Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беләҙегем-йөҙөгөм...
Беләҙегем-йөҙөгөм... l Ҡиммәтле биҙәүестәрҙе бер ҡасан да интернет-магазиндарҙан, теле-шоптарҙан һатып алмағыҙ.
l Йөҙөк һайлаһағыҙ, уны бармағығыҙға кейегеҙ, һалҡын металдың ҡулығыҙҙа йылыныуын тойоғоҙ. Уның һеҙгә тура килеү-килмәүен уйлағыҙ. Биҙәнеү әйбере матур хистәр генә уятырға тейеш.
l Ҡиммәтле биҙәүестәрҙе тағып йөрөй ҙә белергә кәрәк әле. Нескә балдаҡ-йөҙөктәрҙе һуҡ бармаҡҡа кейегеҙ. Бер бармаҡта ике-өс балдаҡ — зауыҡһыҙлыҡ билдәһе. Ҙур ҡашлы йөҙөктәрҙе урта йәки имән бармаҡҡа кейәләр. Бик ҙур ташлы йәки ваҡ таштар йыйылмаһынан яһалған ҡашлы «хыялый» йөҙөктәр ҙә шул бармаҡтарға кейелә. Бик нәҙек бармаҡлы ҡатын-ҡыҙға ҙур ҡашлы йөҙөк­тәр килешмәй.
lАҫылынып торған оҙон алҡаларҙы оҙон муйынлы ҡатын-ҡыҙға һәм бары тик шыма сәс менән генә тағырға кәңәш ителә. Тулы кәүҙәле булһағыҙ, ҙур, ҡалын биҙәнеү әйберҙәре һәм төймә рәүешендәге алҡалар тағырға мөмкин.
lҠашһыҙ беләҙектәрҙе ҡул суғына төшөрөбөрәк кейәләр. Әгәр беләҙек таштар менән биҙәлгән булһа, ул ҡул буйлап шыуып йөрөмәҫкә тейеш.
lКулонды бер генә төҫлө кейем менән тағырға кәрәк. Ул шулай уҡ асыҡ муйынлы блузаға ла килешеп торасаҡ.

Ҡарабойҙай менән дауалан

Беләҙегем-йөҙөгөм...Төрлө аминокислоталарға, витаминдарға, кальций, фосфор кеүек микроэлементтарға, лимон, алма, ҡуҙғалаҡ кислоталарына, ҡан юлын таҙарта торған рутин матдәһенә бай булған ҡарабойҙайҙы халҡыбыҙ дауалау маҡсатында ла уңышлы файҙалана.

Йүтәлләгәндә йәки ҡурылдайға ҡуйы лайла ул­тырғанда, ҡара­бойҙай сәскәһен сәй кеүек бешереп эсеү фай­ҙа­лы. 2 стакан ҡай­нар һыуға 1 аш ҡала­ғы киптерелгән сәскә һалып ҡай­наталар, һөҙәләр һәм көнөнә 3-4 тапҡыр яртышар стакан эсәләр. Ҡан баҫымы күтәрел­гәндә, склероз, атеросклероз сирҙәренә юлыҡҡанда ошо үҫемлектең япраҡтарынан, сәскәһенән сәй бешереп эсәләр. 1 стакан ҡайнар һыуға 2 балғалаҡ сеймал һалып, 1 минут ҡайнаталар һәм, һауытты төрөп, 15-20 минут төнәтәләр, унан һөҙәләр: бүлеп, көнөнә өс тапҡыр эсәләр.
Аҙ ҡанлылыҡтан интеккәндә, ҡарабойҙай һабағының өҫкө өлөшөн сәй кеүек бешереп эсергә кәрәк. 2 стакан ҡайнаған һыуға 1 аш ҡалағы киптерелгән сәскә һәм япраҡтарын һалып, 45 минут төнәтәләр һәм һөҙәләр.
Ҡарабойҙай япраҡтары эренле яраларҙы ла төҙәтә. Бының өсөн кипкән япраҡтарҙы төйөп, яра өҫтөнә һибергә кәрәк.
Бәрелеп, тәнгә йәки баш мейеһенә, йөрәккә, күҙ ағына ҡан һауғанда, дарыухананан алып, был үҫемлектән һығылған Р витаминын ҡулланырға кәрәк.
Бауыр, йөрәк-ҡан юлдары, нервы системаһы, бөйөр ауырыуҙарына, шәкәр сиренә юлыҡҡан осраҡта ҡарабойҙай ярмаһын һөттә бешереп ашау файҙалы.

Ашағаның һары май...

