Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҙаҡ йәшәү сере
Оҙаҡ йәшәү сере Япондар тән һәм рух сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итә.

l Йәшелсә ашағыҙ. Туҡланыу рационында көн һайын аҙ ғына булһа ла йәшелсә йәки емеш булырға тейеш.
l Оло йәштәге кешеләрҙең организмы өсөн май бик кәрәк. Үҫемлек һәм зәйтүн майында ғүмерҙе оҙайтыу өсөн файҙалы матдәләр бар.
l Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында күберәк ял итергә тырышығыҙ. Көн һайын физик күнегеүҙәр яһарға кәрәк.
l Күңел тыныслығы ла кеше өсөн мөһим. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр өсөн артыҡ борсолмағыҙ, киреһенсә, һәр нәмәнең яҡшы яғын табырға тыры­шығыҙ. Ғалимдар фекеренсә, әгәр ҙә кеше бойоҡ йөрөһә, йыш ҡайғырһа, уның иммун системаһы организмды төрлө инфекция ауырыуынан (хатта яман шештән) һаҡлаусы күҙәнәктәрҙе сығармай башлай икән.
l Яҡшы кәйеф — сәләмәтлек сығанағы. Көлгән ваҡытта бит кенә түгел, ә эс, ашҡаҙан, диафрагма мускулдары ла эшләй. Шулай уҡ тын юлдары ла таҙара.
l Йоҡо ваҡытты бушҡа уҙғарыу түгел. Ул — организм өсөн кәрәкле ял.
l Һыуыҡтан ҡурҡмағыҙ. Гел йылы кейенеп, төрөнөп йөрөмәгеҙ. Тән сынығырға тейеш.
Беҙҙең үҙебеҙҙең дә ғүмерҙе оҙайтыу ысулдары бар. Уның сере — бал! Боронғо мәшһүр ғалимдарҙан Демокрит — 109, Анакреон — 115, Пифагор 90 йыл ғүмер кисергән. Үҙҙәренең оҙаҡ йәшәү серен улар бал ашау менән аңлатҡан. Атаҡлы табип, ғалим, шағир Әбүғалисина: «Әгәр йәшлегеңде һаҡлап ҡалырға теләһәң, бал аша», — тигән.
Хәҙерге заман ғалимдары ла, күп йыллыҡ тәжри­бәләргә таянып, балды даими ҡулланған кешеләрҙең, умартасыларҙың һаулығы ныҡ була, һәм улар оҙаҡ йәшәй, тип раҫлай.






Сәй тураһында

Иртәнге сәй әүҙемлеккә килтерә. Ул эсәктәрҙе, ашҡаҙанды таҙарта. Сәй эстән бөтөн артыҡ матдәләрҙе сығара, тамырҙарҙағы май ҡатламын иретә.
Төштән һуңғы сәй аҙыҡты үҙләштерергә ярҙам итә, тик дөрөҫ итеп эсә белергә кәрәк. Аш ваҡытында һәм ашап бөткәс тә уны эсергә ярамай. Составында май булмаған һәр ҡайһы эсемлек ашҡаҙан һутын шыйыҡлай һәм эшкәртеүгә ҡамасаулай. Сәйҙе ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс кенә эсергә кәңәш ителә.
Киске сәй шулай уҡ ашты яҡшыраҡ эшкәр­тә, майҙарҙы тарҡата, организмды төнгөлөккә әҙерләй. Тик уны киске сәғәт 8-9-ҙан һуң эсмәгеҙ. Ошолай иткәндә, уянмайынса ҡаты йоҡларһығыҙ, ә иртән еңел торорһоғоҙ. Киске сәй шулай уҡ «мәкерле» — уны эскәндән һуң ашағы килә башлай. Тик был теләккә буйһонмағыҙ. Төнгә ҡаршы ашау ҡәтғи тыйы­ла. Түҙер әмәлегеҙ ҡалмаһа, өрөк йәки хөрмә ҡабығыҙ.
Әгәр ҙә сәй эсеүҙе һәм төштән һуң тәм-том ашамауҙы ғәҙәткә индер­һәгеҙ, үҙегеҙҙе еңел хис итә башларһығыҙ, һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәҫ, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң буй-һынығыҙ зифа һәм һығылмалы булыр.
Сәй 700-ҙән ашыу төрлө ҡушылма, витамин, минерал, микро-һәм макроэлемент, антиокси­дант, аҡһым, углевод һәм башҡа файҙалы матдәләрҙән тора. Улар бөтәһе бергә организм­ды комплекслы таҙарта, тонусты күтәрә, шлактарҙан ҡотолдора һәм файҙалы витамин­дар, минералдар менән туҡландыра.


Күңелһеҙ уйҙар борсоһа...

