Халҡыбыҙҙың тарихын боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуйырға ярамай

28-02-2015, 01:02 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Һуңғы ваҡытта гәзит-журнал биттәрендә, Интернет селтәрендә Башҡортостан тарихының сетерекле проблемалары сағылған айырым китаптарҙа, төрлө йыйынтыҡтарҙа баҫылған мәҡәләләрҙә уйҙырмалар, тарихи ысынбарлыҡты боҙоп күрһәткән фекерҙәр һәм ҡараштар күпләп донъя күрә башланы. Ошо йүнәлештә бигерәк тә археологтар В. Иванов, Г. Обыденнова, тарихсы М. Роднов, журналист А. Шушпанов бик әүҙемләшеп китте.

Халҡыбыҙҙың тарихына битараф булмаған зыялыларыбыҙ беҙгә, тарихсыларға: “Башҡорт­остан­дың та­рихын, халҡыбыҙҙың үткә­нен кире яҡтан ғына күрһәт­кәндәргә ни өсөн тейешле яуап бирмәйһегеҙ? Ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡа­һығыҙмы әллә?” — тигән урынлы дәғүә менән йыш мөрәжәғәт итә. Ошо һорау­ҙарҙы иҫәпкә алып, Нияз Мәжитов, Ғиниәт Ҡунафин, халыҡ тарихы менән ҡыҙыҡһынған билдәле йәмә­ғәт эшмәкәре Әсләм Арыҫланов менән берлектә Башҡортостан тарихына ҡарата булған фекер­ҙәребеҙҙе халыҡҡа еткереү маҡсатынан былтыр 5 декабрҙә редакцияла “Башҡор­тостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙек. Әлбиттә, был һөй­лә­шеүҙе “түңәрәк өҫтәл” тип нарыҡ­лау артығыраҡ та булғандыр. Ни өсөн тигәндә, сарала респуб­лика­быҙҙың күп кенә билдәле тарихсылары ҡатнашманы. Әңгәмәнең баш­ҡортса барыуын иҫәпкә алып, үрҙә телгә алынған беҙгә ҡарата дәғүә белдереүселәр ҙә фекер алышыуға саҡы­рылманы. Беҙ, ошо “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатна­шыусылар, Башҡортостандың, бигерәк тә баш­ҡорт халҡының тарихына кире яҡтан ҡарау­сылар менән төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла осрашырға һәр саҡ әҙер.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһында үткә­рел­гән был осрашыу М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профес­сорҙары В. Иванов һәм Г. Обыденнова­ның ав­торлы­ғында “Ярым “түңәрәк өҫтәл”дең ярым хәҡиҡәте” тип аталған тән­ҡиткә ҡоролған мәҡә­ләлә сағы­лыш тапты. В. Иванов менән Г. Обы­деннова беҙҙең сығыштарҙы бөтөнләй инҡар итеп ташлаған, имеш, беҙ уларҙың ҡатнаш­лығынан тыш үҙ фекерҙәребеҙҙе әйтергә тейеш түгел. Мәсьәләне ошо юҫыҡта ҡуйыу менән һис тә килешеп булмай. Ни өсөн тигәндә, беҙ тәнҡит­ләгән авторҙарҙың башҡорт халҡының тарихына ҡағылған эштәре баҫылып сыҡты, һәм беҙ уларға тейешле баһа биреүҙе кире күренеш тип баһалай алмайбыҙ. Ғөмүмән, уларҙың беҙҙең сығышты “ярым хәҡиҡәт” тип атауы менән килешеүе ҡыйын.
В. Иванов күптән инде үҙ хеҙмәттәрендә Башҡортостандың тарихына ҡарата дөрөҫлөккә тап килмәгән фекерҙәре һәм һығым­талары менән билдәлелек алды. Әйҙәгеҙ, уның “Откуда ты, мой предок?” тигән китабына һәм “АиФ” гәзитендә донъя күргән интервью­һына иғтибар итәйек. Уныңса, имеш, башҡорттар Көньяҡ Уралға, “борондан кеше йәшәгән донъяның иң ситтә ятҡан өлөшөнә бик һуң килеп урынлаша башлай” (IХ–ХIII быуаттар арауығында). В. Иванов бер ниндәй дәлилһеҙ башҡорттарҙың Үҙәк Азия һәм башҡа ҡитғалар менән бәйләнештә булыуын инҡар итә. Уның фекеренсә, дәүләтселек структуралары, ғөмүмән, цивилизация шауҡымы башҡорттарға тәүҙә Ал­тын Урҙа, һуңынан Урыҫ дәүләте тарафынан ғына индерелә башлай. Башҡорттар, авторҙың концепция­һына ярашлы, ярым ҡырағай мәжү­си булған. Иванов әфәнде яҙы­уын­са, хатта ислам дине лә башҡорттар араһына “оло ғазаптар арҡылы” оҙаҡ ваҡыт арауығында индерелгән. Халҡыбыҙҙы мыҫҡыл итеп, беҙҙең ерҙә төҙөлгән Бәндәбикә, Хөсәйен­бәк, Тура-хан кәшәнәләрен үҙенең “риүәйәттә­рендә”, йәнәһе, хан һарайы, суд эштәре баш­ҡа­рыу йорто, хатта төрмә итеп сағылдырған.
