, унда ҡатна­шыу­сыларҙың маһирлығына һоҡ­ланмау мөмкин түгел. Бәйгелә Әбйәлил, Белорет, Бишбүләк, Ейәнсура, Ҡырмыҫ­ҡалы, Миә­кә, Салауат, Өфө райондарынан 40 сәсән һүҙ көсөн һынашты. Әл­биттә, улар башта “Урал батыр” сә­сәндәр үҙәге тарафынан ойош­торолған ижади лабораторияла шөғөлләнеп, күренекле ғалим Әхмәт Сө­ләймәнов, сәсәндәр Хәнифә Әбүбәки­рова, Вәсилә Садиҡова, Флорис Ғайсин, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа, драматург Сәрүәр Сурина, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, “Шоң­ҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин кеүек һүҙ тылсымы менән эш итеүселәрҙең кәңәштәрен тыңланы. Га­ла-концертта иһә иң-иңдәр генә ҡатнаш­ты.
Миәкә районы йыл һайын М. Аҡмулла исемендәге премия тапшырып килә. Са­раға йыйылыусылар яңы лауреатты ал­ҡыштарға күмде. Ул – М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия уни­вер­сите­ты профессоры Әхмәт Дәү­ләт­ҡолов.
Шулай итеп, тел ярышында Әбйәлил районынан Хәнифә Әбүбәкирова менән Салауат районынан Сафуан Сәйетғәлин 1-се урынды яуланы. 2-се урында – Әбйә­лилдән Вәсилә Садиҡова менән Салауаттан Флорис Ғайсин. 3-сө баҫҡысты Өфө­нән Мансур Ҡаҙаҡаев, Миәкәнән Миңзилә Билалова, Бишбүләктән Рәүилә Дәүләтова бүлеште. Бынан тыш, байтаҡ һүҙ оҫтаһы махсус бүләктәргә лайыҡ булды.
“Иң башта һүҙ булған”, – тиелә Изге китапта. Сәсән­дәребеҙ ауыҙынан сыҡҡан ҡанатлы һүҙҙәр ҙә халҡы­быҙҙың аңын уятһын, йөрәген тетрәтһен!

Спартак ИЛЬЯСОВ, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары:
– Кәрәк ваҡытта саян телле Аҡмулланың ер-һыуын миҙгелдең аҡъюл айында барып күрергә насип булды. Шуны билдәләргә кәрәк: залда тыңлап ултырған халыҡ тәртипле, тыйнаҡ һәм, минеңсә, ул кисәлә бик теләп ҡат­нашты. Күрәһең, Аҡмулла рухы, Аҡмул­ла фекер­ҙәре аят аштарында, мәк­тәп­тәрҙә, ғаиләләрҙә йыш ҡына яңғы­райҙыр.
Район хакимиәте менән бергә мә­ҙәниәт йорто коллективтары ла бик күп ойоштороу эше башҡарған. Был күренеп тора. Ойоштороу эшен етәк­ләгән Хәниф Шамил улы Мусинға һәм башҡаларға ҡәнәғәтлек һүҙен етке­реүгә шатмын.
Дөйөм алғанда, Аҡмулла көндәре Аҡмулласа мәғә­нәле һәм йор һүҙле булды.

