Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА: “Журналист – ғүмерлек һөнәрем”
Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА: “Журналист – ғүмерлек һөнәрем” Ҡәләмдәшебеҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, журналистарҙың халыҡ-ара «Көмөш ҡаурый» конкурсы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВА күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Журналист, ғалимә, уҡытыусы, әҙи­бә, популяр йырҙар авторы… Fүме­реңдең алтын мәленә еткәндә, ошо сифаттарыңдың ҡайһыһы һиңә яҡы­ныраҡ?
– Бөтәһе лә яҡын. Журналист ғүмерлек һөнәрем булыуы менән ҡәҙерле. 28 йыл матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ҡайнап, уның бик күп төрҙәре менән шөғөлләндем, мөмкинлектәренең сикһеҙ икәнен аңланым. Дәүләт гәзит­тәрендә эшләнем, коммерция нигеҙендә донъя күргән баҫмаларҙа баш мөхәррир булдым, хәҙер 10 йыл инде телевидениеламын. «Йәшлек»тең дә, «Аҙна»ның да яңы аяҡҡа баҫып килгән мәлдәрендә таңғы сәғәт 5-кә тиклем номер сығарып ултырған саҡтар ҙа, дүрт-биш ай буйына эш хаҡы алмай эшләгән ваҡыттар ҙа етерлек бул­ды, әммә бер ҡасан да ошо һөнәрҙе һай­лағаныма үкенмәнем.
Уҡытыусылыҡҡа килгәндә, ул бик тәбиғи килеп сыҡты. Редакцияларҙа һәр ваҡыт йәштәр менән эшләнем. Уларҙы тема та­бырға, материал йыйырға, мәҡәлә яҙырға, мөхәррирләргә өйрәтеү гәзит сығарыу, тапшырыу эшләү менән бергә барҙы. Ә инде БДУ-ның журналистика кафедраһына са­ҡырғастары, баш тартманым, сөнки тәжри­бә тупланған икән, уның кемгәлер файҙаһы тейергә тейеш. Fилми эҙләнеүҙәрем дә журналистикаға бәйле – Башҡортостанда йәштәр матбуғаты тарихын өйрәнеп, кан­ди­датлыҡ диссертацияһы яҡланым. Fөмү­мән, бөгөнгө журналистика фән менән бергә атларға тейеш тип иҫәпләйем, сөнки мәғлүмәт технологияларының йылдам үҫеше был тармаҡҡа шул тиклем ҙур йоғонто яһай, үҙгәрештәрҙе аңлап, ҡабул итеп өлгөрөрлөк түгел. Fөмүмән, уҡы­тыу­сылыҡ менән ғилми эште мин һөнәремдең айырылғыһыҙ бер өлөшө тип ҡарайым.
Ә инде әҙибә һәм йырҙар авторы булыу – төп эштән бушаған ваҡытта күңел талабы буйынса башҡарылған танһыҡ шөғөлдәр. Улар күңелде яҡтыртыуы, илһамлан­ды­рыуы менән яҡын.
– «Башҡортостан пионеры» гәзитенә мәҡәләләр ебәрә башлағанда Баймаҡ районының Комсомол ауылында 5-се класта уҡып йөрөй инең. Берәй ваҡыт журналист булып китермен тигән уй башыңа килдеме?
– Юҡ шул. 5-се класта түгел, хатта 8-сене тамамлап, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа килгәндә лә ундай уй башымда булманы. Юғиһә күрәләтә математик йүнә­лештәге класҡа ултырмаҫ инем. «Баш­ҡорт­остан пионеры» гәзите менән «Пио­нер» журналының иң әүҙем йәш хәбәрсе­лә­ренең береһе булараҡ, йәш хәбәрселәрҙең республика кимәлендә үткәрелгән слеттарында, семинарҙарҙа ҡатнашып йөрөнөм. Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»ка йәш хәбәрселәр сменаһына барып ҡайттым. Шунан һуң тот та техник вузға әҙерләгән класҡа ултыр инде. Интернатта гуманитар йүнәлештәге класс та бар ине бит. Үҙем­дең шөғөлөмдө һанламау булдымы икән был, әллә нимә теләгәнемде аңла­маумы? Уның ҡарауы, мәктәптән һуң, уйлап та тормайынса, документтарымды БДУ-ның филология факультетына алып барып бир­ҙем. Күңелдең нимә теләгәнен аңлар өсөн күңел тартмаған нәмә менән шөғөл­ләнеп алыу ҙа файҙалы икән ул.
– Ҡасан үҙеңде журналист итеп той­ҙоң?
– Пионер гәзитендә эшләп йөрөгән саҡта булды был хәл. Илдә үҙгәртеп ҡороу бара. Конституция көнөнә материал кәрәк. Киттем БДУ-ның юридик факультетына. Зөфәр Йәнекәев тигән йәш кенә уҡытыу­сыны эҙләп таптым. Интервью эшләнек, һәм мин уны «Хоҡуғыбыҙ бар!» тип исем­ләнем. Өндәү билдәһе менән. Һүҙ, әлбиттә, үҙаллылыҡҡа хоҡуҡ тураһында бара ине. Гәзит сығып барғанда баш мөхәррирме, яуаплы секретармы өндәүҙе алып таш­лаған. Мин «Өндәү билдәһе тормаһа, был интервьюның мәғәнәһе юҡ!» – тинем дә кире ҡуйҙырҙым. Шунда беренсе тапҡыр үҙемде ысын журналист итеп тойҙом.
Fөмүмән, гәзит-журнал хеҙмәткәре яҙ­ған һәр һөйләмен, һәр һүҙен яҡлай белергә тейеш тип иҫәпләйем. Хәҙер йәштәр нисектер үҙҙәренең материалына битараф. Мәҡәләләрен үҙгәртәһең, ҡыҫҡартаһың, ә «Ни өсөн?» тип һорағандары юҡ. Был би­тарафлыҡ илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйыуҙан киләлер тип уйлайым. Ҙур көс түгеп, күңел һалып башҡарған эшеңде тураҡларға һис тә бирге килмәй бит.
– Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлап ҡайтҡандан һуң «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй башланың. Артабан хеҙмәт юлыңды «Йәшлек»тә дауам иттең. Унан инде «Аҙ­на»ға күстең. Дәүләт иҫәбенә сыҡҡан гәзит менән шәхси баҫма араһындағы төп айырма нимәлә? Эш шарттары, эшләү алымдары?..
– 2000 йылда «Аҙна» гәзите төрлө төҫтәр менән биҙәп башҡортса сығарылған беренсе баҫма ине. Республика матбу­ғатында яңы күренеш булды ул. Шуныһы менән ылыҡтырҙы ла мине.
Айырмаға килгәндә, һүҙҙе шунан баш­лаһаҡ, дөрөҫ булыр: журналистың мәҡә­лә­һе – уның сығарған продукцияһы. Һәй­бәт, сифатлы тауарҙы кеше теләп һатып ала. Йәғни номер һайын шәп мәҡәлә тәҡдим иткән кешене гәзит уҡыусылар яҡшы белә һәм яҙғандарын көтөп ала, журналистың исеме брендҡа әйләнеп китә. Шәхси баҫ­мала эшләүселәр ошоно нығыраҡ аңлай, сөнки уларҙың яҡшы ижад итеүе лә, насар яҙыуы ла шунда уҡ эш хаҡында сағыла. Баҫманы ойошторған кеше нисек кенә бай һәм йомарт булмаһын, ул гәзиттә уҡымһыҙ мәҡәләгә урын бирә алмай. Был гәзиттең тиражын юғалтыуға килтерәсәк, ул саҡта баҫманың хужаһы журналисты үҙ аҡса­һына аҫрарға тейеш булып сыға. Шуға күрә шәхси баҫмала журналистарға талап ҡатыраҡ.
Эш алымдарына килгәндә, уларҙа иһә бер ниндәй ҙә айырма юҡ. Тема эҙләү сығанаҡтары ла, материал йыйыу ысулдары ла шул уҡ.
– Әлеге көндә БДУ-ла буласаҡ жур­налистарға ниндәй курстар ойошто­раһың? Кемдәр һәм ниндәй улар, “дүртенсе власты” яулаясаҡ йәштәр? Өмөтлөләре бармы?
