Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет ерҙән сыҡмаҫ, тирҙән сығыр Зыя Нуриев: ҙур шәхестең оло яҙмышы
Бәхет ерҙән сыҡмаҫ, тирҙән сығыр Зыя Нуриев: ҙур шәхестең оло яҙмышы Ҡырҙа, бигерәк тә көн ел-ямғырлы торғанда, ҡаҙан аҫырлыҡ ут тоҡандырыу өсөн дә таһыл кәрәк. Ғарифулла олатайым тәүҙә өйөп кенә нәҙек ҡыу ботаҡтарҙы һала, сыбыҡ араһына таҫмалай ғына туҙ ҡыҫтыра һәм эрерәк ағастарҙы өҫтән ҡыуыш итеп һөйәй. Ошолай ипләнгән усаҡ бер шырпынан уҡ дөрләп янып китә.

Йорттары йәшеллек даръяһында аҡ пароходтар булып йөҙгән әүәлге Өфөнө мин, йәшлек йылдарын хәтерҙә тош-тош яңыртҡан һымаҡ, әйләнеп ҡайтмаҫтай хыял итеп күҙ алдына килтерәм. Ҡояш баш ҡаланы һәр иртә балҡып уятмай, эңер төшөүгә моңһоу ғына йылмайып оҙатмай ҡалмай. Вазифа бурысын шулай үтәгәндер. Ул кискә һарҡыуға, бихисап урамдарҙағы ығы-зығы ла һүрелеп, Ағиҙел тулҡындарының яр таштарына сәлә­ме асығыраҡ ишетелә башлай. Ғүмер буйы Өфөлә йәшәгәндәр ҙә, минең ише килеп-китеп йөрөгәндәр ҙә тыныс тәбиғәтле, яҡты йөҙлө ҡаланың бер мәл сәбәләнеп ҡайҙалыр сапҡан кешеләр иләүенә, йөҙҙәрсә мең автомашина йыйылған мәхшәргә, тотош бер сау­ҙа һәм кәйеф-сафа йортона әүерелеүен уйына ла килтермәгәндәр. Ваҡыт иһә үтә, ҡыҫа, емерә килә. Донъяла иң матур тип ышанып йөрөгән һөйөклө ҡалабыҙҙың тыш­ҡы ҡиәфәте лә танығыһыҙ булып үҙгәрҙе, үҙебеҙ ҙә инде бүтән. Юғалтыуҙарыбыҙҙы һәм нимәләргә юлығыуыбыҙҙы ниндәй аршындар менән үлсәргә лә ҡайһы бизмәндәргә һалырға икән? Үрге сауҙа майҙанында йәйен-ҡышын туңдырма өләшеп торған Миша бабай ҙа, йүгереп кенә инеп хуш еҫле эсемлек һәм эҫе пончик менән һыйланып сығыр ҡунаҡсыл ҡәһүәханалар ҙа хәҙер юҡ инде.
Иртәнге ҡала һәр даим йыйыштырылған урамдар менән ҡаршы ала, ә скверҙарҙың мәрмәр кәртәләрен хәстәрлекле ҡулдар еүеш сепрәк менән һыпырып сыҡҡан. Өфө сәбә­ләнмәй генә, клаксондар тауышынан ҡаңғыр­май эшкә тотона. Министрҙар Советы, Сәнә­ғәт йорто һәм “Башнефть”тең олпат биналары, партия өлкә комитеты урынлашып, серле тынлыҡ һаҡлаған матур йорт эргә­һенән үтергә тура килһә, ошо тәҙрәләр артында нимә эшләнгәнен белеү, кешеләрен күреп ҡалыу теләге тыуа. Ҙур байрамдар ваҡытында демонстранттар араһында этелә-төртөлә үткән мәлдә, әлбиттә, бейек мөн­бәр­ҙән ара-тирә ҡул болғап торған ағай­ҙарҙың кем булыуы тураһында уйланмайһың. Ә унда – республиканың иң юғары етәкселәре һәм уларҙан да өҫтәрәк – Аллаһу Тәғәлә үҙе генә.
