Хәтеребеҙҙә мәңге һаҡларбыҙ

28-02-2015, 01:05 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Хәтеребеҙҙә мәңге һаҡларбыҙ Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Нурфәйез Муса улы Баһауетдинов фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсте.
Ул 1952 йылда Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылында тыуа. Мәктәпте тамам­лағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия инсти­туты­ның физика-математика факультетына уҡырға инә. Бында ул үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтә, уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Диплом алып, тыуған районындағы Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә бер аҙ эшләгәс, Нур­фәйез Муса улын мәғариф бүлегенә инспектор итеп ҡуялар. 1988 йылда иһә райондың мәғариф бүлеген етәкләргә тәҡдим итәләр. Иң беренсе маҡсаты итеп мәктәптәрҙә һәм балалар баҡса­ларында яҡшы шарттар булдырыу талабын ҡуя Нурфәйез Муса улы. Әлбиттә, уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын күтәреүгә лә күп көс һала. Стәрлебаштар тәжрибәһен уртаҡлашыу маҡса­тында район мәктәп­тәрендә республика кимәлендәге кәңәшмәләр уҙғарыла.
15 йылдан ашыу ошо яуаплы һәм тынғыһыҙ вазифаны баш­ҡарғандан һуң, Нурфәйез Муса улы сәләмәтлеге торошо буйынса башҡа эшкә – почтамтҡа етәксе итеп күсерелә. Күп тә үтмәй, уны район Советы секретары итеп һайлап ҡуялар. Тиҙҙән төбәктең яңы етәкселеге Нурфәйез Муса улын коррекция мәктәп-интернатына директор итеп тәғәйенләргә ҡарар итә.
2009 йылда Баһауетдиновтар ғаиләһе Өфөгә күсә. Бында Нурфәйез Муса улына 2-се башҡорт лицейы директоры вази­фаһын ышанып тапшыралар. Ул лицейҙы баш ҡаланың алдынғы уҡыу йорттары исемлегенә индереүгә күп көс һала.
Ваҡыты, һаулығы торошо менән иҫәпләшмәй, гел халыҡҡа хеҙмәт итеүҙе өҫтөн ҡуйған остазыбыз, хеҙмәттәшебеҙ арабыҙҙан ваҡытһыҙ китте. Уның тураһында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең кү­ңелдә мәңге һаҡланыр.
Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге.