Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Онотмаған халыҡ исемеңде, Илдә йәшәй рухи бураның!
Онотмаған халыҡ исемеңде, Илдә йәшәй рухи бураның! Әсән ауылының исеме юҡҡа ғына сәсән һүҙе менән ауаздаш түгел, күрәһең, тип уйландым атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 120 йыллығы һәм район кимәлендә Әҙәбиәт йылын асыу тантаналарында.

Кеүәш йылғаһының ярында урынлашҡан күркәм ауылдың тарихы XVI быуаттарға барып тоташа. Бөгөн бында ҡошсолоҡ фабрикаһы, халыҡта ихтыяж артһа, кирбес заводы ла, ауыл хужалығы предприятиелары ла эшләй. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев етәкселегендәге ҡунаҡтарҙы Шағирҙың исемен йөрөткән музей алдында Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин, төбәктең ижадсылары, урындағы халыҡ ҡаршы алды. Музей яҡшы ҡаралған, экспонаттарға бай. Мәшһүр тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров менән берлектә 2004 йылда Бабичевтар нәҫеленең шәжәрәһен “Йәшлек” гәзитендә баҫтырғайныҡ. Ул бында ҡомартҡыларҙың иң изгеһе итеп һаҡлана. Музей етәксеһе Земфира Ғәбиҙуллина килгән ҡунаҡтарҙы “Шәйехзада Бабич музейы” тигән буклет менән дә таныштырҙы. Техник хеҙмәткәр Зөһрә Мәрҙәнова апайҙан экспонаттарҙың “хәлен” һорашҡас, ул:
– Газ үткәс, эштәр яйлы, сөнки бындай ҡомартҡыларҙы һаҡлау өсөн бүлмәлә йыл әйләнәһенә даими температура кәрәк. Халыҡ күп килә беҙгә, шағирҙың ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап, – тине.
Онотмаған халыҡ исемеңде, Илдә йәшәй рухи бураның!Музейҙа Шәйехзада Бабичтың бер туған һеңлеһе Нәжибәнең ҡыҙы – 1932 йылғы Майса инәй менән таныштыҡ. Ул әле Илеш районында йәшәй.
– Әсәйем ағаһын бик ҡыҙыҡ итеп һөйләй торғайны. Һомғол һынлы, шаян һүҙле булды, бер мәл хатта ҡыҙҙарға бағышлап төртмә шиғырҙар ҙа яҙҙы, тигәйне. Ғәзиз генә ҡустыһын һәр саҡ тетрәнеп, күҙ йәштәре аша телгә ала торғайны, – тип хәтирәләргә бирелде Майса инәй.
Музей эргәһендә генә мәсеттән аҙан тауыштары яңғырап тора. Халыҡ бөйөк шағирҙың яҡты рухына бағышланған Ҡөрьән аяттарын тыңланы. Ошо ерҙәрҙә тәпәй баҫып атлап киткән заттың йәне йәннәттә булһын, тип тамамланы сығышын мулла Рөстәм хәҙрәт.
Әсән ауылы тотошлайы менән Шәйехзаданың рухында йәшәй, тиһәк, һис хата булмаҫ. Бында урам да, мәктәп тә, кинотеатр ҙа шағир исемен йөрөтә, уға арнап спорт ярыштары ла ойошторола, Бабич уҡыуҙары даими үткәрелеп тора. Байрам көндө лә мәктәп уҡыусылары шағирға бағышлап инша яҙҙы. Уларҙың иң-иңдәре гәзитебеҙҙең киләһе һандарында донъя күрер. Моделле китапханала Элина Хөснөтдинова, Мансур Ҡадиров, Марсель Ҡәрипов, Эльвина Сәлимгәрәева, Ильнара Бимәтова, Азамат Мөхәмәтйәнов шағирҙың әҫәрҙәрен һөйләне. Әйткәндәй, һуңғыһы Ш. Бабич шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса I республика асыҡ конкурсында ҡатнашып, икенсе урын яуланы. Иҫ киткес уҡый Азамат яҡташының шиғырҙарын! Афарин!
Райондың ижади көстәре, бер нисә китап авторҙары Зилә Мөхәмәтова, Светлана Васикова, Тәслимә Рәхмәтова, Гөлнара Махийәнова, Нәзифә Рәхмәтуллина, Фәнис Рәхмәтуллин Бабичҡа арналған шиғырҙарын уҡыны, Яҙыусылар союзы ағзалары Рафаил Хафизов, Зәлифә Кашапова Дүртөйлө, Илеш тарафтарындағы ижади эшмәкәрлек менән таныштырҙы.
Артабан тантаналар район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Мәҙәниәт министрлығы исеменән Милли әҙәбиәт музейының генераль директоры Гөлдәр Моратова, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, район хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин, Әҙәбиәт йылын асып, тамашасыларҙы тәбрикләне, ижади уңыштар теләне. Гөлдәр Сабит ҡыҙы Мәҙәниәт министрлығы исеменән Ш. Бабич исемендәге музейҙы заманса техника менән тәьмин итеү өсөн 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Йыр-моң менән үрелеп барған концертта район таланттары сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев:
– Әҙәбиәт йылының тап Бабич исеме менән башланыуы символик мәғәнәгә эйә. Шағир рухы менән тоҡанған йылыбыҙ яңы асыштары, балҡыштары менән ҡыуандырыр. 1995 йылда, Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, уға ике урында һәйкәл асылғайны. Быйыл да әҙәби саралар Бабич исемен мәңгеләштереүҙән башланыр, – тине.
Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев быйыл Шәйехзада Бабичҡа Өфөлә һәйкәл асыласағы, әле проектҡа конкурс башланыуы хаҡында хәбәр итте. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Хәсәнов ҡыуандырырлыҡ хәбәр еткерҙе тамашасыларға.
– Мәҙәниәт йылында беҙҙә бер мәҙәни усаҡ та ябылманы, хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡыҫҡартылманы, киреһенсә, тамаша залдары асылды, китапханаларға ремонт эшләнде, улар китаптар менән байытылды. Әҙәбиәт йылында ла эшебеҙҙе китап менән уҡыусы күңеленә юл һалыуҙан башларбыҙ, – тине ул сығышында.
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов был төбәк өсөн ят кеше түгел. Ул – Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә арналған альбомды әҙерләүселәрҙең береһе. “Төбәктә ижади йәштәргә булған иғтибар киләсәктә лә артыр”, – тип теләген белдерҙе Н. Нәжми исемендәге премия лауреаты Ирек Лотфый улы.
М. Аҡмулла исемендәге музей директоры Фәнис Янышев та ҡыуандырҙы: “Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһындағы архивтарҙа эшләп, Бабичтың тормошо, ижады буйынса яңы факттарға юлыҡтым. Башҡортостан матбуғаты аша уны халыҡҡа еткерермен”.
Шағирә, Әсән ҡыҙы Фәниә Ғәбиҙуллина оҙаҡ йылдар яҡташы Ш. Бабичтың ижадын “Кызыл таң” гәзите аша пропагандалай. Әйткәндәй, ул – Әсән мәктәбендә булдырылған Ш. Бабич исемендәге премияның икенсе лауреаты.
Сибай концерт-театр ойошмаһы артистары Баязит Байназаров менән Ғаяз Ғәйетбаев байрамдың бер биҙәге булды. Улар Н. Ғәйет­байҙың Ш. Бабич хаҡында “Күңелдәрҙә ҡалдың йыр булып” пьесаһынан өҙөк сәхнәләштерҙе, рухлы йырҙар башҡарҙы.
Һәр сығыш шағирҙың ҡаһарман яҙмышына һоҡланыу, тетрәнеү менән һуғарылғайны. Эйе, заманында яҙғы ташҡын Бабичевтар йәшәгән өй нигеҙен йыуҙырған, хатта урамдары ла юҡҡа сыҡҡан, әммә халыҡ күңеленән йыуып ташланмаған даһиҙың исеме!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 0

Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 18

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 29

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 34

Кокорин урамында ҡурҡыныс

Кокорин урамында ҡурҡыныс 17.11.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа Кокорин урамында “ПАЗ” маркалы автобус янып киткән. Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең диспетчер...

Тотош уҡырға 46

Эсәр һыу таҙа булһын!

Эсәр һыу таҙа булһын! 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ҡариҙел ауылында һыу үткәргестәрҙе йүнәтеү, яңыларын төҙөү йәһәтенән район хакимиәте махсус ҡарар...

Тотош уҡырға 30

Подъезына ҡарап йортон ярат

Подъезына ҡарап йортон ярат 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандағы күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә. Уларҙың күпселеге капиталь...

Тотош уҡырға 51

Парктар төҙөкләндереләсәк

Парктар төҙөкләндереләсәк 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда парктарҙы төҙөкләндереү буйынса төбәк программаһы әҙерләнәсәк һәм ҡабул ителәсәк....

Тотош уҡырға 30

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ»

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында төбәк етәксеһе Күп функциялы үҙәк эше менән танышты....

Тотош уҡырға 41

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә»

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәрен...

Тотош уҡырға 34

448 кеше һәләк булған

448 кеше һәләк булған 17.11.2018 // Йәмғиәт

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын хәтергә алыу...

Тотош уҡырға 42

Дауаханала шартлау

Дауаханала шартлау 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһында шартлау тауышы яңғырауы хаҡында...

Тотош уҡырға 27