– «Журналистың профессиональ этика­һы», «Яңылыҡтар журналистикаһы» тигән дәрестәрҙе алып барам. Бөгөн бик мөһим фәндәр тип иҫәпләйем уларҙы, сөнки һуң­ғы йылдарҙа матбуғатҡа журналистарҙың бурыстарын аңламаған, хоҡуҡтарын бел­мәгән йәштәр күп килде. Еңел-елпе яҙыл­ған мәҡәләләр, бушаҡ ҡына сығыштар өҫтөн­лөк ала барғандай. Матур һүҙҙәр теҙеп, шыма һөйләп кенә журналист булып булмай. Фекер әйтә, проблеманы ҡуя бе­лергә кәрәк. Яңылыҡты ваҡытында тотам тиһәң, ваҡиғалар уртаһында ҡайнау шарт. Яҡшы журналист булыр өсөн тормош һынауҙарын үтеү, социаль тәжрибә мөһим.
Студенттар араһында төрлөләре бар. Мәғлүмәт технологияларын егеп, һөҙөм­тәле эшләгән йәштәргә һәр ваҡыт һоҡла­нып ҡарайым. Әммә заман биргән мөм­кин­лектәр күптәрҙе фекер ярлылығына, ҡараш тарлығына килтерә – шуныһы насар. Ҡайһы берәүҙәр – курс эше яҙһынмы, рефератмы – Интернеттан ҙур-ҙур абзацтар, хатта тотош хеҙмәттәр күсереп ала ла һис бер тартыныуһыҙ үҙен автор итеп күрһәтә. Журналистың профессиональ этикаһын боҙоуҙың киң таралған бер күренеше шу­лай башлана. Матбуғатта ла бит Интернет материалдары менән генә көн күргән журналистар етерлек.
– Башҡортостан юлдаш телевидение­һында барған «Көндәлек» тигән тап­шырыуың бик оҡшай ине. Унда миңә лә ҡатнашырға тура килде. Шундағы күҙә­теүҙәреңдән сығып, моғайын да, берәй әҫәр яҙып булалыр. Шул турала уйлап ҡарағаның юҡмы?
– Уйлап ҡарағаным бар. Әммә ул әҙәби әҫәр түгел, ә фәнни хеҙмәт булып күҙ алдыма баҫа. Бер тапшырыу миҫалында тележурналистың эшмәкәрлек этаптарын күрһәтергә була. Күптәр экранда сағыл­ғанды ғына күрә, ә тапшырыуҙы ойош­тороуға бәйле ифрат ҙур эш кадр артында ҡала бит. Өҫтәүенә телевидение – ул коллектив хеҙмәт. Режиссер, мө­хәррир, оператор, монтажлаусы, тауыш режиссеры һәм тағы бик күп һөнәр эйәләре бер төпкә егелеп эшләгәндә генә сифатлы тапшырыу килеп сыға.
Беҙҙең Башҡортостан юлдаш телеви­дениеһында бөтә ғүмерен үҙенең яратҡан һөнәренә бағышлаған оҫталар күп. Шулар хаҡында яҙырға хыял бар. Бәлки, ул ана шул «Көндәлек» тапшырыуы нигеҙендә булыр ҙа.
– Журналистың эшендә ял да, байрам да юҡ. Таңға тиклем гәзит сығарып ултырыуҙарыңа ирең нисек ҡарай ине?
– Эргәңдәге кешеңдең эшеңде аңлауы бәхет икән ул. «Аңлау» тигән һүҙ был осраҡта күп мәғәнә бирә: төндә командировканан ҡайтҡанда ҡаршы алыу ҙа, балаларҙы ваҡытында ашатып, йоҡларға һалыу ҙа, йыуылмай ҡалған иҙәнде күрмәмеш булыу ҙа һ.б. Бының өсөн айырып рәхмәт әйткәнем дә юҡтыр, исмаһам, гәзит аша еткерәйем әле: рәхмәт, Fәлим­йән!
– Яңыраҡ Баймаҡтан бер ҡатын әсәһенең 75 йәше уңайынан радиоға ҡотлау бирергә килгәйне. Шунда йыр тураһында һүҙ сығып, һинең шиғырға яҙылған «Яңғыҙ ҡатын» йыры тура­һында һөйләп ултырҙы. Быны ижад иткән кеше үҙе яңғыҙҙыр ул, шулай булмаһа, үҙәккә үтерлек итеп яҙмаҫ ине, тине. Яңғыҙ түгеллегеңде беләм, был йыр­ҙы яҙырға ниндәйҙер берәй ваҡиға сәбәпсе булдымы? Fөмүмән, йыр жанрына тотоноуың нимәнән килә? Ундай ижад емештәрең арыу ғына шикелле. Иң мөһиме – барыһы ла популяр…
