Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(9 – 15 февраль)
Был аҙнала ысын асылыңды битлек аҫтына йәшереү мөмкин булмаҫ. Яуаплылыҡтан ситләшеү теләге тыуһа ла, үҙегеҙҙең һүҙҙәрегеҙ, ғәмәлдәрегеҙ өсөн яуап бирергә тура килер. Йәшәү көсөнөң бер аҙ кәмегәнен тойорһоғоҙ. Был хәлдән сығыу өсөн күңелегеҙгә яҡын шөғөлгә ваҡыт бүлегеҙ.
ҠУҘЫ (21.03 – 19.04).
Тормоштоң мәғәнәһе тураһында йыш уйлана башларһығыҙ. Был төп эшегеҙгә ҡа­масаулар. Фәлсәфәгә ныҡлы бирел­мә­йенсә, үҙ бурыстарығыҙҙы теүәл үтәргә тырышығыҙ. Яҡын кешеләрегеҙҙең дә һеҙҙең насар кәйефегеҙҙән арыуы ихтимал. Шуға күрә күңелле байрам уҙғарып алыу кәңәш ителә.
БУҒА (20.04 – 20.05).
Барлыҡ ихтыяр көсөн туплап, маҡ­са­ты­ғыҙға ҡарай йүнәлегеҙ. Һеҙҙе туҡ­та­тырға тырышҡандарға иғтибар итмәгеҙ. Юлығыҙҙа ҡаршылыҡтар осраған хәлдә лә артҡа сигенмәү, шул уҡ ваҡытта проблемаларҙы урап уҙмау кәңәш ителә. Был аҙна мөхәббәт тойғоһон белдереү, бығаса ҡыйыулыҡ етмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 – 21.06).
Көн дә бер нәмә менән шөғөл­ләнһәгеҙ, тормошоғоҙҙа һис ни үҙгәрмәҫ, күңелһеҙлек дауам итер. Шуға күрә һәр эшкә ижади ҡарарға тырышығыҙ. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға уйлайһығыҙ икән, авантюраға бармау хәйерле, юғиһә ниәтегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал. Һөйгәнегеҙгә яратыуығыҙҙы әйтеп торорға онотмағыҙ.
ҠЫҪАЛА (22.06 – 22.07).
Һеҙҙең күңелде шикләнеү, көсөгөҙгә ышанмау кеүек тойғолар биләп алыр. Бының менән үҙегеҙҙе лә, янығыҙҙағы кешеләрҙе лә ыҙалатып бөтөрһөгөҙ. Көсөгөҙгә инанмайһығыҙ икән, ниндәйҙер эшкә тотонмай тороуығыҙ хәйерле. Һөйгән кешегеҙгә вәғәҙә бирмәй тороғоҙ, юғиһә аҙаҡ уны үтәй алмауығыҙ һәм ышанысты юғалтыуығыҙ ихтимал.
АРЫҪЛАН (23.07 – 22.08).
Күңелегеҙҙе ауыр тойғолар баҫҡан, ҡу­лығыҙ эшкә бармаған хәлдә лә тыныс ҡа­лыуығыҙ һорала. Себендән дөйә яһап, ыҙғышҡа юл ҡуймағыҙ. Эш менән ғаи­ләне бергә бутамау хәйерле. Яҡын кешегеҙ менән арағыҙҙа килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтың төп сәбәбе – һеҙҙең саманан тыш ваҡсыллыҡ күрһәтеүегеҙ. Йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау маҡсатында ғәфү үтенеү ыңғай һөҙөмтә бирер.
ҠЫҘ (23.08 – 22.09).
Үҙ һүҙегеҙҙе бирмәү, саманан тыш тәкәбберлек бихисап күңелһеҙлек килтерер. Тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итеү күп проб­леманы яйға һалырға ярҙам итәсәк. Йәрегеҙгә буш-юҡтан дәғүә белдермәгеҙ, уны өйрәтергә тырышмағыҙ. Юғиһә һеҙ юл һалған ыҙғыштың оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал.
ҮЛСӘҮ (23.09 – 22.10).