Тормошта йыш ҡына теге йәки был сәбәп менән кәйефе ҡырылған кешегә күңелһеҙ уйҙар тынғы бирмәй. Бындай тороштан ҡотолоу өсөн түбәндәгеләрҙе кәңәш итәбеҙ:

1. Иң башта үҙегеҙҙә бәйләнсек уйҙар барлығын танырға һәм уларҙан ҡотолорға ҡарар ҡылырға кәрәк.
2. Сәләмәтлегегеҙҙе уйлағыҙ һәм йән тыныс­лығы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ.
3. Насар хәлдәрҙе ҡат-ҡат уйлап йәки кешеләргә һөйләп, үҙегеҙҙе ышандырмағыҙ. Һүҙ­ҙең ысынға ашыуы барлығын иҫтән сығармағыҙ.
4. Әлеге халәтегеҙҙең ыңғай яҡтарын табығыҙ һәм шуның тураһында йышыраҡ уйлағыҙ. Мәҫәлән, һеҙҙе эштән бушатҡан осраҡта, әлегә өйҙә ял итеүҙән ҡәнәғәтлек алырға тырышығыҙ.
5. «Нимә булһа ла — яҡшыға!» тигәнде онот­мағыҙ. «Иртәгәһе көндән ҡурҡмағыҙ. Аллаһы Тәғәлә хәҙер үк инде уңда» тигән хәҡиҡәт тә бар.
6. Насар уйҙарға ҡаршы иң яҡшы ҡорал — ул доға. Танылған табип, Нобель премияһы лау­реаты Алексис Каррель былай тигән: «Доға — кешенән нур рәүешендә һарҡыла торған иң көслө энергия. Доғаның көсө Ерҙең тартыу көсөнә тиң. Мин бер нисек тә дауалап булмай тор­ған ауырыу­ҙарҙың үҙҙәре ҡылған доғаның тәьҫире ярҙамында терелгән­дәрен күргәнем бар. Беҙ доға ҡылғанда ғаләмдең икһеҙ-сикһеҙ йәшәү көсө менән элемтәгә керәбеҙ, үҙебеҙҙең йәнде һәм тәнде һауыҡтырабыҙ. Аллаһы Тәғәлә иблистән көслө­рәк. Аллаһҡа мөрәжәғәт итеү яман көстәрҙе ҡыуа, тимәк, насар уйҙарҙан арындыра».


Кем аҡса
туҙҙыра?


Ир-ат, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ аҡсаны күп бөтөрә, уңлы-һуллы исрафлай, тип иҫәпләй. Әммә һис кенә лә улай түгел икән. Ысын­барлыҡтағы хәлде венгр социологтары асыҡлаған. Һөҙөмтә бөтөнләй икенсе бул­ған.

Парфюмерия әйберҙәре. Ир-ат хуш­буйға, лосьонға һәм башҡа шундай кәрәк-яраҡҡа аҡсаны ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда бик аҙға ғына кәмерәк тотона.
Кейем-һалым. Мода мәсьәләһендә ир-ат күпкә һаҡсылыраҡ. Ә, бәлки, уларҙың фан­тазияһы ярлыраҡтыр. Йыл һайын ирҙәр өҫ-башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда 50 про­центҡа аҙыраҡ аҡса тотона.
Иҫерткес эсемлек. Быныһында инде ир-ат башҡа өлкәләрҙәге «артта ҡалыуҙарын» ҡыуып та етә, хатта уҙып та китә. Спиртлы эсемлектәргә уларҙың кеҫә­һенән ҡатын-ҡыҙҙыҡына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк аҡса сыға.
Спорт. Ир-ат спорттың ҡиммәтле төр­ҙәрен ярата. Күнегеү яһау ҡорамал­дарына улар ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк аҡса тотона.
Күңел асыу. Был өлкәлә ҡатын-ҡыҙ һаҡсылыраҡ. Күңел асыуға ир-ат күберәк аҡса түгә.
Һығымта: уртаса килемле ир-ат шәхси кәрәк-ярағы өсөн ҡатын-ҡыҙға ҡара­ғанда күберәк аҡса туҙҙыра.
Тыңлай һәм аңлай белеү

Кешене тыңларға һәм аңларға тырышыу йыш ҡына уңыштың нигеҙен тәшкил итә. Был осраҡта Дейл Карнегиҙың кәңәштәрен белеү зыян итмәҫ. Ул ҡағиҙәләр кешеләр күңеленә юл асыуға ярҙам итә:

1-се ҡағиҙә. Бүтән кешеләр менән ихлас ҡыҙыҡһынығыҙ.
2-се ҡағиҙә. Йылмайығыҙ.
3-сө ҡағиҙә. Шуны ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ: кешенең исеме ҡайһы телдә генә әйтелмәһен, уның өсөн иң мөһим һәм татлы өндәр булып яңғырай.
4-се ҡағиҙә. Яҡшы тыңлаусы булығыҙ. Башҡалар үҙҙәре тураһында һөйләргә теләһә, тыңлау теләге белдерегеҙ.
5-се ҡағиҙә. Әңгәмәсегеҙҙе нимә ҡыҙыҡһындыра, шул турала һөйләгеҙ.
6-сы ҡағиҙә. Әңгәмәсегеҙ һеҙҙең өсөн үҙенең әһәмиәтле икәненә ышанырға тейеш, ә быға инде үҙегеҙҙең ихласлығығыҙ менән генә ышандыра алаһығыҙ.


