Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талғын аҡҡан йылға
Талғын аҡҡан йылға Ҡәләмдәшебеҙ тураһында уйлағанда күҙ алдымда талғын аҡҡан йылға хасил булғандай. Тәрән һәм киң даръялар шулай ҡабаланмай-ҡарһаланмай, сабыр ғына ағыусан…
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуып үҫкән Рәлис Ураҙғоловтың ғүмер “үҙәне” лә ошо ағымды хәтерләтә. Тыныс холҡонда, уйсан ҡарашында, башҡарған эштәрендә талғын йылғаларҙың тәрәнлеге тойола. Ул шауламай ғына “ағыр-ағыр” ҙа йөрәк тетрәткес роман яҙып ташлар йә хикәйәләр китабын тәҡдим итер. Ә инде Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Xоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты булған дуҫыбыҙҙың гәзит-журналдарҙа донъя күргән үткер-үткер мәҡәләләре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.

– Рәлис, һин – юл кешеһе. Башҡортос­танды ғына түгел, сит өлкәләрҙе лә гиҙеп сыҡтың. Өфөнән бер ни тиклем алыҫ­лыҡ­та ятҡан ауылыңдан оҙаҡ йылдар буйы­на йө­рөп эшләйһең, команди­ров­ка­ларҙан бу­ша­майһың. Ә прозаик өсөн күберәк улты­рырға кәрәк. Ижадыңа юл ҡамасау­ламаймы?
– Мин юлһыҙ йәшәй алмайым. Нәҡ шулай ғына кешеләр менән танышаһың. Аҙ ғына сә­фәр сыҡмай торһам, үҙемә урын тапмай башлайым. Кем әйтмешләй, бер өйрәнгәс, юл ад­реналин бирә. Ә ултырыуға килгәндә, төн бар. Уның ике сәғәте лә етә. Был прозаға ғына түгел, пуб­лицистикаға ла, ябай гәзит мәҡә­ләһенә лә ҡағыла. Бер ҡасан да көндөҙ ҡулға ҡәләм тотҡан юҡ, тиһәң дә була. Тик бик кәрәк әйберҙе яҙғанда ғына…
– Һинең “Аслыҡ” романыңды уҡыусы­лар яратып ҡабул итте. Китапханасылар тарафынан “Йылдың иң уҡымлы китабы” тип тә нарыҡланды. Әҫәрҙең дауамын яҙырға уйың бармы?
– Уй бар, әлбиттә, яҙғы килә. Уның дауамы булырмы, башҡамы – әле Бөйөк Ватан һу­ғы­шы тура­һында әҫәр өсөн материал йыям. Шунан һуң, берәй әйбер яҙам тип ҡағыҙға текләп ултырып булмай бит. Ижадта әҫәрҙе планлаштырып, график буйынса эшләү мөм­кин түгел. Уның остоғо ғына тыуҙы икән, һин уны йә ҡағыҙға төшөрәһең, йә… онотаһың.
– Тиҙҙән яңы китабың баҫылып сыға тип ишеткәйнем…
– Эйе. Ул “Әй, ғүмер юлдары” тип атала. “Оҫ­та” повесы, тиҫтәләгән хикәйә ингән. Хикә­йә­ләр­ҙең яңы­лары ла бар, үҙемә оҡшаған элек яҙыл­ған­дарын да бирҙем. Ҡалғанын уҡыусы баһалар…
– Биш бала тәрбиәләп үҫтерҙегеҙ. Бө­гөнгө көндә бер-ике бала менән сикләнгән йәштәргә нимә тиер инең?
– Күптәр замана ауырлығына һылтана. Әле бала табып үҫтереп ҡарамаған, ә зарлана. Тормош яҡшырғанын көтөп торһаң, Хоҙай бир­гән йәшең үтеп китеүе бар. Кәрәк “маршрут”ты көтөп йөрөргә ул автобус түгел дәһә, һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты. Замана шул тиклем ауырмы ни? Ауыр­лыҡтарҙы еңергә өйрәнгәнгә ҡараған­да, һылтау табыуы еңе­ле­рәк бит. Беҙҙең арала һоҡ­лан­ғыс йәштәр бик күп: эшләйҙәр ҙә, емертеп донъя ла көтәләр, бала ла үҫтерәләр. Бирелгән һорауға яуапты ана шундайҙарҙың йәшәү өлгөһөндә табырға мөмкин…
– Хәҙер яҙыусылар заманы түгел, тип әйтеүселәр бар. Ысынлап та, гонорар бик бәләкәй, китап уҡыусылар һаны кәмей…
– Яҙыусы һүҙе ниндәй заманда ла мөһим булып ҡала. Бөтә кеше лә китапҡа сат йәбе­шергә тейеш түгел, минеңсә. Китап бит ул се­рен эҙлән­гәндәргә, ҡыҙыҡһыныу­сыларға ғына аса. Ә ундай­ҙар һирәк булһа ла бар. Бөгөн рухи байлыҡҡа ҡарағанда матди байлыҡты өҫтөн ҡуйғандар күберәктер ҙә, бәлки. Ләкин уныһы ваҡытлыса ғына. Ҡасан булһа ла кеше йән ты­ныслығы эҙләй башлай. Ә рухи аҙыҡты ижадсылар ғына бирергә һәләтле. Ҡайһы саҡ үҙ­ҙәрен күпмелер кимәлдә ҡорбан итеп булһа ла…

Салауат ӘБҮЗӘРОВ
әңгәмәләште.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 13.01.2015, 13:19
    Рәлис, һеҙҙең яҙғандарҙы бик яратып уҡыйбыҙ, көтөп алабыҙ ! Уңыш,бәхет теләйбеҙ ! Ирмен тигән ир кеше тап һеҙҙең кеүек булырға тейеш,тигән фекерҙә Батырхан бабайың,улым !






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973