Улай тиһәң... Комсомолға инергә әҙерлән­гәндә үк, мәҫәлән, һәр ҡайһыбыҙ республи­каның баш түрәләренең исем-шәрифен, биләгән вазифаһын белергә тейеш ине. Был ғәмәлдә мин күҙ буяу ҙа, ярамһаҡланыу ҙа күрмәйем. Ошоноң менән өл­кән­дәр, үҙҙә­рен­сә, беҙҙең иләҫ-миләҫ аңға дәү­ләткә, уның хакими институттарына яҡынайыуыбыҙға ишара яһағандыр. “Һеҙҙе үҙегеҙҙән түбәндә­ге­ләр хөрмәт итһен өсөн, юғарылағыларға ҡарата ихтирамлы булығыҙ”. Быны бөйөк француз Гюстав Флобер әйткән.
Үҙенең көтөлмәгәнлеге менән шаңҡытып, хәтерҙә мәңгегә нығынып ҡалған һәм йылдар үтә килә уның әһәмиәтен, мәғәнәһен яңыртып баһалаған мәлдәр була. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында, Башҡорт дәүләт университетының тәүге курстарында уҡып йөрөгәндә, Хөкүмәт йортон Совет урамы яғы­нан урап үтәм тип, буйсан да, тулы ла кәү­ҙәле ағайға саҡ килеп бәрелмәнем. Уны та­ныным инде, тайшанып өлгөрҙөм, ярай ҙа иҫәнләшергә аҡыл етте. Зыя Нурый улы, ми­неңсә, яуап итеп баш ҡаҡты шикелле. Йәнә дүрт-биш йыл үтеүгә партия өлкә коми­тетының беренсе секретары Нуриев әлеге асыҡ ауыҙ егетте район гәзите мөхәррире итеп раҫланы.
Түрәләр мөхитендә үҫкән, йәштән үк шу­лар менән аралашҡан кемгәлер әлеге “ай күрҙе, ҡояш алды” кеүек мәлдәр эҙһеҙ үтә­лер. Әммә хакимлыҡ тупһаларының ҡайҙан башланыуын күҙ алдына килтермәгән минең кеүек йәш кеше өсөн хатта шундай секундтар һәм минуттар ҙа мөһим ине. Йылдар үтә килә миңә республиканың иң юғары етәкселәре – Ф.З. Зағафуранов, З.Ш. Аҡназаров, М.З. Шакиров, Ф.В. Солтанов, Т.И. Ахунйәнов, С.М. Веселов, Р.С. Баҡыев, М.П. Мирғәзәмов, М.А. Зайцев, Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫар­ҙа­ры, министрҙар менән танышыу һәм тығыҙ аралашыу насип булды. Уларҙың һәр береһе йөрәгемдә, хәтеремдә эҙ ҡалдырҙы. Ғорурла­нырлыҡ эҙ.
lҺүҙ ыңғайында.
Терһәкле санаға йә күкрәкле арбаға, мәҫәлән, бесән тейәүҙең үҙ тәртибе бар. Олатайым ике һәнәк бесәнде тәүҙә сананың ике терһәгенә һала, өсөнсөһө менән уларҙы нығыта. Шулай эҙмә-эҙлекле тәртип менән тейәлгән бесән ыҡсым да була, шыуып та төшмәй.