Шулай уҡ Иванов әфәнде үрҙә күрһәтелгән һәм башҡа яҙмала­рын­да Көньяҡ Уралда табыл­ған һәм асылған барлыҡ археологик ҡомарт­ҡыларҙы тик һинд-европа, уғыр ҡә­биләләре менән генә бәйләй. Әйтер­гә кәрәк, уның уғыр ҡәбиләлә­ре менән бәйле уйҙырмаларын археологтар Р. Голдина менән В. Напольских 2013 йылдың ноябрендә Сыктывкар ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй халыҡ-ара конференция­һында конкрет факттарға таянып тәнҡитләне: В. Иванов археологик ҡаҙыу эштәре алып барғанда һәм унда табылған материалдарға баһа биргәндә ысынбарлыҡҡа тап килгән күренештәрҙе инҡар итә, карталар төҙөгәндә лә күп кенә тупаҫ хаталар ебәрә. Р. Голдина менән В. Напольских күрһәтеүенсә, Ивановтың күп кенә “фәнни асыштары”, төҙөгән карталары “фантастика өлкәһенә” ҡайтып ҡала, уның эштәрендә методологик тайпылыштарҙың урын алыуына ла иғтибар ителә.
В. Ивановтың Көньяҡ Уралды кешелек донъяһының периферияһы (артта ҡалған төбәге) тип ҡарауы дөрөҫмө? Был һорауға яуап биреү өсөн күптәргә мәғлүм булған ҡайһы бер тарихи ҡомартҡыларҙы күрһә­теп китеү ҙә етә. Шүлгәнташ мәмерйәһенең боронғо таш осорона ҡараған һүрәттәре бар донъяға билдәле. (Шундай уҡ һүрәттәр Франция һәм Испаниялағы мәмерйә­ләрҙә лә табылған). Силәбе археологы Г. Зда­нович асҡан Арҡайым ҡаласығы, беҙҙең архе­оло­гыбыҙ Пшеничнюктың Филиппов ҡурған­дарында тапҡан алтын боландары, яңы эраның икенсе яртыһына ҡараған Өфө II ҡаласығында табылған артефакттар (Н. Мәжитов) — былар барыһы ла Ивановтың уйҙырмаларын фашлай. В. Иванов башҡорт халҡының мәшһүр эпостарын да күрмәмешкә һалыша. Ә “Урал батыр” эпосы һәм башҡа башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомарт­ҡылары башҡорттарҙың борондан уҡ Урта Азия, Иран һәм ғәрәп илдәре менән иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙә тығыҙ бәйләнештә булыуын иҫбатлай.
В. Иванов менән Г. Обыденнова күп томлыҡ башҡорт халҡы тарихының донъя күреүен ҡәнә­ғәтһеҙлек менән ҡаршы алды. Шуға күрә китап­тың I һәм II томдарына үҙҙәренең һәм ситтән йәлеп ителгән археологтарҙың тик ҡоро тәнҡиткә таянған рецензияларын баҫтырып сығарҙылар. Улар әйткәнсә, имеш, “ете томлыҡтың ғилми етәксеһе Ҡол­шәрипов әфәнде үҙенә йөкмәтелгән бурысты — Көньяҡ Уралдағы ерле халыҡтың боронғо һәм урта быуаттарҙағы тарихына хәҙерге заман талабына ярашлы фәнни күҙаллауҙы үтәй алманы”. В. Иванов менән Г. Обыденнова һүҙ ыңғайында Ҡолшәриповты I һәм II томды яҙыуҙа ҡатна­шыусыларҙы үҙҙәренең рецензияларына яуап бирмәүҙә ғәйепләй.
Эш нимәлә һуң? Ивановтың ғилми хеҙмәттәре, үрҙә күрһәтел­гәнсә, башҡорт халҡының тарихын инҡар итеүгә нигеҙләнгән. Шуны ла әйтергә кәрәк: II томдың тәүге авторҙар коллективы араһында уның да исеме бар ине. Ләкин уның яҙып килтергән материалдары ал­дан төҙөлгән баш­ҡорт халҡы тарихының концепцияһына бөтөн­ләй тап килмәне. I һәм II томдарҙы әҙерләүҙә беҙҙән генә түгел, ә күп кенә ситтән саҡырылған абруйлы археологтар, этнологтар, фольклорсылар, тел белгестәре, тарихсылар ҡатнашты. Фән док­торҙары С.Г. Боталов, А.В. Дыбо, О.А. Мудрак, Р.М. Бельвин, А.В. Богачев, И.В. Зайцев, С.Э. Зубов һәм башҡалар йәлеп ителде. Рецензия­ларға килгәндә, I томға Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙмәткәрҙәре С.В. Кузминых менән А.П. Зыкин ыңғай баһа бирҙе. II томды Рәсәй Фәндәр академия­һы­ның мөхбир ағзаһы Н.И. Крадин, тарих фәндәре докторы В.В. Трепавлов баһаланы. Әлбиттә, I–II һәм башҡа томдарҙы ла ал да гөл тип әйтергә теләмәйем. Бындай ҙур, ете томлыҡ хеҙмәттә, әлбиттә, етешһеҙлектәр бар, уларҙы үрҙә телгә алынған һәм башҡа рецензенттар объектив рәүештә күрһәтте. Ә бына В. Иванов менән Г. Обы­деннованың буш һүҙ ҡуйыртырға ҡоролған субъектив тәнҡиттәре һис тә ҡабул итерлек түгел ине. Улар “яңыса ҡараш”, “яңы методология” тип лаф ороп, дөрөҫөн әйткәндә, бер ниндәй ҙә яңылыҡ асманы. Уларҙың “методологияһы” нимәнән торғаны тураһында әйтеп үттем инде.
