Башҡорт теленең өс тағаны

28-02-2015, 01:02 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
(Аҡъюл, “Ҡыуаҡан ҡойроғо” ҡасан ҡырҡылыр?”,
2014 йыл, 6 сентябрь)
Шулай итеп, яңы әлифба буйынса I Бөтә Башҡортостан конференцияһы һәм партия өлкә комитетының йомғаҡтары буйынса ҡарары әҙәби тел тирәһендә барған бәхәстең һуңғы этабы була, тип әйтергә мөмкин. Уның артабан ҡуйырып китеүенә республикала яңы төрки алфавитына күсеү хәрәкәтенең көсәйеүе ҡамасаулаған булырға тейештер. 1928 – 1929 йылдарҙа уҡ уны уҡыу йорттарына индерә башлау бурысы ҡуйылғайны. Өҫтәүенә Х. Ҡушаевтың Мәскәүгә эшкә күсерелеүе лә Ҡыуаҡан һөйләше яҡлылар, иң элек Академүҙәк өсөн көтөлмәгән хәл булмай ҡалмағандыр. Хәҙер уларға әҙәби телдә үҙ шиүәһенең күплек ялғауҙарын һаҡлап алып ҡала алыуы менән ҡәнәғәтләнергә генә ҡала ине. Был йәһәттән яңы алфавитҡа күсеү улар файҙаһына булып сыҡты. Әҙәби тел ҡағиҙәләрендә Ҡыуаҡан һөйләше компонентының да үҙ урынын табыуы уны бүтән һөйләштәргә тиңләй, улар менән бер итә, киләсәккә ышанысын нығыта ине. Ғәмәлдә шулай булып сыҡты ла. Ҡыуаҡан һөйләше Юрматы һөйләше менән бер дәрәжәлә әҙәби телдә үҙ урынын алды, уның айырылғыһыҙ өлөшө булып танылды.