Тоҙло һыу

l Күҙ ҡабаҡтары ҡыҙарып, шешеп сығыу — аллергия конъюктивиты билдәһе. Был күҙә­телгәндә, шулай уҡ күҙгә сүп кергәндә, күҙҙәр ҡысытҡанда ябай тоҙ иретмәһе (бер стакан һыуға ярты балғалаҡ) ярҙамға килә. Күҙҙәрҙе тоҙло һыу менән бер нисә тапҡыр йыуыуға хәл еңеләйә.
l Тымау тейгәндә танауҙы тоҙло һыу менән сайҡатырға кәңәш ителә. Бының өсөн бер стакан йылымыс һыуға ярты балғалаҡ тоҙ алына. Ошо иретмә менән көнөнә бер нисә тапҡыр танауҙы сайҡатһағыҙ, тымау еңеләйер.
l Быуындар һыҙлаған осраҡта бер стакан йылы һыуҙа бер аш ҡалағы тоҙ иретеп, йөн туҡыманы шуға манып, еңелсә генә һығабыҙ ҙа ауыртҡан урынға ябабыҙ. Артабан поли­этилен менән ҡаплап, йылы шарф урайбыҙ һәм төнгөлөккә шулай ҡалдырабыҙ. Тоҙ бөтә һыҙ­лауҙы үҙенә һура.
l Тамаҡ ауыртҡанда йодланған тоҙ ирет­мәһе ярҙамға килә: бер стакан йылы һыуға ярты балғалаҡ тоҙ алына һәм көнөнә бер нисә тапҡыр тамаҡты сайҡатабыҙ.
l Кис эштән арып ҡайтҡас, аяғығыҙҙы бер ус тоҙ һалынған йылы һыулы тасҡа 20-30 минутҡа тығып ултырһағыҙ, арығанығыҙ бөтөп ҡалыр.
l Шулай уҡ иң ваҡ тоҙҙо ҡаймаҡҡа бутап, салфетка менән биткә һөртөргә мөмкин (скраб урынына). Битегеҙ таҙарып ҡалыр. Һуңынан йылы һыу менән йыуып алығыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Айгиз кемдең ерен үҙләштергән?

Айгиз кемдең ерен үҙләштергән? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Мәшүровтар донъяһын хосусилаштырырға була....

Тотош уҡырға 48

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушан Сәйетовтың һорауы буйынса Туймазы районының Егетәк ауылы...

Тотош уҡырға 14

Подъездар матурланыр

Подъездар матурланыр 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә –...

Тотош уҡырға 22

Сүпте ҡайҙа ташларға?

Сүпте ҡайҙа ташларға? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Ауыл биләмәләренә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һаҡлау урындарын ойоштороу буйынса...

Тотош уҡырға 29

Яңы юл айырсаһы төҙөлә

Яңы юл айырсаһы төҙөлә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Зинин ауылындағы тимер юл өҫтөнән яңы юл айырсаһы төҙөлөшө 2020 йылда башлана....

Тотош уҡырға 23

Яңы йылға бурысһыҙ

Яңы йылға бурысһыҙ 10.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса бурысты яңы йылға тиклем түләүҙе талап итте....

Тотош уҡырға 33

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла 10.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларында яңы йыл ҡаласыҡтары асыла....

Тотош уҡырға 33

Амран Моратшин арабыҙҙан китте...

Амран Моратшин арабыҙҙан китте... 10.12.2018 // Йәмғиәт

43 йыл дауамында Росстандарттың Төбәк бүлексәһен етәкләгән, Рәсәйҙең атҡаҙанған метрологы Амран...

Тотош уҡырға 29

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла...

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла... 10.12.2018 // Йәмғиәт

2014 йылдан алып илдә Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелә. Фронттан тыуған яғына ҡайтырға яҙмаған...

Тотош уҡырға 32

Хас та кинолағы кеүек!

Хас та кинолағы кеүек! 10.12.2018 // Йәмғиәт

Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” уҡыусыларының ярыштары...

Тотош уҡырға 24

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге 10.12.2018 // Йәмғиәт

Саҡмағош районының Йомаш ауылы халҡы Яңы йыл алдынан клублы булды. “Түҙгәнгә түш тейә”, тигәндәй,...

Тотош уҡырға 26

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Йомарт шишәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһына өсөнсө тапҡыр ҡушылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде....

Тотош уҡырға 28