Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирәндектең моңло балаһы
Моң-талант — кешегә тәбиғәт тарафынан инселәнгән Хоҙай бүләге. Ошо хазина менән ихлас уртаҡлашҡан йырсы, ҡурайсы, бейеүселәрҙе халыҡ бер ҡасан да онотмай, күңелендә һаҡлай.

Күптән түгел тыуған ауылым Күсейҙә булғанда (Баймаҡ районы) ағинәй, тыл ветераны Фәтхиә Әбдрәхимова: “Ни өсөн Хәмит апаң (диалект—олатайың. – Ред.) тураһында гәзиткә яҙмайһың? Уның бит атаҡлы, мәшһүр ҡурайсы тигән исеме бар. Билдәле ҡурайсыны йәш быуын да белергә тейеш”, – тине. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Үкенескә, шәхестәребеҙҙе иҫән саҡта күтәрә, баһалай бел­мәй­беҙ. Шул сәбәпле күптәре онотолоуға дусар була.
Хәмит Әхмәтов 1904 йылда Күсейҙә старатель ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан көтөү көткән малай эш мәлендә лә ҡурайынан айырылмаған. Күсем­ташҡа баҫып уйнап ебәрһә, моңо Ирәндек бу­йындағы барлыҡ йәйләүҙәргә ишетелер булған. Ул үҙенең остазы, шул дәүерҙә оҫта ҡурайсы булараҡ дан алған Бирғәле ҡарттан күп кенә йырҙарҙың тарихын да отоп алып ҡалған.
1923 йылдың йәйендә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр СССР ауыл хужалығы һәм сәнәғәт күргәҙмәһе асыла. Илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең көнкүреше менән бергә мәҙәниәт, сәнғәт оҫталығын да күрһәтергә тейеш була.
Башҡортостан исеменән был сарала ҡатнашыу хоҡуғы Бөрйән-Таналыҡ халҡы вәкилдәренә бире­лә. Делегация етәксеһе итеп Темәстән Әбүбәкер Хөсәйеновты тәғәйенләйҙәр. Төркөмдә Әбүбәкер­ҙең ҡатыны Хәҙисә, ҡыҙҙары Зөләйхә менән Әминә, кейәүе Ирғәле, бейеүсе Йомабай Барлыбаев, йыр­сы Әбдрәхим Исҡужин һәм ҡурайсы Хәмит Әхмәтов була. Уның бер туған һеңлеһе – әсәйем хәтерлә­үенсә, өләсәйем Хәмит апаға төнө буйы эңербаулы күлдәк тегә. Иртәгәһенә Әбүбәкер ағай үҙе килеп алып китә.
Күргәҙмә Мәскәү халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бигерәк тә Хәмит Әхмәтовтың ябай ғына үлән көпшәһендә оҫта итеп башҡорт көйҙәрен башҡары­уына хайран ҡалалар, иҫ киткес моң уларҙы, ысын мәғәнәһендә, әсир итә. Г. Чичерин ҡурайҙы алып әйләндереп-тулғандыра, эсендә берәй нәмә юҡмы икән тип үтә ҡарай. Буш үлән һабағынан нисек итеп ошондай моң сығарып була икән тип аптырай һәм ахырҙа: “Шундай милли ҡорал юғалып ҡалмаған икән, тимәк, башҡорт халҡы ла юғалмаясаҡ”, – тип әйтә. Тирмәгә Муса Мортазин да килеп китә. Бер­гәләп фотоға төшәләр.
Башҡортостан делегацияһына, уның оҫтала­рына һоҡланып, гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫылып сыға. Бер Мәскәү баҫмаһы мөхәррире башҡорт­тарҙың нисек йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүе тураһында һорашып, яҙып ала.
Ошо сәфәрҙән Хәмит Әхмәтов бөтөнләй үҙгәреп, тамашасы алҡышының тәмен тойоп, сәхнәгә эҫе­неп ҡайта. Тиҙҙән уны Башҡорт академия драма театрына ҡурайсы итеп эшкә саҡыралар. Бында ул данлыҡлы Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушановтар менән бергә эшләй. Коллектив менән республика райондары буйлап сығыш яһау йәш егеттең данын тағы ла арттырып ебәрә. Баймаҡ күсмә колхоз-совхоз театры асылғас, ул тыуған яғына ҡайтып, әлеге театрҙа ҡурайсы-артист булып эш башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан йәш талантты Мәҙәниәт министр­лығы алып ҡала. Ул ауыр йылдарҙа коллектив менән ауылдан ауылға йөрөп, тыл эшсәндәренең рухын күтәреп, фиҙакәр хеҙмәткә дәртләндерә. Сибайҙа драма театры асылғас, апам шунда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшен дауам итә. Артабан да ҡура­йын ташламай, балаларға унда уйнау серҙәрен өйрәтмәксе була. Был ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе етәкселеге менән килешеп тә ҡуя. Тик, үкенескә ҡаршы, 1966 йылдың сентябрендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Хәмит Әхмәтов хаҡында оло быуын кешеләре йылы иҫтәлектәр һаҡлай. Холҡо бик ябай, эскер­һеҙ, кешелекле, ярҙамсыл, мәрәкәсел була уның. Ауыр көнкүреш шарттарында күңелдәре ҡатҡан кешеләрҙең әҙерәк кенә булһа ла кәйефен күтәреү өсөн уйлап сығарған ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен өлкәндәр әле лә иҫкә ала.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973