Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт ҡыҙының исеме мәңгеләштерелде
Башҡорт ҡыҙының исеме мәңгеләштерелде Һарытау өлкәһенең Пугачев ҡалаһына нигеҙ һалыныуға уҙған йыл аҙағында 250 йыл тулды. Шул уңайҙан бында тантаналы рәүештә Хеҙмәт батырҙары аллеяһы асылды.

Пугачев районында Советтар Со­юзы заманында өс кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған. Улар араһында Пугачев районының Ҡондоҙло ауылында тыуып үҫкән Рафиҡа Абдулхәмит ҡыҙы Әс­фәндиәрова ла бар. Хеҙмәт батыр­ҙары аллеяһында ҡуйылған өс бюстың береһе уны һынландыра.
Рафиҡа 1928 йылда Пугачев районының Жестянка ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Аҙаҡ ата-әсәһе Ҡондоҙло ауылына йәшәргә китә, ә 1932 йылда күршеләге Перелюб районына күсенәләр. Тормош ауыр­лыҡтары Рафиҡаны уҡып йөрөгән мәктәбенән бик иртә айыра һәм ул хеҙмәт юлын бәләкәйҙән башлай.
Бер ваҡыт Әсфәндиәровтар ғаиләһе ауылдан алыҫ далала ҡуй көтә. Рафиҡа ла ата-әсәһе янында була. Көтмәгәндә ғәрәсәтле дауыл башлана. Көслө ел ҡуй көтөүен үҙ ыңғайына ситкә алып китә. Ҡыҙға күҙҙән яҙҙырмаҫҡа, юғалтмаҫҡа тип малҡайҙарҙың артынан барырға, төрлө яҡҡа таралышмаһындар өсөн бергә туплап тоторға тура килә. Кешеләр уларҙы эҙләй сыға. Бары тик бер нисә көндән һуң ғына өшөп-туңып бөткән баланы, ҡуйҙарҙы барып табалар. Был ҡыйыулығы өсөн ҡыҙыҡайҙы алтын сәғәт менән бүләкләйҙәр. Рафиҡаның тәүге хеҙмәт батырлығы яҡташтары хәтерендә бына шулай уйылып ҡала.
Ул артабанғы тормошон да ауыл хужалығы менән бәйләй. Тәүҙә һауынсы, аҙаҡ ҡошсо булып эшләй. 1966 йылда ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ә 1971 йылдың апрелендә уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Пугачев ҡалаһындағы Хеҙмәт батырҙары аллеяһында башҡорт ҡыҙының бюсы урынлаштырылыуы — барлыҡ халҡыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ ул.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973