В. Иванов менән Г. Обыденнова беҙҙең тарих­сыларға Рәсәй империяһында хакимлыҡ иткән батша самодержавиеһын идеаллаштырған, башҡорттарҙы бола сығарыуҙа ғәйепләгән һәм ихтилалдарҙа ҡатнашыусыларҙы ҡараҡ, юлбаҫар тип атаған ”яңы ҡараш” һәм “методология”ны көсләп тағырға маташа. Имеш, башҡорттар ҡаҙнаға аҙ ғына яһаҡ түләп, хан йәйләүендә йәшәгән. Был осраҡта нигеҙле һорау тыуа: ни өсөн ул саҡта “ожмах шарттарында” йәшәгән башҡорттар баш күтәргән, халҡыбыҙҙың иҫәпһеҙ-хисапһыҙ аҫыл ирҙәре һәләк булған? Күрәһең, улар башҡорт халҡының тарихын кәрәкле кимәлдә белмәй. Әгәр тарихты яҡшы белһә­ләр, башҡорт ихтилал­дарының сәбәптәренә иғтибар итерҙәр ине. Шуныһы көн кеүек асыҡ: әгәр улар Башҡортостан тарихын үҙ ҡулдарына алһа, беҙҙең республиканың барлыҡҡа килеүе, ғөмүмән, башҡорт халҡының тарихы бөтөнләй юҡҡа сығары­ласаҡ, фальсификацияға дусар ителәсәк. Ә беҙ быға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ.
Бындай һығымта яһауға улар тарафынан яҙылған “Уфаведение” уҡыу әсбабы нигеҙ бирә. VIII-IX класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән был китаптың өстән бер өлөшөн В. Ивановтың археологияға бәйле ҡараштарына нигеҙләнгән һығымталары тәшкил итә. Өфө биләмәһендә табылған бөтә археологик ҡомартҡылар иң боронғо замандан алып ХIII-ХIV быуаттарға тиклем тик һинд-европа һәм уғыр сығышлы ҡә­үемдәргә бәйләнелә. Имеш, башҡорттар был тирә­ләргә ХIII-ХIV быуатта ғына килгән. Баш­ҡорттарҙың ҡәлғә-ҡалалары булыуы бөтөнләй инҡар ителә. Ғәрәп ғалимы Әл-Идрисиҙең, Көнбайыш Европа географы Г. Меркаторҙың яҙмалары бөтөнләй иҫәпкә алынмай.
“Уфаведение” әсбабында авторҙар ни өсөндөр Өфө ҡалаһында йәшәүселәрҙең һаны тураһында мәғлүмәт бирмәгән. Китаптың 141-се битендә генә Өфө дворяндарының ҡала халҡының нисә процентын тәшкил итеүе күрһәтелгән (1861, 1864, 1897 йылдар). 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдары бирелмәгән. Форсаттан файҙа­ланып, шуны әйтергә кәрәк: тарихсы М. Роднов 1917 йылға тиклем Өфөлә башҡорттар бөтөнләй йәшәмәгән, унда тик урыҫтар һәм татарҙар ғына булған тип иҫбат итергә маташа (АиФ, 20.11.2014). Ә бит 1897 йылғы иҫәп алыу буйынса Өфөлә 3151 башҡорт һәм 2524 татар йәшәгән (Первая всеобщая перепись населения. 1897. т. ХlV. Уфимская губерния. Тетрадь 2. 1904. с. 7).
В. Иванов, Г. Обыденнова, М. Роднов “яңы концепция нигеҙендә үҙҙәренең “Бәләкәй Ватан тарихын” – “Откуда есть и пошла башкирская земля” тигән яңы китап яҙырға тотоноуҙарын иғлан иткән ине (“Вечерняя Уфа”, 2014 йыл, 10 октябрь). Был хеҙмәт донъя күрһә, уның ниндәй буласағын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Ҡыҙғаныс, һуңғы йылдарҙа республикаға, баш­ҡорт халҡына ҡаршы яҙылған мәҡәләләр һәм китаптарҙың әленән-әле баҫылып сығыуы йәмәғәтселектә ҙур борсолоу тыуҙыра.

Марат ҠОЛШӘРИПОВ,
тарих фәндәре докторы, профессор.