Беләҙегем-йөҙөгөм...Һыуытҡыс -туңдырғыстар булмағанда, өләсәйҙәр аҡ майҙы иретеп, һары май яһап һаҡлаған. Бындай май һалҡынса урында бер нисә йыл тора, боҙолмай. Бөгөн был ризыҡ өҫтәлдәрҙә күренмәй тиерлек. Ә бит кибет­тәрҙәге сығышы билдәһеҙ төрлө майҙарға ҡарағанда уның файҙаһы күберәк! Бауырһаҡты, сәк-сәкте борон һары майҙа бешергәндәр, сейә, бөрлөгән, ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле, муйыл менән дә эшләгәндәр, һары май ҡоймаҡ ҡойоу, картуф ҡурыу өсөн дә уңайлы, ул тиҙ генә янып-төтөнләнеп китмәй.
Һары май һиндтарҙың өҫтәленән төшмәй. Индус­тар уны «гхи» тип атай һәм ҡояштың ҡайнар кө­сөн туплаған тип һанай. Боронғо ве­да­лар­ҙа һары май менән дауаланыу ысулдары ла күрһәтелә.
Май кислоталары, углеводтар, A, D, Е, РР витамин­дары, анти­ок­си­дант­тарға, калий, кальций, фосфор, натрий, магний, тимергә бай һары май еңел һәм тиҙ үҙләштерелә. Үҙәк нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, хәтерҙе, фекерләү һәләтен яҡшырта. Һары май аш эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу һәләтенә эйә. Самаһын белеп ашағанда, ул холестерин күләмен күтәрмәй, бауырға ла насар тәьҫир итмәй. Зарарлы матдәләрҙән һаҡлай, уларҙы организмдан сығарыуға булышлыҡ итә.
Һары май — тәнде ыуыу өсөн дә яҡшы сара. Ул тирене йомшарта, зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Быуындар һыҙлағанда бер аҙ йылытылған һары майҙы тәнгә ыуырға кәңәш ителә.
Баш өйәнәге яфалаған мәлдә төнгә ҡарай сикәләрҙе, ҡул һәм аяҡтарҙы һары май менән ыуыу ҙа ярҙам итә. Быны аҙна-ун көн дауам итергә кәрәк.
Көҙөн танау эсе кибеп аптыратһа, саҡ ҡына һары май һөртөү йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланырға булышлыҡ итер.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Айгиз кемдең ерен үҙләштергән?

Айгиз кемдең ерен үҙләштергән? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Мәшүровтар донъяһын хосусилаштырырға була....

Тотош уҡырға 0

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушан Сәйетовтың һорауы буйынса Туймазы районының Егетәк ауылы...

Тотош уҡырға 0

Подъездар матурланыр

Подъездар матурланыр 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә –...

Тотош уҡырға 0

Сүпте ҡайҙа ташларға?

Сүпте ҡайҙа ташларға? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Ауыл биләмәләренә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һаҡлау урындарын ойоштороу буйынса...

Тотош уҡырға 0

Яңы юл айырсаһы төҙөлә

Яңы юл айырсаһы төҙөлә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Зинин ауылындағы тимер юл өҫтөнән яңы юл айырсаһы төҙөлөшө 2020 йылда башлана....

Тотош уҡырға 0

Яңы йылға бурысһыҙ

Яңы йылға бурысһыҙ 10.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса бурысты яңы йылға тиклем түләүҙе талап итте....

Тотош уҡырға 0

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла 10.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларында яңы йыл ҡаласыҡтары асыла....

Тотош уҡырға 0

Амран Моратшин арабыҙҙан китте...

Амран Моратшин арабыҙҙан китте... 10.12.2018 // Йәмғиәт

43 йыл дауамында Росстандарттың Төбәк бүлексәһен етәкләгән, Рәсәйҙең атҡаҙанған метрологы Амран...

Тотош уҡырға 4

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла...

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла... 10.12.2018 // Йәмғиәт

2014 йылдан алып илдә Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелә. Фронттан тыуған яғына ҡайтырға яҙмаған...

Тотош уҡырға 26

Хас та кинолағы кеүек!

Хас та кинолағы кеүек! 10.12.2018 // Йәмғиәт

Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” уҡыусыларының ярыштары...

Тотош уҡырға 23

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге 10.12.2018 // Йәмғиәт

Саҡмағош районының Йомаш ауылы халҡы Яңы йыл алдынан клублы булды. “Түҙгәнгә түш тейә”, тигәндәй,...

Тотош уҡырға 25

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Йомарт шишәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһына өсөнсө тапҡыр ҡушылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде....

Тотош уҡырға 25