Тәҡдир ҡушҡаны шулдыр: ваҡытһыҙ за­ман­дарҙан бирле башҡорт этносының күп­селек өлөшө, “тәбиғәт балалары” булып, ауыл ерендә көн иткән. Урбани­зацияланыу­ҙың уларға ҡағылып ҡына үтеүендә кәм­се­лектәр бар, әлбиттә. Өҫтөнлөктәр ҙә юҡ тү­гел. Үҫмерҙәр ауыл мәктәптәрендә, ҡала­лағылар менән сағыштырғанда, мәғлүмәтте алып еткермәһә лә, был ауыл балаларының уғата тырышлығы һәм яуаплы булыуы менән ҡаплана. Эшкә ихласлыҡ һәм тормошта алдан кемдер юл ярмаясағын белеп тороу уларҙы йыш ҡына хакимлыҡтың иң юғары баҫҡыстарына күтәрә. Фекерҙәрем тулыһын­са Зыя Нурый улы Нуриевтың шәхесенә лә ҡағылалыр тип уйлайым. Теләһәң-теләмәһәң дә, штампҡа ихтыяр биреп һөйләшкәндә, әҙәм балаһын яҡыныраҡ беләйем һәм баһа бирәйем тиһәң, уның атайсалына барып ҡай­тырға кәрәк, тиҙәр. Журналистикалағы оҙай­лы ғүмерем эсендә миңә Бөрө яҡтарына юл хәтһеҙ генә төшкөләне. Өфө менән Бөрө араһы – бер тынала йүгереп бараһы бит ин­де. Ағиҙел, һырышҡаҡ ҡунаҡ һымаҡ, район биләмәләрендә уңға-һулға борғоланып йө­рөй-йөрөй ҙә, дуғаһын текә бөгөп, Дүртөйлөгә ҡарай әйләнә. Нәҡ ошо бөгөлдә, уң яҡ ярҙа, Үрге Ласынтау ауылын табырһығыҙ. Эргә­лә­рәк Түбәнге Ласынтау ҙа бар. Тарихсыларҙың раҫлауына ышанғанда, Үрге Ласынтауға нигеҙҙе хәҙерге Кушнаренко районындағы Ҡарасайылға ауылынан айырылып сыҡҡан күсмәнделәр һалған, имеш. Осраҡлы хәл генәлер, иллә Үрге Ласынтау Башҡортос­тан­ға З.Н. Нуриевты үҫтереп бирһә, партияның йәнә бер беренсе секретары – М.З. Шакиров­тың шәжәрә осон Ҡарасайылға ауылында эҙләргә кәрәк. Икеһе лә – Социалистик Хеҙ­мәт Геройы, Союз кимәлендәге етәкселәр.
Ҡыҙыҡһына торған кеше өсөн Зыя Нуриев тыуып үҫкән ерҙәр – тарих һәм хәтер хази­наһының үҙе. Терәк пункт-ҡәлғә рәүешендә Бөрө ХVIII быуаттың урталарында уҡ хасил булғас, ул үҙе лә, тирә-яғы ла аҡрынлап тәүге сәнәғәт предприятиелары, кустарсылыҡ һәм һөнәрселек, халыҡ мәғарифы һәм дини мәҙә­ниәттең барлыҡҡа килеү үҙәгенә әүерелгән. Әйткәндәй, Үрге Ласынтауҙа әүәлге сауҙагәр ихаталарының бер нисә бинаһы әлегәсә һаҡланып ҡалған. Ә инде Бөрө районының тәбиғәте, уның хозурлығы һәм хазиналары тураһында, әлбиттә, рәхәтләнеп бүтән ва­ҡытта һөйләшергә ине. Бында һиңә халыҡ “үле Иҙел” тип йөрөткән бихисап күлдәр ҙә, минераль һыу сығанаҡтары ла, борондан һаҡланып ҡалған ҡарағайлыҡтар ҙа, эрбет менән ҡарағастар ҙа. Ҡорамдар һәм иҫке усадьбалар, элекке замандағы сәнәғәт етеш­тереү ҡоролмалары, архитектура ҡомарт­ҡылары...
lҺүҙ ыңғайында.
Олатайым яҙ сыҡҡас уҡ табанын бөгөп ҡуя ла, йәй эсендә бер-ике сана ҡарамалап ала торғайны. “Ҡарамалап” тигәс тә, беҙҙең яҡта уның өсөн бешекләнгән муйыл да ярап ҡала. Тояҡтарын уратып алып, үрәсәләр ярҙамында тоташтырһаң, йөк санаһына үлем тейәһе түгел.

Әгәр мин, Башҡортостан һәм ил тарихы­ның Нуриев осорона ҡағылышлы сәхифә­ләренән ошо яҙмаларға һандар, проценттар, факттарҙы күсерә башлаһам, улар ҡыҙыҡлы булыр инеме икән? Ҡыҙыҡһыныу уғата көслө булһа, уҡыусыға Башҡортостан тарихын йәки Зыя Нуриев ағайҙың “От аула до Кремля” тигән китабын тәҡдим итергә мөмкин.
