“Их, Өфө ҡыҙҙары” — Рәхмәттә

3-02-2015, 01:15 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Их, Өфө ҡыҙҙары” — Рәхмәттә “Рәхмәт ауылы халҡы спектакль ҡуя башлаған” тигән хәбәр тиҙ арала күрше-тирәгә таралды. Был ябай ғына сара түгел, ә рәхмәттәрҙең ысын асылы. Еребеҙ бәрәкәтле, халҡыбыҙ мәҙәниәтле бит.


Драматург Ибраһим Абдуллин­дың “Их, Өфө ҡыҙҙары…” коме­дия­һын сәхнәләштереү рәхмәттәрҙең элек-электән килгән дәрт-дарманына, сәмдәренә йәнә лә йән өрөп, уларҙы ҡабындырып ебәрҙе. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы — ауыл мә­ҙә­ниәт йорто мөдире Вәлит Мө­хә­мәт­ғәлин — үҙе йырлай, үҙе бейей, үҙе нәфис һүҙ оҫтаһы, яҡшы ойоштороусы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығына арналған сараларҙы яҡташ­тарым беренселәрҙән башлап ебәр­ҙе тиһәк, яңылыш булмаҫ. Ауылдың һуғыш һәм тыл ветерандары иҫтә­легенә арналған спектакль башынан аҙағынаса тыуған илгә һөйөү, дошманға нәфрәт тойғолары менән һуғарылған. Һуғыш шарттарында тыу­ған саф мөхәббәт, һыҙылып сыҡ­ҡан һағыш, әрнеүле юҡһыныу­ҙар, киләсәккә хыялдар — барыһы ла тамашасыны көлөү ҡатыш тетрәндерә, уйланырға мәжбүр итә. Вәлит Марат улы үҙен яҡшы режиссер итеп танытты.
“Их, Өфө ҡыҙҙары” — Рәхмәттә…Туптар шартлауы туҡтағас, летчик-истребителдәр — ҡаҙаҡ еге­те Жарыҡбай менән башҡорт батыры Шаянғол — Өфөнән килгән зенитсылар Майя менән Гөлсәсәкте осрата. Дүртеһендә лә һөйөү уты ҡабына, әммә береһе лә быны һиҙ­ҙермәй. Ҡаҙаҡ егете тойғоларын думбыра ҡылдарына һалып, йырҙар сығара. Был ролде Вәлиттең оҫта башҡарыуына һоҡланырға ғына ҡа­ла. “Һуғышта тыуған мөхәббәт ныҡ та, көслө лә була”, — тип раҫлай бер күреүҙә ҡаҙаҡ егетенә күҙе төшкән Майя. Үҙенең тойғоларын төрлө шаярыуҙар, төртмә теле артына йәшереп, тиңдәштәренә лә, оло яуҙаштарына ла “аҡыл һата” ул. Майя ролен килештереп уйнап, халыҡты хайран ҡалдырҙы Зилиә Мәсәлимова.
Көслө рухлы, нескә күңелле, хис-тойғоға бай, бер-береһенә ғашиҡ йән­дәр Шаянғол менән Гөлсәсәк образ­дарын Рәхмәт мәктәбенең XI класс уҡыусылары Рифат Әғзә­мов һәм Эльмира Мөхәмәтҡужина бик зауыҡлы уйнаны. Шаянғолдоң төрлө мажаралары, Гөлсәсәктең тет­рәндергес борсолоуҙары… Ба­ры­һы ла Рифат менән Эльмираның профессиональ кимәлдән кәм булмаған образ тыуҙырыуына шик ҡалдырманы. Улар ошо спектакл­дәрҙән тыш уҡыуҙа ла һынатмай, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып өлгөрә бит әле. Ҡыҫҡаһы, жюри ағзалары комедияның ҡуйылышын юғары баһаланы.