Яҙмышты бер һүҙ хәл итә

Әлбиттә, юрматысылар менән ҡыуаҡансылар араһындағы үҙ ваҡытындағы бәхәсте үткәнгә генә ҡайтарып ҡалдырырға ла мөмкиндер. Тик бәхәстең Ҡыуаҡан һөйләшенә бәйле тарихҡа инеп ҡалыуы үҙе үк сәйер, сөнки унда Ҡыуаҡан һөйләше Юрматы һөйләшенә тиң күреп һүҙ алып барыла. Әммә Юрматы һөйләше үҙаллы ырыу теле булһа, Ҡыуаҡан һөйләшенә ҡарата быны әйтеүе ауыр. Ул Р. Кузеевтың “Башҡорт шәжәрәләре” китабына ингән ырыуҙар исемлегендә бөтөнләй күренмәһә, Р. Янғужиндың “Башҡорт ырыуҙары” (1998 йыл) китабында ла ике-өс һөйләм менән генә телгә алына, табындар ҡәбиләһенә ҡара­ған алты нәҫелдең береһе итеп күрһәтелә. Шулай уҡ Р. Кузеевтың “Происхождение башкирского народа” (1974 йыл) һәм “Историческая этнография башкирского народа” (1978 йыл) китаптарында ла ул табындарға ҡараған алты ырыуҙың береһе рәүешендә телгә алып кителә. Н. Мәжитов һәм Ә. Солта­нованың “История Башкортостана с древнейших времен до ХVI века” (1994 йыл) һәм “История Баш­корт­ос­тана. Древность. Средневековье” (2009 йыл) исемле китаптарында ла ҡыуаҡандарға бәйле бер тапҡыр ҙа һүҙ ҡуҙғатылмай.
Ошо урында Әхмәтзәки Вәли­диҙең уйғыр теле, яҙыуы һәм сығатай әҙәби теле, әҙәбиәте тарихын күҙаллап, уларҙың заманында төркиҙәр донъя­һында киң танылыуын һәм киң таралыуын кеше факторына бәйле ҡарауын иҫкә төшөрөп үтеү артыҡ булмаҫтыр. Башҡорттар ҙа туған телендә яҙыуға күскәндә, шундай уҡ факторҙың йоғонтоһон кисермәнеме икән?! Булмаһа, йәнә әҙәби тел мәсьәләһе буйынса партия өлкә комитеты тарафынан 1923 йылдың 12 декабрендә уҙғарылған кәңәшмәгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Был башҡорттарҙың әҙәби тел мәсьәләһенең уларҙың үҙаллы милли дәүләте мәнфәғәте күҙлегенән тәү тапҡыр шундай юғары кимәлдәге һөйләшеүгә сығарылыуы ине. Ул башҡорт телен дәүләт теле булараҡ әҙәби тел аша тормошҡа ашырыу мәсьәләһенә ҡайтып ҡалды. Ҡыуаҡан һөйләше ошо кәңәшмәлә тәү тапҡыр телгә алына ла инде. Унда был һөйләште беренсе булып БашЦИК Президиумы рәйесе Х. Ҡушаев телгә ала. Ул Академүҙәккә һылтанып, Ҡыуаҡан һөйләшенең төп башҡорт теле икәнлеген раҫлай һәм уның әҙәби телгә нигеҙ итеп алынырға тейешлеген билдәләй.
Академүҙәк кәңәшмә артынса уҡ 17 декабрҙә уҙғарылған ултырышында Ҡыуаҡан һөйләшенә бәйле махсус ҡарар ҡабул итә һәм уны “төп башҡорт теле” тип нығытып ҡуя, шул нигеҙҙә артабан “ҡыуаҡан” һүҙен “төп башҡорт теле” төшөнсәһе менән алмаштырып йөрөтөргә тейешлеге хаҡында күрһәтмә бирә. Шулай итеп, Академүҙәктең был “тарихи” ҡарарының яңы әлифба буйынса I Бөтә Башҡортостан конференцияһының Ҡыуаҡан һөй­лә­шенә бәйле ҡабул иткән ҡарарынан килеп сыға икәнлеген күрмәү мөмкин түгел. Шулай уҡ әҙәби тел тарихы өсөн был ике мөһим дәлил артында бер үк фактор, йәғни кеше факторы, торғанлығын танымау хаҡ булмаҫ ине. Ошолай партия өлкә комитеты башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, әҙәби тел нормалары аша тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса уҙғарған ултырышта Баш­ҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы рәйесенең, образлы итеп әйткәндә, ауыҙынан сыҡҡан бер һүҙ әҙәби тел яҙмышын хәл итә. Артабан Ҡыуаҡан һөйләше компоненты уның төп үҙенсәлегенә әүерелә.
Әле бары шуны ғына өҫтәп ҡуйырға ҡала: бөгөнгө әҙәби телдең төп үҙенсәлеге булған күплек аффикстары йәки дүрт бөгөлөш үҙ ваҡытында Ҡыуаҡан шиүәһе “байрағы” аҫтында әҙәби телдең айырылғыһыҙ компонентына әүерелһә лә, ҡыуа­ҡандар үҙаллы айырым субъект булараҡ тарих ағышында Юрматы, Үҫәргән, Ҡыпсаҡ һәм бүтән ырыуҙарҙай тәрән эҙ ҡалдыра алмаған кеүек, башҡорт халҡы тарихына арналған хеҙ­мәттәрҙә лә үҙенә урын таба алманы. Тик әҙәби тел тарихында ғына, күреүебеҙсә, төп герой ролен уйнауын дауам итә. Шул сәбәпле уҙған быуаттың утыҙынсы йыл башында яңы әлифбаға күсеү һәм шуға бәйле наҙанлыҡты бөтөрөү хәрәкәте әҙәби тел тирә­һендәге бәхәсте баҫтырып ҡалдырғандай булһа ла, ул быҫҡып ятҡан булып сыҡты. Бер көн килеп, 1937 йылда дөрләп янып китә ул. Шулай ҙа был бер нисә йыл алда үҙен һиҙҙерә биреп ҡуйған була.
