Көнкүреш ҡалдыҡтарын кем йыйыр?

31-01-2015, 01:15 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Көнкүреш ҡалдыҡтарын кем йыйыр? Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһе көнүҙәк булып тора. Күптәрҙең был мәсьәләгә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергәне ишетелә. Ваҡытында сүпте йыймайҙар, шул арҡала ҡарауһыҙ эттәр һаны ла арта, еҫ тә сыға.

Сүпте йыйып, эшкәртеү менән мәш­ғүл булған ойошмалар аҙ. Ки­лешеү төҙөл­гән осраҡта хаҡтары “теш­ләшә”. Миҙалдың икен­се яғы ла бар: сүбен тоҡҡа йыйып, теләһә ҡайҙа ҡал­дырып киткән кешеләр йыш осрай. Айырыуса ҙур ҡа­лалар эргә­һендә йәшә­гән­дәр шулай эшләй. Ма­ши­наһынан сығып, юл буйына, ағас­лыҡҡа сүбен быраҡтырғандарҙы йыш кү­рәбеҙ. Был мәсьәләгә асыҡ­лыҡ индереү маҡсатында Башҡорт­ос­тан­дың экология һәм тәбиғәттән фай­ҙала­ныу министры Илдар Һаҙы­ев мәғлүмәт агентлыҡ­тарының бере­һен­дә сығыш та яһағайны. Ул ҡаты көн­күреш ҡалдыҡтарын йыйыу, за­рар­һыҙландырыу һәм тораҡ пункт­тарҙы таҙартыу буйынса механизм булдырыу тураһында һөйләне.
– Төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын урынлаштырыу өсөн 43 полигон булдырылған. Уларҙа рес­пуб­­лика­ла бер йыл эсендә йы­йылған 12 миллион кубометр сүп­тең ни бары ике миллион кубометрын күмергә була. Ҡалған 10 миллионы санкциялан­маған ҡый­лыҡ­тарҙа туп­ланған. Улар-ҙың һаны ике меңдән ашып киткән, – тип белдерҙе министр.
Бер полигонды файҙаланыуҙың уртаса ваҡыты кәм тигәндә егерме йыл, әммә муниципалитеттар дөрөҫ эш итмәһә, был осор ике тапҡырға ҡыҫҡара. Әлеге мәлдә төбәктәге бөтөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарының 30 проценты тулған тиерлек, 50 проценты яртылаш тул­ған. Республиканы хеҙмәтлән­дереү өсөн яҡынса 200 полигон талап ителә. Бының өсөн 10 миллиард һум аҡса кәрәк. Полигонға оҙатылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарының 35 процентын яңынан эшкәртеү мөм­кинлеге бар, йәнә 35 процентын ашлама булараҡ файҙа­ланырға мөмкин. Ҡалған 30 процентын ғына күмеү тураһында уйларға була.
Әлеге мәсьәлә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн дә көнүҙәк булып тора. Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министр­лығы был йәһәттән алдынғы төбәк­тәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләш­тереү мәсьәләһен муниципаль-ара хеҙмәттәшлек схемаһы буйынса хәл итеү юлын тәҡдим итә. Был схемаға ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын йыйыуға, эшкәртеүгә шәхси эшҡыуарҙар йәлеп ителәсәк. Баш­ҡортостан һигеҙ төбәккә бүле­нәсәк. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәрт­кән полигон улар­ҙың үҙәге булып то­расаҡ. Барлыҡ рес­публика майҙа­нында өҙлөкһөҙ эш­ләгән сүп-сар йы­йыу һәм эшкәр­теү сел­тәре төҙө­ләсәк. Был үҙ си­ра­тында санкциялан­маған ҡый өйөмдәрен булдырмауға бер этәргес буласаҡ, йәнә экологик эш­ҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йүнсел­дәр­гә яңы мөмкинлектәр асасаҡ.
Әле проект сиктә­рендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡала­ларында эш баш­ларға йыйыналар. Өфө эргәһендә Иглин, Благовещен, Нуриман, Шиш­мә, Ҡырмыҫ­ҡалы, Кушнаренко, Ар­хан­гел, Благовар, Өфө район­дарын­да кластер проекты булды­рыуҙы Баш­ҡортостан Хөкүмәте комиссияһы хуплаған.
Өфө кластеры биләмәһендә был системаны тормошҡа ашырған опе­ратор­ҙарҙың исемлеге конкурстан һуң билдәле буласаҡ. Проектҡа йәлеп ителәсәк инвестициялар күлә­ме – 2,5 миллиард һум.