Бер генә кеше лә, һәр хәлдә, беҙҙең илдә, хакимлыҡты ата-әсәһенән мираҫ итеп алмай. Хоҙай үҙенең һөймәлекле әҙәм балаларына һәләтлелекте тигеҙ өләшә. Ул тәбиғи һәләт­лелек – уңышлы хеҙмәт юлына баҫыу өсөн асҡыс ҡына. Зыя Нури улының тәр­жемәи хәлендәге йылдарҙы, биләгән вазифаларын йыш иләктән үткәреп, әүҙем эшләгән осо­рондағы социаль-сәйәси хәл, хужалыҡ бурыс­тары, халыҡ ихтыяждары менән бер итеп ҡараһаң, “уға ана ниндәй шарттар тыуҙы­рылған” тип һөрәнләрлек сәбәп тапмайһың. Мәғариф юлынан китһә, Зыя ағай ҙур ғалим-педагог йә министр булыр ине. Был йүнә­леш­тә, педагог-теоретик­тарҙан бигерәк, хә­ҙерге­сә әйткәндә, менеджерҙар, йәғни ойоштороусы хужалар кәрәк. Нуриевтың асылып етмәгән мөмкинлектәрен күрә алған зирәктәр булған һәм ҡайҙа ипле һүҙ менән, заруры булғанда партия дисциплинаһына һылтанып, уны күтәрмәләп торған.
Тәртип, аңлы буйһона белеү – әлбиттә, уңышҡа илтә торған факторҙар, әммә улар һинең йөрәгеңдә һәм намыҫыңда йәшәргә тейеш. Ифрат ауыр хәлдә булған Ҡыйғы ра­йонында эшләп, уны йәнләндерә алғас, Зыя Нуриев шундай һығымтаға килә: “Етәксенең эшендә төп нәмә – үҙең янын­дағы­ларҙың яр­ҙамына таяныу. Улар һине ҡамат­лаһын өсөн, хеҙмәттәштәреңдең эшмәкәрлеген баһала­ған­да намыҫлы, ғәҙел һәм объектив бу­лыр­ға кәрәк. Етәкселә талапсанлыҡ менән объек­тив­лыҡ бер булырға тейеш. Ул популист, буш вә­ғә­ҙәләр бирмәһен. Әйттеңме, үтә. Билдә­ләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн үҙең менән бергә булғандарға рухланып эшләрлек шарттар тыуҙырырға кәрәк”.
Зыя Нуриев ошондай һығымталарға са­ғыш­тырмаса йәштән үк килһә лә, улар, артабан эшмәкәрлек һәм тормош принцибына әйләнеп, дәүләт эшмәкәрен ғүмер баҡый оҙатып барған.
Нуриев Башҡортостан партия ойошмаһын халыҡ хужалығын тиҙләтеп үҫтереү өсөн төрлө саралар күреп ҡарағанда һәм Мәс­кәүҙәге үҙәк хакимиәт тотороҡло ғына сәйә­сәткә өлгәшә алмаған йылдарҙа етәклә­гән. Һәр ғәмәлде партия тарафынан фатихалау, иҡтисад закондарын идеологияға буйһон­дороу, хәҙер аңлағанса, хата. Әммә нуриевтар, аҡназаровтар, шакировтар – үҙ ва­ҡы­тының етәкселәре. Республикала улар ҡу­лында власть булған һымаҡ күренһә лә, ха­ким­лыҡ­тың үҙәге, бюрократияның дәртте һүндерер механизмы, ғәмәлдә, Мәскәүҙә. Ошонда инде Мостай ағайҙың “Тауыҡ кетәге” тигән новел­лаһын хәтерләнем. Мәрәкә лә, ғибрәтле лә хәлдәр элек тә була торған. Хәҙер иһә уҫал­лыҡ, миһыр­бан­һыҙлыҡ саманан ашты. Улай ғына түгел, әүәлерәк партия, дәүләт эшендә ифрат юғары вазифаларҙа йөрөп, бөгөн мемуар яҙыуға әүәҫләнгән иптәштәр үҙҙәрен һәр йәһәттән хаҡлы, һоҡланырлыҡ маһир итеп һүрәтләп ҡуя, илдең сәйәси һәм хужа­лыҡ системаһы кисергән бәләләрҙе, ха­лыҡ­тың яфаларын яуыз империалистарҙың соҡ­соноуҙары тип аңлай башлайһың. Зыя Нуриев иһә Өфөлә лә, Мәскәүҙәге эштәрендә лә илдәге ысынбарлыҡтан айырылманы. Ул мәсьәлә күтәреүҙе эштең башы ғына тип баһаланы, Зыя ағай өсөн шул мәсьәләне мотлаҡ бойомға ашырыу иң мөһиме булды.
