Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел яҙмышы – ил яҙмышы
Тел яҙмышы – ил яҙмышы “Башҡортостан” гәзите респуб­ликабыҙҙа дәүләт статусына эйә башҡорт телен үҫтереү, уның ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү йәһәтенән тормошҡа ашырыла килгән дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индереүҙе дауам итә. Быйыл бы­ғаса донъя күрә килгән “Телгенәм-бергенәм” махсус битенең исемен көсәйтеп, уны “Тел яҙмышы – ил яҙмышы” тип атарға булдыҡ. Рухи хазинабыҙҙы һаҡлау, үҫтереү, киләсәк быуындарға тулы килеш еткереү бурысы беҙҙән артабан да бергәләп эшләүҙе талап итә. Ошо йәһәттән махсус бит ғалимдар­ҙың, уҡытыусыларҙың, ата-әсә­ләр­ҙең, уҡыусыларҙың, тел яҙ­мы­шына битараф булмаған барса дуҫтары­быҙҙың тәжрибә уртаҡлашыр, фекер алышыр, төрлө мәсьәләне уртаға һалып хәл итер майҙансы­ғына әйләнер, тип ышанабыҙ. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.
Ҡала шарттарында милли һыҙаттарҙы һаҡлау, балаларҙың күңеленә туған теле­нә һөйөү, ихтирам орлоҡтарын сәсеү, уларҙы халыҡ рухында тәрбиәләү еңел эш түгел. Шулай ҙа был ауырлыҡтар үҙ асы­лыңа, ата-баба аманатына тоғролоҡ, ихтыяр көсө, намыҫ алдында еңелеп ҡала. Арабыҙҙа тап шундай күркәм һыҙаттарға эйә милләттәштәребеҙ бихисап. Рухлы, ғорур, телһөйәр, илһөйәр булыуы, балаларын да ошо юҫыҡта тәрбиәләүе менән улар күптәргә өлгө күрһәтеп, алғы сафта бара.
Йәш быуынды туған теленән яҙҙырмаҫ өсөн ғаиләлә ниндәй тәрбиә алымдары булдырыу мөһим? Ҡала шарттарын милли булмыштан өҫтөн ҡуйырға яраймы? Әлеге глобалләшеү заманында балаға туған телде өйрәнеү зарурлығын нисек аңлатырға? “Ҡала һәм башҡорт балаһы” тигән яңы рубрикала ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләйек, хөрмәтле дуҫтар. Унда тәжрибәле ата-әсәләр йәш ғаиләләргә ҡиммәтле кәңәштәрен бирер, үҙ тәрбиә ысулдары менән уртаҡлашыр тигән ышаныстабыҙ. Милләтебеҙ киләсәген бергәләп үҫтерәйек! Инеш булараҡ, тәүге һүҙ – ҡала шарттарында лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле ағинәй – яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаеваға.



Башҡорт теле
Зәйнәб БИИШЕВА

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем – гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем – бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин өйрәттең Ленин һүҙен,
Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле – минең телем!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 41

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 33

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 42

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 55

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 50

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 40

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 54

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 48

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 45

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 46

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 60

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 49