Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло илдең оло ағаһы
Оло илдең оло ағаһы Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып, тиһәләр ҙә, башҡарған эштәрең, өлгәшкән ҡаҙаныштарың йәшәгән быуатыңды мәңгелек итеү һәләтенә эйә. Күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре Зыя Нуриевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы йыйылыш бер шәхестең генә түгел, ә тотош дәүерҙең иҫтәлеген яңыртҡандай булды.
— Зыя Нуриев — Совет заманының сағыу шәхестәренең береһе. Ул республиканың иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль өлкәне, мәҙәниәтте, фәнде һәм мәғарифты үҫтереү өсөн күп көс һалды, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Зыя Нурый улының уңыштары уның киң фекерләү ҡеүәһенә, тәжрибәле етәкселәрҙең, ябай эшсәндәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыуына, белемен даими камиллаштырыуына, файҙалана белеүенә бәйле.
Республика Башлығы үҙ сығышында дәүләт эшмәкәренең тормош юлын барлап, уның ниндәй генә вазифа биләһә лә ябай, эскерһеҙ, кешеләргә ҡарата иғтибарлы булғанын билдәләне.
Оло илдең оло ағаһы— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә Зыя Нурый улы менән эшләү бәхете теймәне. Шәхесте бел­гән­дәр, уның менән бергә хеҙмәт иткәндәр Зыя Нурый улын ҙур ихтирам менән иҫкә ала. Беҙ арҙаҡлы шәхесебеҙҙең изге юлын дауам итергә тейешбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Төбәк Башлығы билдәләүенсә, тап Нуриев етәкселек иткән йылдарҙа республиканың бө­гөнгө ҡаҙаныштарына нигеҙ һалынған, әлегә тиклем эшләп килгән ҙур предприятиелар төҙөлгән.
Тантаналы йыйылыш сәнғәт оҫталарының, ижад коллективтарының сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Шәхестең тормош юлы берсә башҡорт халыҡ йырҙары менән оҙатылды, берсә дәртле бейеүгә ҡушылды. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ар­тистарының сығышы Зыя Нурый улының йәш­легенә алып ҡайтты. Һәр сығыш абруйлы яҡ­та­шыбыҙҙың холоҡ-фиғелен, булмышын, эшмәкәрлеген сағылдырҙы — эскерһеҙ, ябай, дәртле, ихлас...
Ошо уҡ көндө күренекле дәүләт эшмәкәренең иҫтәлегенә Республика йорто эргәһендәге сквер­ҙа таҡтаташ та асылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был скверға Өфө ҡала Советы ҡарары менән Зыя Нуриев исеме бирелгәйне.
Оло илдең оло ағаһы— Зыя Нурый улы ил кимәлендә танылған шәхес булды, матур, лайыҡлы ғүмер юлы үтте. Үҙ халҡының тоғро улы һәм тыуған төйәгенең ысын патриоты тамырҙарын бер ваҡытта ла онотманы. Уның хеҙмәт биографияһы һәм тормош юлы — Ватанға сикһеҙ тоғролоҡ һәм халҡыңа эскерһеҙ хеҙмәт итеүҙең асыҡ миҫалы, — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Зыя Нуриевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Мәскәүҙә лә ҙур сара уҙҙы — Новодевичье зыяратында шәхескә һәйкәл ҡуйылды. Өҫтәүенә иҫтәлекле дата уңайынан яҡташы­быҙҙың туған уҡыу йортона — Бөрө районының Үрге Ласынтау урта мәктәбенә — Зыя Нуриев исеме бирелде.


Светлана НУРИЕВА, Зыя Нуриевтың килене:
— Зыя Нурый улы һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙә йәшәһә лә, күңеле менән һәр ваҡыт тыуған ерендә ҡалды. Ниндәй генә вазифалар башҡарһа ла, Башҡортостанын уйлап янды, көйҙө. Өфөгә һуңғы ҡайтҡанында Республика йортонда булырға тура килде. Эштәрҙе тамамлағас, ошо скверға сыҡтыҡ. Иркен итеп тын алғаны, тирә-яҡҡа ҡарап, оҙаҡ ҡына һоҡланып торғаны әле лә иҫтә. Йылдар үтеү менән нәҡ ошо урынға уның исеме бирелер һәм иҫтәлегенә таҡтаташ асылыр тип кем уйлаған!? Республика халҡына барлыҡ ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәт!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105