Ҡарамаҡҡа ауыр кәүҙәле, ҡырыҫыраҡ йөҙлө күренһә лә, Нуриев һиҙгер күңелле, ирекле рухлы, халыҡ теләген аңлай торған кеше ине. Зәкәриә Аҡназаров “Время. Люди. Мысли” тип аталған китабында Зыя Нурый улы тураһында бына ниҙәр яҙа: “...Уның төп сифаттары шулай ҙа – кешене яратыу, алсаҡ­лыҡ, ихласлыҡ. Был уға министр менән мө­ғәллимдең дә, профессор менән трак­торсының да, хәрби хеҙмәткәр менән һауынсының да йөрәген асты. Ул һәр кем менән шунда уҡ уртаҡ тел тапты, һәм уның менән аҙ ғына аралашҡан бөтөн кеше лә ошо ихласлыҡты оҙаҡ онота алманы. Әгәр ниҙер күңеленә ятмаһа, ул һәр саҡ тура­һын, йәшермәй, аныҡ һәм ныҡлап әйтә. Бүтән берәүҙәр һымаҡ, ризаһыҙлығын ай­ҙар, йылдар буйы һаҡлап йөрөтмәй. Ҡыҙып киткән саҡтары ла була. Әммә көн, хатта сәғәт үтәме-юҡмы, һүрелеп, йә шылтыра­та, йә эргәңә килә: “Ғәфү ит инде, туҙып киттем. Онотайыҡ, әйҙә артабан эшләйек”.
Әйткәндәй, Зыя Нуриев тураһында Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаевтар күңелгә ятырлыҡ ихлас хәтирәләр яҙып ҡалдырған. Әҙәпкә көс килһә лә, олуғтарға өҫтәп шуны ла әйтәйем инде. Зыя Нуриевтың тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы, “Китап” нәшриәте ағайҙың “От аула до Кремля” тигән китабын, тулыландырып һәм яңыртыбыраҡ, ҡабаттан нәшер­ләргә булды. Ошо ғәмәлгә хәл ҡәҙәренсә булышлыҡ итә алыуым менән ғорурланам.
lҺүҙ ыңғайында.
Кәбән ослауҙы ауылда әле булһа теләһә кемгә йөкмәтмәйҙәр. Ос һәнәгенә мәл еткәс, Ғарифулла олатайым мине өҫкә мендерә. Аҫтан бирелгән бесәнде таҫлап, тапап, һуҡҡылап алып бараһың. Тигеҙ күтәрелгән кәбәнгә яуын да үтмәй, ул ауышмай ҙа.

Ҙур етәксе, сәйәсмән тураһындағы һүҙгә көндә­лек донъяның ваҡ-төйәген ниңә килтереп ҡыҫтыра икән был? Ошо һорау телегеҙ осонда бит инде. Аңлатам. Әҙәм балаһының тормошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрҙәрҙән туҡылған һымаҡ, дәүләт, тотош йәмғиәт һәр кешенең таһылына, булдыҡ­лылығына, егәр­лелегенә таянып йәшәй, үҫә. Шуға күрә Нуриев ағайҙың дәүләт эшмәкәрлеген дә, Ғарифулла олатайым һабаҡтарын да йәнәш ҡуйырға кәрәктер. “Тырыш таш тишер” тигән әйтем һәр осраҡта ла урынлы.
...Тулҡын ярып һәм тирә-йүнде гудоктар менән маҙаһыҙлап, караптар үтә лә үтә. Бындағы һәммә нәмәлә – ваҡыт ғәли йәнәп­тәренең мөһөрө һәм ошо ваҡытҡа хеҙмәт иткәндәрҙең күҙ йәштәре.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973