Был аҙнала тормошоғоҙҙа барыһын да үҙгәртергә тырышырһығыҙ. Һөҙөм­тәлә тиҙҙән көтөлгән яҡшы ваҡиғаның юлын ябыуығыҙ ихтимал. Дыуамал ҡа­рар­ҙарҙан һаҡ булыуығыҙ һорала. Әй­тергә теләгәнегеҙҙең барыһын да ярып һалмағыҙ, юғиһә күп нәмәне юғал­тыуығыҙ, урынына бер ни ҙә алмауығыҙ бар. Мөхәббәттә иһә тотороҡлолоҡ көтөлә.
САЯН (23.10 – 21.11).
Көсөгөҙгә ышанысығыҙ бөтөп, үҙаллы фекер йөрөтөргә теләгегеҙҙең юғалыуы ихтимал. Был күңел көсөргәнеше тыу­ҙы­рыр. Һөнәри эштә төшөнкөлөккә бирел­мә­геҙ, ваҡ мәшәҡәттәр һеҙҙе һын­дырыр­ға тейеш түгел. Кире күре­неш­тәргә иғтибар итмәҫкә, донъяның матурлығын күрергә тырышығыҙ.
УҠСЫ (22.11 – 21.12).
Башҡаларҙың етешһеҙлегенән көл­мәгеҙ, холоҡ-фиғелен тикшермәгеҙ, ғәмәлдәрен инҡар итмәгеҙ. Ғәҙелһеҙлек күренештәренә шаһит булған хәлдә лә тыныслыҡ һаҡларға тырышыу мөһим. Һөйгән кешегеҙҙең теләктәрен үтәү хистәрҙе көсәйтеп ебәрер. Был эшкә лә ыңғай йоғонто яһар, кире күренештәрҙе бөтөрөргә ярҙам итер.
ЫЛАҠ (22.12 – 19.01).
Үҙ көсөңә ышанмау осоро артта ҡал­ды. Эшкә яңы дәрт менән тотоноу за­рур. Ижади фекерләүегеҙ, мәсьәләне хәл итеү­ҙең төрлө ысулдарын билдәләүегеҙ лайыҡлы баһаланыр. Тойғоларҙы бу­тамағыҙ. Мөхәббәт тип уйлағанығыҙҙың ғашиҡлыҡ ҡына булыуы ихтимал.
ҺЫУҒОЯР (20.01 – 18.02).
Һеҙҙең хәҙерге маҡсат – лидер булыу, алдан барыу. Икенсе сафҡа ҡалып, талантығыҙҙы юғалтмағыҙ. Шул уҡ ваҡытта авантюраға барыу кәңәш ителмәй. Барыһын да планлаштырырға һәм үлсәп башҡарырға кәрәк. Шул саҡта ғына уңыш ҡаҙанырһығыҙ. Һөйгәнегеҙгә бүләк бирһәгеҙ, мөнәсәбәтегеҙ тағы ла йылыныр.
БАЛЫҠ (19.02 – 20.03).
Үҙегеҙҙе күрһәтергә тырышмағыҙ – абруйығыҙҙы һаҡлағыҙ. Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Әгәр ниҙер килеп сыҡмай икән, һығымта яһап, эшкә яңынан тотоноғоҙ. Һөнәри оҫталығығыҙ лайыҡлы баһаланыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 26

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 28

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 73

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 29

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 26

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 26

Архангел балы тәмле

Архангел балы тәмле 13.12.2018 // Йәмғиәт

Архангел районының “Архангел ҡайнатмалары” (“Архангельские варенья”) йәмғиәте етештергән ризыҡтар...

Тотош уҡырға 32

“Тәгәрмәсле” магазин...

“Тәгәрмәсле” магазин... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында махсус маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе күсмә автомагазин эшләй башланы....

Тотош уҡырға 39

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 570

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 149

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 38

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 36