Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло юлға илтә Иҙел башы
Оло юлға илтә Иҙел башы Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Әҙәбиәт йылына арналған матур тантана үтте. Уны Учалы яҙыусылар берекмәһе, ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге китапханаһы ойошторҙо.
Иҙел башында әҙәбиәткә һө­йөү, йәштәрҙе ошо серле донъяға йәлеп итеү йолаһы әүәл-әүәлдән йәшәп килә. “Урал” гәзитендә (элек – “Ҡатай эшсеһе”) әҙә­би берекмә эшләй. Ҡәләм тирбә­теү­селәр тәүге шиғыр, нә­ҫер, хикә­йәләрен тап ошонда баҫ­тырған. Ҡасандыр Яныбай Хамматов, Зөлфәр Хисмәтуллин, Тайфур Сә­ғитов, Мөхөтдин Тажи, Сафуан Әлибай, Нурислам Шәй­хулов, Сабир Шәрипов, Әхмәҙин Әфтәх, Дамир Шәрәфетдинов, Гүзәл Сит­диҡова, Айгиз Бай­мө­хәмәтов, Нуриман Шаһибәков, Фәриха Вә­лиуллина һәм башҡа бик күптәр ошонан оло әҙәбиәткә юл алған. Әҙәби берекмә ағза­ла­ры мәктәп­тәрҙә, техникумдарҙа, малсылар янында сығыш яһаған. 2009 йылдан алып берекмәне Зөһрә Үтәғолова етәкләй.
“Урал” редакцияһы урындағы ижадсыларға китаптарын нәшер итергә лә ярҙам итә. Ғилми Сиражет­динов, Рәйес Хәлилов, Урания менән Светлана Вахито­ва­лар, Наилә Әфтәхетдинова, Вәғиз Мәғизов, Мәнзүрә Абдуллина менән Рә­си­мә Сәйетғә­ли­наның китаптарын сығарыуға булышҡан.
Талантлы яҙыусы Яныбай Хам­матовтың тыуыуына ошо көндәрҙә 90 йыл тулды. Сараның тәүге өлөшөндә яҡташтары уны иҫкә алды, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Оло юлға илтә Иҙел башыТәүге хикәйәләре һәм мә­ҡәлә­ләрен башҡорт старателдәре тор­мо­шона арнаған Яныбай Хам­ма­тов романдар яҙыусы бу­лараҡ танылыу алған. Ул – 17 ро­ман авторы. «Бөртөкләп йыйыла ал­тын» пенталогияһы (1966 – 1980) ХХ быуат башынан беҙҙең көн­дәргә тиклем Баш­ҡортостанда алтын сығарыу тарихын сағыл­дыра. Яныбай Хам­мат улы тарихи тематика өҫ­төндә ентекле эшләй. «Төньяҡ амурҙары» ди­логияһында 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғалары һү­рәт­лә­нә, «Ҡара яу» романы баш­ҡорт­тар­ҙың татар-монгол иҙе­үе­нә ҡаршы көрәше тураһында һөй­ләй. Уның әҫәрҙәре рус, украин, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән.
Халҡыбыҙҙың тарихын сағыл­дыр­ған “Бөртөкләп йыйыла ал­тын”, “Аҡман-тоҡман” тигән ро­мандары өсөн Яныбай Хамматов ВЦСПС-тың һәм СССР Яҙыусы­лар сою­зы­ның премия­һына ла­йыҡ бул­ды. Унан һуң бер-бер артлы “Йәшенле йәй”, “Юрғаш­ты”, “Ру­да” романдары донъя күрҙе. 1994 йылда пенталогия республи­ка­ның Салауат Юлаев ­исемендәге премияһы менән ба­һаланды. Артабан әҙип “Йондоҙ­ҙар нисек ҡа­бы­на?”, “Тыуған көн”, “Башҡорт­тар китте һуғышҡа”, “Һырдаръя”, “Ҡа­ханы”, “Комбриг Мортазин” исем­ле романдарын яҙҙы.
Район халҡы талантлы әҙипте онотмай, Белорет районы Сове­ты президиумы ҡарары менән проза өлкәһендә уңышлы ижад итеүселәргә Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырылған.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Иҙел башы ҡыҙҙары Зөһрә Үтә­ғо­лова менән Зөлфирә Сөләй­мә­но­ва Баш­ҡорт­остандың Яҙыу­сы­лар союзына ағза итеп алынды, ошо көндәрҙә Зөһрәнең – “Ҡунаҡтар саҡырам”, Зөлфирәнең “Күңе­лем моңдары” тигән китаптары донъя күр­ҙе.
Зөһрә Үтәғолова Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт ҡала гимназияһында уҡыусыларға әсә теле һәм әҙәбиәтенән белем бирһә, Зөлфирә – “Урал” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре. Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Те­ләү­баев уларҙы ҡотлап, уңыштар теләне.
– Артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, әҫәрҙәр ижад ителһен, халыҡ яҙғандарығыҙҙы уҡып, кү­ңе­лен, зиһенен байытһын, – тине ул.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 3

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 3

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр 19.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 18

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө 18.09.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл...

Тотош уҡырға 26

“Форум сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк”

“Форум сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк” 18.09.2018 // Йәмғиәт

18—19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыла....

Тотош уҡырға 40

Ауыл урамынан шатлыҡ үтә...

Ауыл урамынан шатлыҡ үтә... 18.09.2018 // Йәмғиәт

Ибрайҙа юл асылыуға халыҡтың сикһеҙ һөйөнгәне....

Тотош уҡырға 22

Бәрәкәт ҡасмаһын

Бәрәкәт ҡасмаһын 18.09.2018 // Йәмғиәт

Нигеҙ ҡороу Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ таш һалалар. Уны тупһаға һалыу йолаһы ла бар. Кесе...

Тотош уҡырға 22

Изгелек хисе һүрелмәһен

Изгелек хисе һүрелмәһен 18.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт медицина университетында Федерация Советының фән, белем һәм мәҙәниәт буйынса комитет...

Тотош уҡырға 28

Ипотека алғандар арта

Ипотека алғандар арта 17.09.2018 // Йәмғиәт

Быйыл һигеҙ айҙа “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтар реестрына ипотека...

Тотош уҡырға 30

Янғын хәүефе тыуһа…

Янғын хәүефе тыуһа… 17.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы рәсми сайттағы ашығыс белдереүендә...

Тотош уҡырға 33

“Төркиҙәр алтыны”нда – беҙҙекеләр

“Төркиҙәр алтыны”нда – беҙҙекеләр 17.09.2018 // Йәмғиәт

Калуга өлкәһендә III “Төркиҙәр алтыны” Бөтә Рәсәй төрки йәштәр форумы асылды. Ул Рәсәй халыҡтары...

Тотош уҡырға 33

Бер аҙнаға машинаңдан баш тарт…

Бер аҙнаға машинаңдан баш тарт… 17.09.2018 // Йәмғиәт

Өфөлә “Эшкә велосипедта” акцияһы башланды. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ике...

Тотош уҡырға 31