Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Республика Башлығына нисек мөрәжәғәт итергә?
Башҡортостан Башлығы Рөс­тәм Зәки улы Хәмитовҡа һәм республика Башлығы Хакимиәтенә хат яҙыр алдынан түбәндәге мәғлүмәт менән танышыуығыҙҙы һорайбыҙ.

1. Мөрәжәғәтте почта аша йәки электрон төрҙә ебәрергә мөмкин.
Хатты ебәреү өсөн почта адресы:

450101, Өфө ҡалаһы,
Туҡай урамы, 46.

2. Республика Башлығы Хаки­миәтенә ебәрелгән хаттар Граждандарҙың һәм ойошма­ларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығына тапшырыла.

3. Мөрәжәғәтегеҙ 2006 йылдың 2 майындағы “Рәсәй Фе­дера­цияһы граждандарының мөрәжә­ғәттәрен ҡарау тәртибе ту­ра­һын­да”ғы 59-сы Федераль законға ярашлы ҡарала.

4. Мөрәжәғәтте яҙғанда тексын асыҡ һәм аңлайышлы итеп төҙөргә кәрәк. Был уны эшкәр­теү­ҙе һәм яуап биреүҙе тиҙләтәсәк.

5. Граждандың фамилияһы, исе­ме, атаһының исеме, шу­лай уҡ тулы почта адресы йәки электрон почта адресы күрһәтел­мәгән хаттар ҡарауға ҡабул ител­мәй. Уларҙың иғтибарға алыныуы ғына ихтимал. Бындай мөрәжәғәт­тәргә яуап бирелмәй.

6. Шул да мәғлүм булһын: әҙәп­һеҙ йәки кәмһетеүле һүҙҙәр яҙылған, вазифалы кешенең, уның ғаилә ағзаларының ғүме­ренә, һаулығына һәм мөлкәтенә янаған һөйләмдәрҙән торған хаттар, тексын уҡып булмаҫлыҡ, аныҡ белдереүҙе, ялыуҙы, тәҡ­димде үҙ эсенә алмаған, шулай уҡ республика Башлығына йәки уның Хакимиәтенә тәғәйенлән­мәгән мөрәжәғәттәр ҡабул ителмәй.

7. Электрон мөрәжәғәтте ебә­рер­ҙән алда анкетаны тулты­рырға кәрәк. Уның ҙурлығы 2 000 билдәнән артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ күләме 1 мегабайтҡа тиклемге txt, doc, docx, jpg формат­та­рындағы файлдарҙы беркетергә мөмкин.

8. Сайттағы форманы дөрөҫ тултырып ебәргәндән һуң, үҙе­геҙ күрһәткән электрон почта адресына һылтанма менән хат киләсәк. Уның буйынса мөрәжә­ғәт­те ебәреүегеҙҙе раҫларға кәрәк.

9. Мөрәжәғәтте теркәгәс, хаттың электрон төрҙә ҡарауға ҡабул ителеүе хаҡында белдереү ки­ләсәк.

10. Электрон төрҙә ебәрелгән мөрәжәғәт авторының шәх­си мәғлүмәттәре федераль ҡануниәт талаптарын үтәп һаҡ­лана һәм эшкәртелә.

11.Суд ҡарарҙарына ялыу итеүгә ҡағылған мөрәжә­ғәттәрҙе ебәргәндә шуны иғтибар­ға алыу шарт:
Суд ҡарарҙарын баһалау, ҡайта­нан ҡарау, уларға ялыу итеү йәки дәғүә белдереү Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хаки­миә­те компетенцияһына инмәй. Суд власы органдары үҙаллы һәм закондар сығарыу йәки башҡарма власҡа буйһонмай. Уларҙың ҡа­рар­ҙарына закон менән билдә­лән­гән процессуаль тәртиптә ялыу итергә мөмкин. Ғәмәлдәге ҡануниәт суд эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙы тыя.

12. Дәүләт органдарына мө­рәжәғәт итеү хоҡуғынан насар ниәттә файҙаланыу тыйыла. Ҡануниәттә йәмәғәт мөнә­сәбәттәренең был өлкәһендә яуаплылыҡ билдәләнә. Мөрәжә­ғәттә күрәләтә ялған мәғлүмәт килтергән осраҡта, дәүләт органы, урындағы үҙидара органы йәки вазифалы кеше тарафынан уны ҡарауға бәйле сығымдар суд ҡарарына ярашлы мөрәжәғәтте яҙған граждандан түләтелеүе ихтимал (59-сы Федераль закондың 16-сы статьяһындағы 2-се пункт).

13.Башҡортостан Респуб­ли­каһы Башлығының 2013 йылдың 18 ғинуарындағы Указына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһы власть органда­рының электрон ҡабул итеү бүлмәһе” сайты асылды. Ул Интернет селтәре аша республика­лағы дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарына граждан­дарҙың мөрәжәғәттәрен берҙәм тапшырыуҙы ойоштороу өсөн тәғәйенләнә.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәренә бәйле белешмә алыу өсөн телефон:
+7 (347) 280-81-06.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 26

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 28

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 73

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 29

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 26

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 26

Архангел балы тәмле

Архангел балы тәмле 13.12.2018 // Йәмғиәт

Архангел районының “Архангел ҡайнатмалары” (“Архангельские варенья”) йәмғиәте етештергән ризыҡтар...

Тотош уҡырға 32

“Тәгәрмәсле” магазин...

“Тәгәрмәсле” магазин... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында махсус маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе күсмә автомагазин эшләй башланы....

Тотош уҡырға 39

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 570

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 149

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 38

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 36