Бындай хәл 1933 йылда Башҡорт ғилми-тикшеренеү институтында орфография буйынса уҙғарылған кәңәшмәгә бәйле ҡалҡып сыға. Шул уңай менән башҡорт теле орфографияһының 1930 йылдың 17 июнендә ҡабул ителгән күләмле генә варианты ла тәнҡитләнә, уны төҙөүселәр уға үҙгәрештәр индерергә теләмәүҙә, мәңге шулай һаҡлап ҡалырға тырышыуҙа ғәйепләнә. Айырым алғанда, хат авторы үҙенең дүрт бөгөлөш аффиксын күҙ уңында тотоуын күрһәтә. Ул быны мәҙәниәт өлкәһендәге милли тайпылыш тип баһалай. 1937 йылда иһә был рәсми рәүештә сәйәси төҫ алып, милләтселектә ғәйепләү менән барып бөтә. Шулай итеп, билдәле телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшиндың ғүмере өҙөлә. Ул НКВД органдары тарафынан күплек ялғауҙарының дүрт формала йөрөтөлөүе норма булған Ҡыуаҡан һөйләшенең әҙәби телгә нигеҙ итеп алыныуында ғәйепләнә. Йәнәһе, был – башҡорт халҡының аҙ ғына өлөшө (Арғаяш, Белорет кантондары һәм Йылайыр кантонының бер өлөшө) ҡулланған тел, артта ҡалған һөйләш. Шуның менән, йәнәһе, ғалим башҡорт халҡының иң ҙур өлөшө һөйләшкән телгә аяҡ сала, шулай итеп, башҡорттарҙың советлашыуына ауырлыҡ тыуҙыра.
Сирек быуаттан һуң Ҡыуаҡан һөйләшенә бәйле әҙәби тел мәсьәләһе тел ғилеме йәһәтенән дә үҙенең яңынан ҡуҙғатылыуын таба. Билдәле телсе Таһир Байышев 1959 йылда Мәскәүгә ебәргән хатында: “…Башҡорт теленең айырым диалектында һөйләшкән был башҡорттарҙы (төньяҡ-көнба­йыш­та йәшәүсе. – З.Н.) һанға һуҡманылар, башҡорт милли мәҙәниәтенә ылыҡтырырға теләмәнеләр, татарлашҡанһығыҙ, тип ситкә этәрҙеләр. Был бик күп зыян килтерҙе һәм һаман да еңеп сыға алмайбыҙ” (“Ағиҙел”, 1993 йыл, № 3), – тип яҙҙы.
Яңы әлифба буйынса I Бөтә Башҡортостан конференцияһы алдынан “Белем” журналында баҫылған (1927 йыл, № 7-8, № 9-10) бер мәҡәләнән алынған түбәндәге юлдар ғалимдың фекерен асыҡлай төшә: “Бер аҙ татарлашҡан башҡорттар шул дүрт төрлө (тар-тәр, ҙар-ҙәр, дар-дәр, лар-ләр) ялғау урынына һәр ваҡыт ҡалын һүҙҙәргә ”-лар”, нәҙек һүҙҙәргә “-ләр” ҡушып һөйләшә. Бына был төп башҡорт теле менән бер аҙ татарлашҡан башҡорт теле араһында булған фактик айырмалыр”. Аңлашылыуынса, Академүҙәктең үҙ ва­ҡытында Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” итеп күтәреүе лә шундай уҡ тезисҡа ҡайтып ҡалды ла. Шул сәбәпле ул Юрматы һөйләшенең айырым компоненттарын әҙәби тел нормаһы итеп алмай булдыра алмаған хәлдә лә, күплек аффикста­рының дүрт төрөн һаҡлап ҡалыу өсөн барыһына ла әҙер ине. Шуға күрә уның төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорттары телен һанға һуҡмауы аңлашыла, әлбиттә. Был үҙ нәүбәтендә тел ғилемендә сағылышын табып, уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағына ҡәҙәр башҡорт телендә ике генә – көнсығыш һәм көнбайыш – диалект бар тигән ҡараштың өҫтөнлөк итеүенә сәбәпсе булды.
Тәжрибәле ғалим Т. Байышевтың бынан сирек быуат элек Мәскәүгә яҙған хаты республика етәкселегендә яҡлау таба алған осраҡта башҡорт теленә дәүләт статусын тормошҡа ашырыу күпкә еңелгә тура килер ине, тип уйларға кәрәк, сөнки төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенең үҙал­лы башҡорт диалекты итеп танылыуы ғәмәлдә уларҙың этник сығышын рәсми рәүештә таныуға тиң ине. Көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарына ҡараған башҡорт һөйләштәре башҡорттарының үҙен шул һөйләш башҡорто итеп тойған кеүек, төньяҡ-көнбайыш һөйләш башҡорттарында ла үҙен үҙ һөйләше башҡорто итеп таныу аңы нығыныр ине.
Үкенескә ҡаршы, Т. Байышевтың Мәскәүгә яҙған хаты партия өлкә комитетында уҙғарылған кә­ңәшмәлә теләктәшлек таба алмау ғына түгел, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты булыу мөмкинлеге үҙе кире ҡағылды. Ә әҙәби тел тарихы ошо хатҡа таянып үҙенә төҙәтмә ин­де­релеүен көтә ине. Бының өсөн уның иң элек республика етәкселеге юғарылығында танылыуы кәрәк булды. Ә етәксе органдар быға әҙер булмай сыҡты. Уларҙы әҙәби телдәге күплек аффикстары нормаһының татар теленә яҡынлығы һағайтты. Ғәмәлдә иһә эш танылған ғалим Таһир Байышевҡа һағайып ҡарау менән барып бөттө. Әҙәби тел мәсьәләһе йәнә уҙған быуаттың 20-се йылдарын­да­ғыса ҡуйылыуына әйләнеп ҡайтып, “ҡыуаҡан ҡой­роғо”н тағы бер тапҡыр нығытып ҡуйҙы.


Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы.


(Дауамы. Башы 35–36-сы һандарҙа).