– «Сәләм»дең баш мөхәррире булған саҡта ҡайһы бер темаға йырҙар юҡлығына иғтибар иттем, булһа ла аҙ. Тапшырыу көн һайын сыҡҡас, бер үк йырҙарҙы ҡабат­ларға мәжбүрбеҙ. Шул мохтажлыҡтан башланып киткән эш был. Иң беренсе Риф Арыҫлан менән «Яңы йыл» тигән йыр яҙҙыҡ. Сүриә Fималова башҡара. Бик матур килеп сыҡты. Шунан «Башҡортос­тандың ете мөғжизәһе» тигән акцияның йомғаҡлау тантанаһына көслө бер йыр кәрәк ине. Тағы ла Рифкә һүҙҙәрен яҙып бирҙем. Әйткәндәй, шунда уҡ «Башҡорт балы» тигән йыр ҙа яҙылғайны (А. Туҡ­тағо­лов көйө, М. Исҡужина башҡара). Артабан – «Мөхәббәт миҙгелдәре», «Мәктәп юлы»…
«Яңғыҙ ҡатын»ға килгәндә, ул заказ буйынса эшләнде, Рита Өмөтбаева «Баш­ҡорт йыры» проектына шундай темаға йыр һорағайны. Шиғыр бер тынала яҙылды, Юлай Үҙәнбаев көйөн ижад итте. Алһыу Бәхтиева башҡарыуында йырҙы ишеткәс, өсөбөҙҙөң дә бер тулҡында булыуыбыҙҙы аңланым. «Яңғыҙ ҡатын» өсөн бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишеттем.
Хәҙер буйҙаҡ егеттәргә лә берәй йыр кәрәк инде, тип уйынлы-ысын­лы әйтеү­селәр булғайны. Яҙҙым, тик көйөн ижад иткән кеше юҡ әле.
– Һинең «Аҡбай ҡалаға бармай», «Ауыл малайы» исемле китаптарың сыҡты. Әҙәби әҫәргә тотонорға нимә этәргес булды? Әлеге көндә нимәләр яҙаһың?
– Балаларым бәләкәй саҡта кистәрен әкиәт һөйләй торғайным. Белгәндәрем бөтһә, уйлап сығарам. Үҙҙәренә оҡшаш ге­ройҙар килеп сыҡһа, айырыуса ҡыҙыҡ­һы­нып тыңлайҙар. Шуға күрә мин ге­рой­ҙарға уларҙың холоҡ-фиғелдәрен бирәм. Ҡыҙым бәләкәй саҡта ауылға ҡайтҡан һайын, әйҙә этте алып ҡайтайыҡ, тип мыжый торғайны. Быны эшләмәҫ өсөн миңә бер тарих уйлап сығарырға тура килде. «Аҡбай ҡалаға бармай» тигән әкиәт шулай тыуҙы.
Тәүге китабым баҫылып сыҡҡас, мәрхү­мә Динә Талхина: «Һинең телең балалар өсөн повесть яҙырлыҡ. Яҙ әле», – тигәйне. Улым мәктәпте тамамлаған осорҙа Берҙәм дәүләт имтиханына бәйле тулҡынлан­дыр­ғыс мәлдәр кисерергә тура килде бит инде. Ошо осорҙағы уйланыуҙар бер һығымтаға килтерҙе: баҡһаң, кеше ни бары биш-алты йыл эсендә үҙенең киләсәген хәл итә. Мәктәпте бөткәс, һөнәр һайлап, уҡырға инә. Диплом алғас, эш башлай һәм ғаилә ҡора. Ошо мәлдә яңылышмау, эргәңдәге дуҫтарыңдың кем булыуы бик мөһим. «Ауыл малайы» тигән повесть ошо тәьҫо­рат­тар нигеҙендә яҙылды. Уҡыусылар оҡ­шатты, шикелле, үҙем уҡыған Р. Fарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гим­назияһында, Илеш районының балалар китапханаһын­да уға арнап уҡыусылар конференциялары үткәрелде.
Әлеге көндә ултырып ҡына яҙа торған, уйланған нәмәләр бар, әммә тотона алған юҡ.
– Олоғая килә атай-әсәйҙе нығыраҡ аңлай башлайбыҙ, ҡәҙер-хөрмәт күрһә­тергә тырышабыҙ, нимәгәлер үкенәбеҙ. Атай-әсәйеңдең ниндәй сифаттарын үҙеңдә күрергә теләр инең?
– Атайым менән әсәйем ғүмер буйы уҡытыусы булды. Баймаҡ районының Комсомол ауылында (хәҙерге Сәйғәфәр) йәшә­неләр. Алты бала үҫтерҙеләр. Зирәк аҡыллы, бик тәрбиәле кешеләр. Атайым Рәфҡәт Әхмәтзәки улы Лотфуллин тынғы­һыҙ бер эшһөйәр ине. Уҡырға яратты, ил­дә, донъяла барған сәйәси хәлдәр, мәҙәни ваҡиғалар тураһында һәр ваҡыт хәбәрҙар булды, спорт тапшырыуҙарын яратып ҡараны. Бирелеп китеп баҡса үҫтерҙе, уны «ауылдың Мичурины» тип йөрөттөләр. Ағастарға прививкалар яһап, үҙенсә төрлө тәжрибәләр эшләй торғайны. Әсәйем Садиҡа Баймырҙа ҡыҙы аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта булды. Беҙгә күлдәктәр тегеп кейҙерһенме, карауатҡа япмалар сикһенме, селтәрҙәр бәйләһенме – ҡойоп ҡуя ине. Уларҙың һәр эште яратып, эске бер кинәнес менән башҡарыуы, бер-береһе менән килешеп кенә ғүмер итеүе беҙгә һоҡланғыс үрнәк булып ҡалды.
