Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белемлегә ял да кәрәк
Йыл һайын Башҡорт дәүләт университеты яҡшы билдәләргә өлгәшкән, әүҙем студенттарына Өфөләге профилакторийҙа ял итеү мөмкинлеген бирә. Белем усағының барлыҡ филиалдарынан йыйылған йәштәр таныша, аралаша, сәләмәтлеген нығыта. БДУ-ның Сибай институтындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең V курс студенты Гөлфирә Исхаҡова, ошо мөмкинлектән файҙаланған кеше булараҡ, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Өфөлә ял итеү оҡшанымы? Сибайҙан нисә кеше барҙы?
– Институттан беҙ, 60-тан ашыу студент, баш ҡалала ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял итеп ҡайттыҡ. Көн дә массажға, физкабинетҡа, башҡа дауалау процедураларына йөрөп, һаулы­ғыбыҙҙы нығыттыҡ.
– Рухи, мәҙәни өлкә лә күҙ уңынан ысҡынмағандыр, моғайын?
– Өфө ҡалаһының тарихи урындарына, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество, Милли музейҙарға, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, “Ләлә” мәсетенә сәйәхәт ҡылдыҡ. Буш ваҡытымда Ғ. Туҡай урамындағы мәсеткә барҙым, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананан диплом эшемә кәрәкле мәғлүмәт йыйҙым.
– Күңелле ял мәлендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булдымы?
– Әлбиттә. Ятаҡтың икенсе ярты­һында Ҡытай студенттары йәшә­не, нимә хаҡында һөйләшкәндәрен аңла­маһаҡ та, уларҙы тыңлауы бик ҡы­ҙыҡ булды. Беҙ улар менән танышырға теләгәйнек тә, килеп сыҡманы, әллә фотоға төшөргә яратмайҙар, әллә ҡурҡалар.
– Тиҫтерҙәреңә, дуҫтарыңа ниндәй теләктәрең булыр?
– Барлыҡ студенттарҙы матур бай­рамыбыҙ айҡанлы ҡотлайым, сессияларын уңышлы тамамлап, уҡыуға яңы көс, ынтылыш менән килеүҙәрен телә­йем! Ҡышҡы ялыбыҙҙы Өфөлә үткәреү мөмкинлеген булдырған Сибай институты етәкселегенә рәхмәтемде бел­дерәм.

Гөлназ СЫҢҒЫҘОВА әңгәмәләште.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 41

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 33

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 42

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 55

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 50

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 40

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 54

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 48

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 45

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 46

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 60

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 49