“Быҙауҙар баҡсаһы”нда ҡунаҡта

20-01-2015, 01:15 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Быҙауҙар баҡсаһы”нда ҡунаҡта — Мө-ө-ө-ңк, — тип бер-береһен уҙҙырып саҡыра быҙауҡайҙары Нәфисә апайҙарын. Белә шул шилмалар тәрбиәселәре буш ҡул менән инмәгәнен улар янына: йә әсәләренән күстәнәскә тәмле һөт тотоп керһенме, йә хуш еҫле үләндәрҙән ҡайнатма эсерһенме, ғөмүмән, ярата апайҙары бәләкәстәрҙе. Хәйер, яратмай тороп, 39 йыл буйы мал араһында эшләп тә булмайҙыр ул. “Мал йәнле” тиҙәр ундайҙар хаҡында беҙҙең яҡта.


– Атайым ферма мөдире булып эшләгән йылдарҙа уға йыш ҡына эйәреп йөрөгәнгә колхоз һыйырҙарын аҫрау менән шәхсән таныш инем. Бигерәк тә “ферма еҫе” (силос еҫе) хәтергә ныҡ һеңеп ҡалған. Стәр­ле­тамаҡ районында эшләп килгән Явнов исемендәге ауыл хужалығы пред­приятиеһының фермаһына аяҡ баҫҡас та “таныш еҫ” танауға килеп бәрелде. Юҡ, бала саҡтағы һымаҡ йөҙ йыйырманым был юлы, киреһенсә, күк­рәгемде киреп тын алдым да мәрхүм атайымды ғына түгел, күптән малдары тарҡалып, емерек хәлдә ҡалған ферманы һағынып иҫләп алдым, ә Ҡырмыҫҡалы ауылы халҡына көн­ләшеп ҡуйҙым. Эх, “ферма еҫе йәшәй” әле уларҙа!
Аллаға шөкөр, бер нисә ауылды берләштергән хужалыҡ, эш урыны бар, — тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алды быҙау ҡараусы Нәфисә Яҡупова, уй­ҙарымды һиҙгәндәй. – Әлбиттә, әлеге көндә ауыл хужалығына еңелдән тү­гел, шулай ҙа предприятиебыҙ эшләп килә: күпмелер “тере” аҡса алабыҙ, бесән-һалам, иген һәм башҡаларын биреп торалар. Насармы ни был? Тик, үкенескә ҡаршы, йәштәр генә ауылда ҡалмай, ҡалаға ашҡына, шуға мәктәп тә ябылды. Ни ҡылаһың, хужалыҡ та ауыл продукцияһына хаҡ бер урында тапанған (алыпһатарҙар ҡуйған һумдарҙы әйтмәйем), ә яғыулыҡ көндән-көн ҡиммәтләнә барған заманда эш хаҡын гел генә арттырып ултыра алмай. Бындай күренеш иһә йәш-елкенсәккә оҡшамай. Хужалыҡ етәк­селеге лә, район хакимиәте лә тырыша ул. Мәҫәлән, күптән түгел генә бынамын итеп беҙҙең һөнәри байрамды ойошторҙолар. Тик бөтә бәлә өҫтән килә шул: ил кимәлендә ауыл хужалығын күтәрмәгәс, депутаттар ҡануниәтте камиллаштырмағас, урындағы тырышлыҡтар бушҡа киткән һымаҡ…
Бөгөн Нәфисә Ғәли ҡыҙы хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ғүмер буйы ферма мөдире, ветеринар булып эшләгән апай малдарҙан айырылырға теләмәй: әле, мәҫәлән, 50-нән ашыу быҙауҙы ҡарай. Хәйер, хужалыҡ етәкселеге лә кемдең кем икәнен белә шул: тәжрибәле белгесте “ысҡындыр­ғыһы” килмәй.
— Ветеринар булырға хәҙер ҡу­лымдың көсө юҡ шул, быҙауҙарҙы тәрбиәләргә генә күндем. Һөт-һыу эсерәм, бесән ашатам, — тип бурыстарын атай әңгәмәсем эш араһында. Үҙенең ҡулы артынан күҙ ҙә эйәрмәй: йә береһен килеп яратып китә, икенсеһенең аҫтын рәтләй, өсөн­сөһөнә бесән һала, ҡайһы берҙәренә үләндән ҡайнатма эсерә. Ирекһеҙҙән уны балалар баҡсаһындағы тәрбиә­сегә тиңләмәй булдыра алманым. Ә, ниңә, тәрбиәселәр һымаҡ Нәфисә Ғәли ҡыҙы ла әле саҡ аяҡҡа баҫып килгән бәләкәстәрҙе ашата, уйната бит. Иң мөһиме — уларҙы балаларындай ҡәҙерләй!
— Китапта яҙылмаған инде, ҡустым, был ысул хаҡында, шулай ҙа ҡайнатма эсерһәң, малдың аппетиты асыла, хәле яҡшыра, – ти Нәфисә апай. – Ғөмүмән әйткәндә лә, үҙем ҡасандыр Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлаған белгес булһам да, малды борондан килгән халыҡ традицияларына таянып тәрбиәләйем. Әлбиттә, хайуанҡай турығып китһен өсөн уколы ла, шарттары ла кәрәк, тик гел генә китапҡа төбәлеп, мал үрсетеп булмай шул. Мәҫәлән, ябай халыҡ өсөн яңы ҡанун буйынса малын махсус урынға алып барып һуйыу бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит. Ярай, итен үҙе генә ашаһа, йортонда салырға рөхсәт ителә ул, тик әҙ-мәҙ һатҡыларға ла тура килә бит. 15-20 килограмм ит һатам тип, унар саҡрым юл үтеп, малын һуйһынмы инде хужа? Был хаҡта уйланамы икән депутат әфәнде ҡанунын яҙып ултырғанда? Шул уҡ ваҡытта мал салыу өмәһе үҙенә күрә туғандарың менән бер йыйылып, аралашып алыу сараһы ла бит. Төптән уйлаһаң, йолаларыбыҙға бер яҡтан балта сабыу һымаҡ та был күренеш.
…”Быҙауҙар баҡсаһы”на юллан­ған­да тәү сиратта ябай хеҙмәт кешеһенең эшен яҡтыртырмын тип өмөтлән­гәй­нем, тик быҙау ҡараусы апайҙың аһ-зары йәнә ауыл хужалығына иғ­тибар­ҙың аҙ булыуы хаҡында уйландырмай ҡалманы. Ысынлап та, илдә ҡасан ғына ябай хеҙмәт кешеһенә, ауыл сәнәғәтенә, ауыл тормошона иғтибар тейешле кимәлгә күтәрелер икән?!