Атайым ете йыл элек яҡты донъянан китеп барҙы, әммә абруйы әле лә йәшәй. Туғандар менән берәй ҙур эш алдынан атай нимә тиер ине икән, тиеп кәңәшлә­шеп, уның рухына тап төшөрмәҫкә, яҡты иҫтәлегенә хыянат итмәҫкә тырышып йәшәйбеҙ.
Әсәйем, Аллаға шөкөр, иҫән әле. Йәйен – ауылда, ҡышын Өфөлә көн күрә. Уға ҡарап, тәүфиҡлы, бәхетле ҡартлыҡтың ни­мә икәнен аңлайым хәҙер. Бер-бер артлы ҡатмарлы операциялар үткәреп, бала ҡайғыһы кисерһә лә, ул бер ваҡытта ла күркәм сабырлығын юғалтманы. Әле лә зар­ланмай, барыһына ла риза булып, көллөбөҙгә лә фатихаһын биреп ултыра. Әгәр оҙаҡ ҡартлыҡ килә икән, ул шулай булһын, тип теләйем үҙемә лә.
– Тормошоңдағы иң бәхетле көнөң?
– Бәхет өс секунд ҡына дауам итә, тип иҫәп­ләп сығарған белгестәр. Аръяғына шат­лыҡ, һөйөнөс кенә тороп ҡаламы икән?! Хәҙер инде ирем менән икебеҙҙең һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә күберәк ба­лаларға бәйле. Һуңғы ваҡиғаларҙы алған­да, Санкт-Петербург дәүләт уни­вер­сите­тының юридик факультетында уҡыған улыбыҙ Байрастың былтыр Сочиҙа үткән Олимпиадала волонтер булып ҡатнашыуына бик ҡыуандыҡ. Кеше ғүмерендә бер генә була торған матур ваҡиға ул. Ҡыҙыбыҙ Гөлнә­зирәнең үҙем уҡыған Мәскәү дәүләт уни­верситетының юридик факультетына уҡырға инеүе шулай уҡ ҙур шатлыҡ булды.
– Тыуған көнөңдә үҙеңә нимә теләй­һең? Алға ниндәй пландар менән йәшәйһең?
– Сәләмәтлек теләйем. Зарланырға урыным юҡ, шулай ҙа һаулыҡ – иң ҙур бай­лыҡ. Пландарға килгәндә, “иҡтисади көр­сөк” тигән һөмһөҙ нәмә әллә ниндәй хы­ялдар менән янырға форсат бирмәй әле. Ҡорған пландар ҙа емерелеп ҡуя. Шулай ҙа артыҡ бошонмайым. Сирек быуат эсен­дә өсөнсө иҡтисади көрсөктө кисерәбеҙ бит инде хәҙер. Иң мөһиме – рухи көрсөк бул­ма­һын, һуғыш сыҡмаһын, күңелдәр ватылмаһын.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 26

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 28

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 73

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 29

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 26

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 26

Архангел балы тәмле

Архангел балы тәмле 13.12.2018 // Йәмғиәт

Архангел районының “Архангел ҡайнатмалары” (“Архангельские варенья”) йәмғиәте етештергән ризыҡтар...

Тотош уҡырға 32

“Тәгәрмәсле” магазин...

“Тәгәрмәсле” магазин... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында махсус маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе күсмә автомагазин эшләй башланы....

Тотош уҡырға 39

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 570

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 149

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 38

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 36