Яҡташтарға хөрмәт йөҙөнән

20-01-2015, 01:24 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Яҡташтарға хөрмәт йөҙөнән Күренекле йырсы Мәғфирә Ғәлиева, арҙаҡлы ғалимдар Мөхтәр Әхтәмов, Рәшит Әлмөхәмәтов, Алмас Аҡманов, танылған композитор Фәрит Иҙрисов, билдәле шағир Азамат Юлдашбаев... Был шәхестәрҙең барыһы ла бәрәкәтле Ейәнсура тарафтарында тыуып үҫкән, ҡанат нығытҡан. Әйткәндәй, ейәнсураларҙың йыл да Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған осрашыуында ошондай яҡташтарҙы тәбрикләү тантанаһы була, ә әле телгә алынғандары иһә күптән түгел тыуған көндәрен билдәләне.

“Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы рә­йесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре, танылған режиссер Салауат Итбаев менән Башҡортостан­дың Журналистар сою­зы рәйесе, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәр­рире Артур Дәүләтбәков, уларҙың һәр бе­ре­һен сәхнә түренә саҡырып, барлыҡ яҡташтары исеменән йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Салауат Мостафа улы белде­ре­үенсә, ил һәм халыҡ ғәме менән ян­ғандар ысын шәхес кимәленә күтәрелә, ә үҫәргәндәр араһында ундайҙар бихисап. Фән док­торҙары, сәнғәт әһелдәре, атаҡлы дәүләт эшмәкәрҙәре нәҡ үҙҙәренең эштәре менән абруй ҡаҙанды, төрлө уңыштар яуланы, тине ул.
– Яҡташтарыбыҙҙы онотмау, һәр бере­һенең ҡаҙанышын ҙурлай белеү йәш быуынды улар өлгөһөндә тәрбиәләүҙә ифрат ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Артур Хәсән улы. – Күрһендәр, белһендәр, бә­ләкәй генә ыңғай миҫалды үҙенең хәтеренә һалған хәлдә лә, киләсәктә йәштәр дөрөҫ юлдан барасаҡ, яҡтыға ынтыласаҡ.
Тыуған яҡтан Ейәнсура районы хаки­миә­те­нең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Айҙар Мөхә­мәтйәнов етәкселегендә мәртәбәле де­легация килгәйне, артистары ҙур кол­лек­тивҡа торошло. Әлбиттә, барыһын да һа­нап бөтөү мөмкин дә түгел. Хәйер, берәмләп әйтеү кәрәкмәй ҙә, сөнки халыҡ уларҙы бик яҡшы белә, таный. Айҙар Зиннәт улының, район яңы­лыҡ­тары, бөгөнгө ыңғай үҙгәрештәр, ҡайһы бер ҡаҙаныштар һәм киләһе көндәрҙә көтөлгән ваҡиғалар тура­һында бәйнә-бәйнә һөйлә­гәндән һуң, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғфирә Ғәлиеваға Ейәнсура шәлен ябындырыуы нәҡ үҙе­беҙсә булды. Башҡорттарҙа яҡын күргән кешегә тәрән хөрмәт күрһәтеү йолаһы һаҡланған бит.
“Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәр­рире Вячеслав Голов әсәһе Мәғфирә Ильяс ҡыҙын матур итеп саф баш­ҡортсалап ҡотлағанда, күптәрҙең “бына бит ҡайһылай рухлы бала тәрбиәләгән” тип уйлағанын белеү ауыр түгел ине. Мәғфирә апай композитор Николай Голов (уны Наил Ғәлиев тип тә беләләр) менән ике балаға ғүмер бүләк иткән – ҡыҙы Зарема Мәскәүҙә йәшәй. Мәғфирә Ғәли­еваның ейәне Артем баянда дәртле көйҙәр уйнап, ҡәрсәһенә йөрәк һүҙен еткерҙе.