Рәшит ШӘКҮР, шағир, ғалим, Аҡ­мулла исемен­дәге премия лауреаты:
– Миәкәгә юлға сыҡҡас, иҫтә­лектәргә бирелеп, үткәндәр тураһында уйланып барҙым. Шуға иғтибар иттем: бөйөк шағирыбыҙҙың 1981 йылдағы тәүге оло юбилейынан һуң 33 йыл үтеп киткән икән дә баһа. Был да үҙенсә бер түңәрәк дата бит әле ул. 1981 йылда Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы был юбилейҙы бөтөн рес­публикабыҙ иҫ киткес ҙур шатлыҡ менән күтәреп алды. Партияның Баш­ҡортостан өлкә комитеты бюроһы “Атаҡлы башҡорт мәғрифәтсе шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу көнөн байрам итеү тураһында” тигән ҡарар ҡабул итте. БАССР Министрҙар Советы (рә­йесе З. Ш. Аҡназаров) юбилей айҡанлы Миәкә ра­йонына Туҡһанбайҙы төҙөк­ләндереү маҡсатында байтаҡ аҡса бүлде. Шул ваҡыттан башлап ун ай буйы юбилейға ҡыҙыу әҙерлек алып барҙыҡ. Матбуғат биттәрендә бер туҡтауһыҙ Аҡ­мул­ла­ның тормошона һәм ижадына ар­нал­ған мәҡә­ләләр ба­ҫылып торҙо. Баш­ҡорт­остан китап нәш­ри­әте совет осоронда беренсе тапҡыр Аҡмулланың ши­ғыр­ҙарын баҫ­ты­рып сығарҙы. Шулай уҡ урыҫ һәм баш­ҡорт телдәрендә Аҡ­муллаға арналған өс монографик хеҙмәт донъя күрҙе (авторҙары – Р. Шәкүр һәм Ә. Вилданов), Туҡһанбайҙа бер йәй эсендә Аҡмулла музейы ҡалҡып сыҡты. Үҙәк матбуғатта (“Правда”, “Известия” гәзиттәрендә) республикабыҙ етәксе­ләре М. З. Ша­ки­ров­тың, Ф. В. Солтанов­тың Аҡмуллаға арнал­ған мәҡәләләре донъя күрҙе. Юбилей сараларына бөтөн Союздан туғандаш әҙәбиәттәрҙең кү­ренекле вәкилдәре йыйылды. Опера һәм балет театрындағы тантаналы кисәнән һуң ҡунаҡтар Миәкәгә, Туҡ­һан­байға юлланды. Ә 14 декабрҙә, нәҡ Аҡмулланың тыуған көнөндә, Башҡорт­остан делегацияһын баш ҡалабыҙ Мәскәү ҡабул итте. Союздар йортоноң Колонналы залында, Аҡмуллабыҙҙы ҙур­лап һәм данлап, ҙур байрам кисәһе уҙғарылды. Ысын мәғәнәһендә Аҡмул­ланың йылына әйләнде 1981.
Шулай башланып китте беҙҙең был байрамыбыҙ. Ошо 33 йыл эсендә Миәкә районының элекке һәм хәҙерге етәк­селәренең Аҡмулла көндәрен ойош­то­роуға ниндәй ҙур әһәмиәт биреүе ту­раһында ла айырым билдәләп үткем килә. Элекке район коми­­те­тының беренсе секретары Шәйхетдин Ғай­синдың һәм уның командаһының өлөшө ҙур булды тип әйтә алам. Туҡһанбайҙы төҙөкләндереүҙә “Баш­ҡортостан” кол­хозының рәйесе Вәсим Хәсә­новтың ниндәй фиҙакәрлек күрһәткәнен дә оноторлоҡ түгел. Район хакимиәтенең элекке башлыҡтары Хәниф Мусинға, Зәйнулла Насировҡа рәхмәтебеҙ ҙур. Әле яңыраҡ район хакимиәте башлығы вазифаһын баш­ҡарған Ғәлинур Сатыев, уның урынбаҫарҙары беҙҙе ихлас ҡаршы алып, байрамдың башынан аҙағынаса хәстәрлек күреп йөрөнө. “Аҡмулла көн­дәренә йыл буйы әҙерләнәбеҙ. Иртә­гәнән башлап киләһе йылдағы байрамды хәстәрләй башлаясаҡбыҙ”, — тинеләр. Бына ниндәй һеҙ, афарин, миәкәләр!
Аҡмулла — Миәкәнең, Туҡһанбайҙың даны ла, ҡото ла, ғорурлығы ла ул. Эйе, Аҡмулланы күтәреп, миәкә­ләр үҙҙәренә лә мәртәбә өҫтәй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985